Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтә әсәйҙәр ҙә шундаймы икән?!
Бөтә әсәйҙәр ҙә шундаймы икән?!Иртүк улдарымды мәктәпкә, иремде эшкә оҙатып бөтһәм, телефоным йырлап та ебәрә. Әсәйем ул. Шулай һәр иртәлә шылтырата һалып, хәлдәребеҙҙе һорарға, уңышлы эш көнө, хәйерле юлдар теләп, изге фатихаларын бирергә ғәҙәтләнгән ҡәҙерле кешем. Уның алсаҡ тауышынан шунда уҡ кәйефтәр күтәрелеп китә, күңелдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт уяна. Эйе, үҙем күптән әсәй булһам да, мин әле лә уның кәңәштәренә, наҙына мохтажмын. Уның һоҡланғыс тормош юлы, күркәм холҡо, матур эштәре минең өсөн һәр саҡ изге маяҡ булып тора.


Әсәйем, Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы Муллағолова (Шәмиғолова), 1953 йылда Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән Мөҙәрис менән Рәхилә Ғәликәевтәрҙең күркәм, ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. “Атай менән әсәй мәктәп, йәмәғәт эшенән бушаманы, тиһәң дә була. Беҙ өсәүләп (Ғәлиә, Фәниә апайҙарым менән) өйҙәге бөтә эште лә “һә” тигәнсә эшләп ҡуйыр инек: беребеҙ һауыт-һаба, икенсебеҙ иҙән йыуа, өсөнсөбөҙ малды тәрбиәләй. Кесе туғандарыбыҙҙы ҡарау ҙа беҙҙең өҫтә ине. Бер ваҡыт ҡыҙылса менән ауырып ятҡан бәләкәй һеңлебеҙ Ғәҙиләне өйҙә үҙен генә ҡалдырып булмағас, ҡалын юрғанға төрөп, санаға ҡуша һалып, тау шыуып йө­рөгәнбеҙ. Ярай, күрше инәй күреп ҡалған. Өйгә индереп, тағатып ебәрһәк, һеңлебеҙ саҡ тын алып ята. Ул ваҡытта үҙебеҙ ҙә бала ғына бит инде, ныҡ уйнағы килгәс, күп уйлап тормаған­быҙ инде”, – тип хәтерләй бала сағын әсәйем.
Олатайым менән өләсәйем икеһе лә уҡытыусылар булғанғамы, әсәйем дә 8-се клас­ты тамамлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Унда уҡыу дәүерен ул әле лә һағынып иҫләй. “Училище беҙҙе сыныҡтырҙы, ысын мәғәнәһендә кеше итеп сығарҙы. Ошоғаса атай менән әсәйгә арҡаланып, бер хәсрәтһеҙ йәшәһәк, бында беҙгә бөтөнләй икенсе тормош башланды. Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән егет-ҡыҙҙар менән уртаҡ тел табыуы, күпселеген урыҫтар йәшәгән Белоретҡа, унан да бигерәк, шул тиклем ныҡ талапсан уҡытыусыларға өйрәнеп китеү бик ауыр булды. Бер йыл тирәһе ыҙалағанбыҙҙыр. Ауылды, туғандарҙы һағыныуҙан һарыларға һабышыр сиккә етә инек. Ҡайҙа ул хәҙерге кеүек машинала елдереп кенә ҡайта һалып китеү? Ул ваҡытта Белореттан Бөрйәнгә юл йөрөү үҙе бер бәлә ине. Анда-һанда ғына йөрөп торған йөк машиналарының береһенә ултырып күпмелер барабыҙ ҙа төшөп ҡалабыҙ, унан – икенсеһенә... Уның араһында әллә күпме йәйәү тәпәйләйбеҙ. Шуға ла атай-әсәйҙәрҙе мәшәҡәтләп, үҙебеҙҙе этләп, йыш ҡайтманыҡ, бер уҡыу йылында, уҙа барһа, ике-өс тапҡыр ҡайтып әйләнгәнбеҙҙер. Шулай ҙа училищела уҡығаныма шул тиклем ҡәнәғәтмен. Бай тәжрибәле, көслө педагогтар ҡулында тәрбиәләндек беҙ. Аҙаҡ, ситтән тороп БДУ-ла белем алғанда ла, миңә уҡыу еңел бирелде”.
Педучилищены тамамлағас, районға ҡайтып, күрше Яуымбай ауылының башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай әсәйем. “Әхирәтем Гүзәл Абдуллина менән икәү икешәр класты уҡыттыҡ. Бынан тыш, йәштәр менән концерт ҡуйырға ла, колхоз эшендә ҡатнашырға ла өлгөрә инек. Күршебеҙҙә генә йәшәгән Фәүзиә Назарова апайға шул тиклем рәхмәтлемен. “Китап уҡып, дәфтәр тикшереп кенә ултырмағыҙ, ҡул эше лә тотоғоҙ!” — тип кистәрен бәйләм бәйләргә, сигеү сигергә, аш-һыу серҙәренә ихлас өйрәтер ине ул.
Дүрт йыл эшләгәндән һуң, әсәйемде Иҫке Монасип урта мәктәбенә география уҡытыу­сыһы итеп күсерәләр (был мәлдә БДУ-ның география факультетында ситтән тороп уҡып йөрөгән була). Тап ошонда яҙмыш уны атайым – Марат Ғизитдин улы Муллағолов менән осраштыра. Монасипҡа килен булып төшкән сағын һағынып та, көлөп тә хәтерләй әсәйем. “Кепес урамының ҡанундары ҡаты ине ул заманда. Килен кеше яулыҡ ябынмай урамға сығырға, ә унан да бигерәк, хәбәр һатып, ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә ултырырға, эшһеҙ һәптәнләп йөрөргә тейеш түгел ине.
Яңы ғына килен булып төшкәс, еңгәләр ҙә ярҙамдарынан ташламаны, көн һайын “ялп” итеп инә һалып, хәл белеп, ул-былды өйрәтеп сығырҙар ине. Район үҙәгенә йомошҡа китһәң, йә дауаханаға ятһаң да, донъяны кемгә ҡалдырып китергә тип аптыранып йөрөмәнем. Шул тиклем ярҙамсыл булды атайыңдың туғандары. Тыумыштан телһеҙ Ҡотлобикә тигән инәй ныҡ иҫтә ҡалған. Ул айына бер тапҡыр килеп, өйҙәге таҙалыҡты, тәртипте энәһенән-ебенәсә байҡап, сәй эскәндән һуң, баш бармағын өҫкә сөйөп күрһәтеп, үҙенең баһаһын ҡуйып ҡайта торғайны. Ҡәйнәмдең алтын аҡылына әле лә һоҡланам. Үҙенә уҡыу эләкмәһә лә, ныҡ күпте белде. Теге йәки был ваҡиғаларҙы йылы, хатта көнө менән әйтеп бирә ине, һөйләшеүе тотош мәҡәл-әйтемдәрҙән генә торҙо. Миңә бер ҡасан тауыш күтәреп һүҙ өндәшмәне, киреһенсә, “Минең киленем шәп!” тип, уңайы сыҡҡан һайын маҡтап телгә алды. Йылы һүҙ йән аҙығы бит, шунан тағы ла дәртләнеберәк донъя көтәһең инде! Ғөмүмән, ул осор кешеләренең аҡылына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Беҙҙе, йәштәрҙе лә, үҙҙәре миҫалында тәрбиәләнеләр. Хәҙер уларҙың күбеһе гүр эйәһе инде, урындары ожмах түрендә булһын”.
Әсәйем өсөн Иҫке Монасипта йәшәгән һәм эшләгән дәүер йәшлегенең иң күркәм ваҡиғалары менән иҫтәлекле. Йәш, дәртле уҡытыусылар тупланған татыу коллективта ғүмерлек юлдашың менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләү, юғары белем алыу, профессиональ йәһәттән үҫешеү... Матур итеп өй һалып сығыу... Ике балаға әсәй булыу...
Атайым Яуымбай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгәс, беҙ ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған ауылы Ҡыпсаҡҡа күстек. “Яуымбай менән Ҡыпсаҡ араһы яҡын ғына, мин йөрөп тә эшләрмен. Ә йәшәү туғандар менән булһын”, — тип, өйҙө Ҡыпсаҡта һалды ул. Әмәлгә ҡалғандай, әсәйемә мәктәптә биология фәненән сәғәттәр ҙә булды. Ошоғаса башланғыс клас­тар, аҙаҡ география уҡытҡан әсәйемә бөтөнләй икенсе йүнәлештә уҡыта башлау, әлбиттә, ҡыйын булғандыр. Әммә ул бер ҙә баҙап ҡалманы. Һәр саҡ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләне, күпләп китап уҡыны, курстарға йөрөнө, икенсе мәктәптәрҙә уҡытҡан тәжрибәле коллегалары менән йыш осрашып торҙо. Тырышлығы бушҡа китмәне уның – оҙаҡламай хеҙмәтенең емештәре лә бер-бер артлы күренә башланы. Уҡыусылары биология, экология буйынса район, зона, хатта республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, слеттарҙа призлы урындар яуланы.
Әсәйем йыһазландырған биология кабинетында методик материалдарҙың байлығы, зауыҡлы биҙәлеүе генә түгел, гөлдәрҙең күплеге, матурлығы барыһын да хайран ҡалдырыр ине. Ул ваҡыттағы директор Миңнур Ҡасимова әсәйемдең һәр эшкә яуаплы ҡарағанын, талапсанлығын иҫәпкә алып, директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләгәс тә һынатманы ул. Мәктәптәге тәрбиәүи эште юғары кимәлдә алып барыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Уҡыусылар күңелендә милли рух, йыр-моңға, тәбиғәткә һөйөү уятыу маҡсатынан ойошторолған “Аҡбейек” фольклор-экологик төркөмө әсәйем етәкселегендә ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы?! Шуның араһында мәктәп баҡсаһындағы эше лә гөрләп барҙы әсәйемдең. Емерелеп уңған йәшелсә, емеш-еләктән уҡыусыларға ашханала ашатырға йыл әйләнәһенә етерлек салат, ҡайнатмалар әҙерләүҙәрен әле лә һағынып иҫләй ул: “Хәҙерге заманда, СанПиН ҡағиҙәләренә ярашлы түгел, тип мәктәп баҡсаһында йәшелсә үҫтереүҙе, уларҙы ашханала ҡулланыуҙы тыйыуы менән һис тә килешмәйем. Баланы хеҙмәткә өйрәтеү өсөн дә, мәктәп ҡаҙнаһына табыш килтереү өсөн дә бик ҡулай ине баҡса. Етмәһә, хәҙер бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған мәктәпкә һыуҙы ла әллә ҡайҙан ташырға түгел”.
Бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнап, фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ-тың Почетлы мәғариф хеҙмәткәре исеменә, шулай уҡ башҡа бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған әсәйем бөгөн хаҡлы ялда. Тик ул миңә һаман да эшләп йөрөгән кеүек, сөнки уның буш сағы бик һирәк: ауылдың ветерандар, ағинәйҙәр ҡорон етәкләй, төрлө дини саралар, мәҙәни байрамдар үткәреү өсөн күп көс һала, “Үҙән” халыҡ фольклор ансамблендә йырлай һәм бейей. Ҡул эшенә лә оҫта ул. Иҫләйем, бәләкәй саҡта мин гел генә уның үҙ ҡулдары менән биҙәкләп тороп бәйләгән йылы кофталарын, башлыҡтарын кейеп йөрөй торғайным. Күлдәктәремә, алъяпҡыстарыма сәскә, емеш-еләк һүрәтен сигеп, матурлап биргәне лә хәтерҙә. Йөн ойоҡ, бейәләйҙәрҙе һорамаһаң да, әле лә ҡайтҡан һайын ейәндәренә өр-яңыһын бәйләп кейҙереп ҡуя. Йөндән күҙҙең яуын алырҙай сағыу балаҫ-тирүгәләр ҙә һуға. Ә иң яратҡан шөғөлө – селтәр һәм ҡашмауҙар эшләү. Әсәйем уларҙы шул тиклем дә яратып, бөтә оҫталығын һалып биҙәгәнгә лә, биҙәүес­тәренең һәр береһенән ниндәйҙер милли мәғә­нә, рухи ҡиммәттәребеҙ сағылып тора. “Алтынға ҡарағанда көмөш биҙәүестәр файҙалыраҡ, сөнки көмөш насар энергияны кире ҡаға, ауырыуҙарҙан аралай. Бушҡа ғына башҡорттар үҙҙәренең биҙәүестәрендә көмөш тәңкәне йыш ҡулланмаған. Ә ҡортбаш күҙ тейеүҙән һаҡлай. Ҡусҡар орнаменты — муллыҡ, бәрәкәт символы”, – тип мине лә был һөнәргә өйрәтә ул.
Әсәйемдең тағы бер һоҡланғыс сифатын телгә алмаһам, яҙыҡ булыр. Ул атайыбыҙға тоғро тормош юлдашы, уны сәмләнеп йәшәргә һәм илһамланып эшләргә ҡанатландырыусы булды. Атайымды, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловты, новатор уҡытыусы булараҡ, районда ғына түгел, бөтә республикала беләләр. Ә ул, үҙе иҫән саҡта, ошо барлыҡ уңыштары өсөн әсәйемә рәхмәтле икәнен һис йәшермәне. Йәштән йөрәк сиренән яфаланғас, әсәйем уның шәхси врачы һымаҡ ине. Кәрәк сағында дарыуын эсереп, уколын да һалып ебәрҙе, ә иң мөһиме, уға күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә юл ҡуйманы. 37 йыл бергә бәхетле ғүмер кисереүҙәренең сере уларҙың тормош һынау­ҙарына бирешмәй, бер-береһен аңлап, ихтирам итеп йәшәүҙәренәндер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым был фани донъяларҙа юҡ инде. Ул китеп барғас, тәүҙә һығылып төшһә лә, шөкөр, бирешмәне әсәйем. Атайым рухына көн дә аяттар бағышлап, тыуған нигеҙҙең утын һүндермәй, ҡотон ебәрмәй бөгөн дә матур итеп донъя көтә. “Маратымдың дауамы – һеҙ, балаларым һәм ейәндәрем, бар ҙа инде минең! Атайығыҙҙың теүәлләнеп бөтмәгән эштәрен тамамлап ҡуйырға, уның “ейәндәремдең ҙурайғанын күргем килә” тигән яҡты хыялын тормошҡа ашырыр өсөн йәшәргә тейешмен мин!” – ти ул. Эйе, шулай була ғына күрһен, әсәкәйем. Ейәндәреңдең ир етеп, кәләш алғанын, үҙеңә бүлә-бүләсәрҙәр бүләк иткәнен күрер өсөн, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер насип итһен һиңә Аллаһ Тәғәлә.

Зөлфиә СӘЛИХОВА-МУЛЛАҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 227

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244