Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миҙгелдәре менән ҡәҙерле
Зәйнәб Биишеваның ижад асылы милли поэтик традицияларҙан айырылғыһыҙ: идея-тематик йөкмәткеһе лә, образлылыҡ саралары ла, шиғри биҙәктәре лә, тасуирҙары ла халыҡ ижадына барып тоташа. Бигерәк тә халыҡ йырҙарына хас булған илде, ерҙе һөйөү мотивтары көслө уның шиғриәтендә. Яҙыусының лирик героиняһы бөтә йөрәге менән Ватанын һөйә, уның гүзәллегенә дан йырлай.

Әҙибәнең поэтикаһы өсөн тәбиғәт һәм кеше донъяһын бер бөтөн итеп күҙаллау хас. Шиғриәттә киң таралған был алым уның ижадында үҙен­сәлекле һыҙатлана: “Ҡуш ҡайын”, “Тирәк”, “Ашҡын­ма ла, диңгеҙ” кеүек шиғырҙарҙа уй-хистәр ағышы тәбиғәт образдары менән йәнәш һүрәтләнә.
Зәйнәб Биишеваның шундай типтағы әҫәрҙәре араһын­да “Миләш” шиғыры айырым урын тота. Билдәле булыуын­са, урыҫ әҙәбиәтендә лә, туған­даш халыҡтар әҙәбиәтен­дә лә миләш образына мөрәжәғәт ит­кән шағирҙар бихисап. Ғәҙәт­тә, ул йәнләндерелә – яҙмыш­ты уртаҡ­лашыусы дуҫҡа, сер­ҙәшкә әйләнә йә иһә кешенең әсе яҙмышын символлаштыра. Зәйнәб Биишеваның “Миләш” шиғыры ла, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, тәрән психологик кисерештәрҙе биреүе, йәшәйеш фәлсәфәһен асыуы, эскерһеҙ тасуирлауы менән үҙенсәлекле. Тормош­тоң барлыҡ миҙгелдәрен үҙ эсенә алған был шиғырҙы композитор Нур Дауытов иҫ киткес көйгә һалды. Нисә йылдар элек яҙылһа ла, һаман да йырсылар теленән төшмәгән был йыр һис тә онотолмай.
“Миләш” шиғырының тетрән­дер­гес тарихы ла бар. Шағирә Фәниә Чанышева үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: “Алкин” станцияһы янында яҙыусыларҙың “Аҡлан” тигән ауылы бар. Шунда ижадсылар күмәкләшеп йәшәне, ижад итте. Беҙ әҙибәнең ғаиләһе менән утыҙ йылдан ашыу аралашып йәшәнек “Аҡлан”да. Ғәзиз ағай йорто эргәһенә миләш ултыртты. Ул тиҙ үк үҫеп китте, көҙөн ялҡын һымаҡ ҡыҙыл емештәре менән балҡып ултырыр ине. Ул вафат булғас, Зәйнәб апай бик болоҡһоно, тап шул саҡта ул “Миләш” шиғырын яҙҙы. Ул моңһоуланып был шиғырҙы беҙгә уҡыр ине...”
Беҙ үҫтергән миләш –
Һаман бөҙрә, көләс.
Япраҡ яра, япраҡ! –
Яҙ еткәс.
Аңламайым һис-һис,
Япраҡ яра нисек,
Ни йәм таба,
Ни йәм – һин киткәс?!
Эйе, миҙгелдәр алмашынған һайын миләш япраҡ та ярыр, сәскә лә атыр, ҡыҙарып тәлгәшләнер ҙә, тик лирик героиняның ҡәҙерле кешеһе генә кире ҡайтмаҫ шул. Бына ошоно күңеленә, аңына һыйҙыра алмай өҙгөләнә ул…
Аңламайым һис-һис,
Тәлгәшләнә нисек,
Тәлгәшләнә нисек,
Һин киткәс? –
рефренының шиғырҙың буйынан-буйына, строфа аша ҡабатланып килеүе уның драматизмын көсәйтә, эмоционаллеген тағы ла тәрәнәйтә. Лирик героиняның миләшкә ҡараған һайын хәтирәләре яңыра: уның күңелендә яҙҙар ҙа, йәйҙәр ҙә, көҙҙәр ҙә ҡабатлана...
З. Биишеваның миләше – эске ғазаптарҙы, һыҙланыу­ҙарҙы белдереүсе образ да, кеше тормошондағы драматик мәлдәрҙе һынлан­дырыусы эмблема ла. Ләкин, уйлап ҡа­ра­һаң, уның фәлсәфәүи йөк­мәт­кеһе тағы ла тәрәнерәк. Йәшәү – ул башҡаларға бәхет килтереү. Был осраҡта лирик героиня һәм уның ҡәҙерле кешеһе үҫтергән миләш, тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә, әллә нисә йылдар буйы “япраҡ ярасаҡ, сәскә атасаҡ, тәлгәшләнәсәк” әле... Шуның менән бәйле шиғырға, фәлсә­фәүи категория һәм концепт булараҡ, ваҡыт төшөнсәһе килеп инә: йәшәйеш – бер туҡтауһыҙ аҡҡан, үҙгәреп торған ҡатмарлы һәм күп яҡлы күренеш ул. Ысынбарлыҡ, тормош – мәңгелек, ә кеше был донъяға килеп кенә китә.
Яҡты хәтер менән бәйле тағы ла йәшәйештең айырыл­ғыһыҙ онтологик проблемаһы – яратыу мотивы килеп инә әҫәргә. Шиғырҙа туранан-тура әйтелгән “яраттым”, “һөйҙөм”, “һағындым” кеүек бер генә һүҙ ҙә юҡ. Шуға ҡарамаҫтан лирик героиняның эске донъяһы, самими хис-тойғоһо уҡыусыны тетрәндерә һәм уйландыра. Миләш образы яңғыҙлыҡ мотивтарын тәрәнәйтә, ләкин юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, артабан да йәшәргә кәрәк бит. Шағирә өсөн был донъя һынау­ҙары менән ғазаплы, бүләк итеп бирелгән миҙгелдәре менән ҡәҙерле. Шуға ла “бөҙрә, көләс, һылыу, йәп-йәш, мәрйендәргә тиңдәш” тип тасуирланған миләш рухландыра, күңелдәрҙе яҡтырта. Ябай ғына ағас йәшәү көсө символына әйләнә…
Ғөмүмән, Зәйнәб Биише­ва­ның “Миләш” шиғырында баш­ҡорт шиғриәтендә ҡабатланып килгән, борон-борондан яуап эҙләнгән йәшәйеш, мөхәббәт, яңғыҙлыҡ, ваҡыт кеүек мотивтар үҙенсәлекле асыла, фәлсәфәүи йөкмәтке аша ысынбарлыҡҡа һәм кешегә дан йырлана.

Луиза КИРӘЕВА,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509