Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таланттар эҙләйбеҙ: килегеҙ, күрегеҙ!
Таланттар эҙләйбеҙ: килегеҙ, күрегеҙ!Өфөлә “Башҡортостан таланттары”
балалар конкурсы беренсегә үтмәй. Сараның төп ойоштороусыларының береһе – “Максимум” реклама-маркетинг компанияһы директоры Юлия Рябчинская менән ошо сара хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– “Башҡортостан таланттары” конкурсын ойоштороу теләге нисек барлыҡҡа килде?
– Миңә Наталья Цветкова тигән ҡатын мөрәжәғәт иткәйне. Уның ҡыҙы ил кимәлендә үткән күп сараларҙа ҡатнашып, балалар араһында “Рәсәйҙең бәләкәй һылыуҡайы”, “Донъяның бәләкәй һылыуҡайы” бәйгелә­рендә еңеү яуланы. Ул: “Минең үҙебеҙҙә ошондай конкурс ойоштороу хыялым бар”, – тине. Был фекер оҡшаны һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса эшкә тотондом. Шулай итеп, “Башҡортостан таланттары” тигән исем аҫтында балалар өсөн ике конкурсты ойошторҙоҡ та инде. Әле өсөнсөһөнә әҙерләнеп йөрөйбөҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең компания республика кимәлендәге ҙур сараларҙы ойоштороу, төрлө проекттарҙы үҫтереү, реклама-маркетинг менән шөғөлләнә.

Таланттар эҙләйбеҙ: килегеҙ, күрегеҙ!– Бағыусылар табыуы еңелме? Кемдәр ярҙам күрһәтә?
– Сараны үҙебеҙҙең иҫәпкә үткәрәбеҙ, шулай уҡ бағыусыларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн өҫтөнлөктәр ҡаралған. Беҙҙә һайлап алыу туры юҡ, шуға бөтә балалар ҙа бер сәхнәгә сығып һәләттәрен күрһәтә. Ҡатнашыу­сыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай. “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһын да булдырғанбыҙ.
Баһалама ағзалары билдәле артистарҙан ғына тормай, сараны ойошторған бағыу­сылар ҙа был эштә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, улар араһынан “Анастасия Коновалова” продюсер үҙәге балалар өсөн бушлай клип төшөрөргә ярҙам итте, “Kids” телмәр коммуникациялары мәктәбе етәксеһе Альберт Вәлиев өс-алты айлыҡ уҡыу курсында бушлай уҡытты. Был юлы ла ул конкурстың баһалама ағзаһы буласаҡ.
Әле сараны ойоштороуҙа Өфө ҡала хаки­миәте мәғлүмәт ярҙамын күрһәтә. Республика халыҡ ижады үҙәге партнерыбыҙ булып тора.

– Ә конкурста ҡатнашыу һәм еңеү ниндәй өҫтөнлөктәр бирә?
– Конкурсанттар телевидение тапшы­рыуҙарында ҡатнаша. Гәзит-журнал биттә­рендә улар тураһында мәҡәләләр донъя күрә. Башҡа сараларға ла саҡырылалар. Мәҫәлән, быйыл конкурс еңеүселәре һәм үҙенсәлекле сығыштар июндә – Ураҙа байрамы ваҡытында ойошторолған гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Конкурстың финалистары ошо сараны алып барасаҡ.
Тәүге конкурста гран-при Салауат райо­нынан Наҙгөл Отузоваға тапшырылғайны. Һуңынан Анастасия Коновалова уның йырына клип төшөрҙө. Былтыр ноябрь аҙағында Наҙгөл ошо клипты Мәскәүгә Беренсе канал ойошторған “Балалар тауышы” проектына ебәреп, унда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Был проектта ҡатнашыу өсөн тәүҙә яҙма ебәрергә кәрәк. Беренсе турҙы уңышлы үткәс, декабрҙә уны Мәскәүгә саҡырҙылар. Шулай итеп, икенсе турҙа ла еңеүгә иреште. Артабан нимә булыры Хоҙай ҡулында. Беҙ уны тиҙҙән үтәсәк “Башҡортостан таланттары” конкурсына алып барыусы итеп саҡырҙыҡ.
Сара барышында балалар өсөн бушлай фотоға һәм видеоға төшөү ойоштороласаҡ. Өфөнөң төрлө клубтары “оҫталыҡ дәрес­тәре” күрһәтәсәк, бәләкәй балалар өсөн аниматорҙар сығыш яһаясаҡ. Дипломдарҙы ойоштороусыларыбыҙҙың береһе булған Республика халыҡ ижады үҙәге тапшыра.

Таланттар эҙләйбеҙ: килегеҙ, күрегеҙ!– Бәйгелә кемдәр күберәк ҡатнаша?
– Әлеге ваҡытта Өфө балалары күпселекте тәшкил итә. Район-ҡалаларҙан килгәндәр һаны – яҡынса 40 процент. Шуға республиканың башҡа төбәктәренән дә балалар әүҙемерәк булһын ине. Сираттағы сара 21 апрелдә үтәсәк, килһендәр, ҡатнаш­һындар. Конкурста йырларға ла, бейергә лә, нәфис һүҙ оҫтаһы булырға ла, үҙенсә­лекле жанрҙа сығыш яһарға ла, музыка ҡоралдарында уйнарға ла, үҙең теккән ке­йемдәрҙе күрһәтеүҙе (мода театры) ойош­торорға ла мөмкин. 3 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ. Тулы белешмә алыу өсөн 8-965-645-33-77 телефон һандарына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ социаль селтәргә https://vk.com/club146894176 адресы буйынса инеп, заявка ҡалдырһындар.
Сараның төп маҡсаты – Башҡортостан балаларының һәләтен күрһәтеү һәм үҫтереү, яңы исемдәр асыу, конкурсанттарҙың кимәлен үҫтереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау, йәштәргә рухи һәм эстетик тәрбиә алыуҙа ярҙам итеү.
Беҙ һәләтле балаларҙы эҙләйбеҙ. Кил­һендәр, ҡатнашһындар, үҙҙәрен күрһәт­һендәр һәм башҡаларҙы күрһендәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523