Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәмәлдең офоҡтары беҙҙе саҡыра
Ирәмәлдең офоҡтары беҙҙе саҡыра Күрше районда йәшәһәм дә, тыуған яҡтарыма йыш ҡайтырға тырышам. Айырыуса ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, форсат сығыу менән шунда уҡ “тимер ат”ыма атланып Учалыға юлланам. Саф һауаһын һулап, йәшел сиҙәмдәрендә тәпәй баҫҡан ауылым минең өсөн бик ҡәҙерле, тыуған ерҙән әле лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт алып йәшәйбеҙ.

Уралымдың хозурлығы, матурлығы тураһында белмәгән кеше һирәктер, ул төрлө серҙәргә бик бай. Мин үҙем өсөн дә иҫ киткес төйәгем хаҡында ҡыҙыҡлы, фәһемле асыштар яһап торам.
Олатайым менән өләсәйемдең йорто бейек түгел тау битендә урынлашҡан. Әүәләк һырты, Ирәмәл менән Бәләкәй Ирәмәл унан яҡшы күренә. Бала саҡта өләсәйем менән ҡапҡа алдына сығып эскәмйәлә ултырырға ярата инем. Ҡәҙерлем төрлө мауыҡтырғыс хәбәрҙәр һөйләй, ә мин зәңгәр офоҡтар аръяғында ятҡан Ирәмәлгә ҡарап, “Эх, ҡасан үҫеп етеп ошо тауға менәм инде!” тип хыялланам.
Йылдар үтте, үҫеп буй еткерҙем. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә күп булырға насип итте. Әммә бала саҡтан күңел түрендә йөрөткән Ирәмәлгә артылыу уйы һис тынғы бирмәне. Бер көн үҙемә ҡәтғи рәүештә “Хыялыңды хәҙер тормошҡа ашыраһың йә иһә һуң буласаҡ!” – тигән талап ҡуйҙым.
Урал эргәһендә үҫкәс, уның ҡырыҫ тәбиғәте хаҡында ололарҙан ишетеп беләм. Шуға ла тауға сәйәхәткә юлланыр алдынан иң тәүҙә маршрутты ентекле өйрәндем. Бергә күңелле булыр, тип үҙемә юлдаштар эҙләй башланым. Тәүҙә Ирәмәлгә барырға теләүселәр күп ине, һуңынан төрлө сәбәп табып, баш тартып бөттөләр, һөҙөмтәлә мин, улым һәм улымдың әхирәте генә тороп ҡалдыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, артҡа сигенеүҙән мәғәнә юҡ. “Алға, Ирәмәлгә табан!” – тигән девиз менән сәйәхәткә сығырға ниәтләнек.
Кәрәк-яраҡты теүәлләп, тауға нисек барыу мәсьәләһен генә хәл итергә ҡалды. Бәхеткә күрә, яҙмыш беҙҙе яҡшы кешеләр менән осраштырҙы. Улар беҙгә алдан инструктаж үткәрҙе, уңайлы маршрут билдәләп, техника менән ярҙам иттеләр.
Байһаҡалға барып еткәнсе ете ҡат тирҙе сығарҙыҡ. Юл тигәндең исеме генә ҡалған, вездеход менән генә үтерлек. УАЗ машинаһында һикерә-һелкенә саҡ барып еттек.
УАЗик беҙҙе Ирәмәлдең төбөнә үк алып барып төшөрәсәк, тип уйлаған булабыҙ. Юҡ шул, тауға менеү еңелдән түгел икән. Иң тәүҙә Әүәләк һыртына күтәрелергә кәрәк, һуңынан ғына Ирәмәлгә юл асыласаҡ. Әүәләккә ыңғайлаған һуҡмаҡтан әллә нисә саҡрым ара үттек, ә юлыбыҙҙың осо-ҡырыйы һаман күренмәй. Һыртҡа артылыуы ауыр, өҫкә табан менәһең дә менәһең. Ниһайәт, кәрәкле урынға барып еттек, ҡыуанысыбыҙҙан сәпәкәйләп ебәрҙек, хатта. Артабан барыу артыҡ ҡыйын булмаясаҡ, тип әйттеләр беҙгә.
Төлөктән күтәрелгән юл сатында ике төркөм туристарҙы осраттыҡ. Уларҙы күргәс, күңелгә йылы булып китте – был тайгала беҙ генә түгел икән. Һуҡмаҡ буйлап шым ғына киләбеҙ, ҡара урмандан барыу шөрләтә лә. Аҙым һайын һине кемдер һағалап торған һымаҡ. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тиҙәр бит.
Күп тә үтмәй донъя яҡтырып киткәндәй тойолдо, ҡурҡыуҙарым да ҡул менән һыпырып алғандай юғалды. Баҡтиһәң, тау итәгенә килеп еткәнбеҙ. Урман артта ҡалды, алдыбыҙҙа күктәргә олғашҡан Ирәмәл. Бейек тау менән тәүге тапҡыр күҙгә-күҙ осрашыуыбыҙ. Беҙҙе йыраҡ түгел ара айыра. Ирәмәлде юҡҡа ғына изге тау тип йөрөтмәйҙәр. Быны үҙем дә һиҙҙем. Ниндәйҙер сихри көс сорнап алғандай. Кемдеңдер күҙгә күренмәҫ серле ҡарашы һинең һәр аҙымыңды күҙәтә. Күңелдән әйтеп бөткөһөҙ хис-тойғо урғыла, ошо сихри матурлыҡты үҙ күҙҙәрем менән күрә алғаныма ғорурланам. Һис ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, Ирәмәлгә килеп еттем, был минең ҙур еңеүем, әлбиттә.
Таш йылғалар аша үтеү, Ирәмәлдең башынан тирә-яҡты күҙәтеү, таштарҙа үҫкән сәскәләр, тауҙарҙан йырлап аҡҡан шишмәләр, Ирәмәлдең түбәһенә ҡаҙалған бихисап байраҡтар, күп кешеләр төркөмө – барыһы ла мине таң ҡалдырҙы.
Сәйәхәттән бер тәүлек эсендә әйләнеп ҡайттыҡ. Өйгә ҡайтҡас та хис-тойғо ташҡынынан арына алмай бер булдыҡ. Ирәмәлгә барып энергия туплап, хәл алып ҡайттым, уның ҡөҙрәте сикһеҙ булыуына инандым. Осраған берәүгә Ирәмәл тураһында һөйләйем, уның хаҡында яҙылған барлыҡ сайттарҙы ҡарап сыҡтым.
Изге тауҙан ҡайтыуыма өс аҙна ла үтмәне, Ирәмәлгә тағы ла барасағымды аңланым. Беҙ, өс айырылмаҫ юлдаш – мин, улым һәм уның дуҫы, был юлы маршрутты алдан белә инек. Тауға менеү артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы. Яйлап, көсөбөҙҙө самалап ҡына уның түбәһенә артылдыҡ. Был юлы ла үҙебеҙ өсөн яңы серҙәр асып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплап ҡайттыҡ.
Ирәмәл мине баштан-аяҡ үҙгәртте. Кешеләргә икенсе төрлө ҡарай башланым. Мөғжизә эргәбеҙҙә генә икән, был турала һис шикләнмәй әйтә алам. Ыңғай тәьҫораттар юллап ете диңгеҙ аръяғына, артыҡ аҡса түгеп барырға ла кәрәкмәй. Һаулығына ҡарап, Ирәмәлгә күтәрелергә һәр кешенең хәленән килә. Әгәр ҙә мөмкинлегегеҙ булһа, бер нимәгә ҡарамай изге тауға сәйәхәт ҡылырға ашығығыҙ. Ни бары үҙеңә ышанырға кәрәк һәм теләгең мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 433

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 125

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244