Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күктәр биргән фатиха
Күктәр биргән фатихаУл бер ваҡытта ла сәхнәлә ырғып-һикереп сығыш яһамай, сөнки моң ҡысҡырмай, тамашасыларҙы уйландырып, хисләндереп талғын ғына ағыла. Юҡҡа ғынамы ни “Һыу буйлап” тигән халыҡ йырын башҡарғас, мәшһүр Фәриҙә Ҡудашева сәхнәгә күтәрелеп, ҡулындағы сәғәтен һалып Илшат Сибәғәтуллинға бирә лә: “Үҙемде һыу буйлап йөрөгән кеүек хис иттем, һинең йырҙарыңды тыңлап”, – ти. Алла урынына күргән легендар шәхестән шундай юғары баһа ишеткән Илшат өсөн дә филармония залы ҡапыл икегә бүленгән кеүек була: бер яғында – тамашасылар, икенсеһендә, әйтерһең дә, тулҡынланып шомло Иҙел аға.

Ижадҡа юл башы

Италия вокал сәнғәтендә “деканто” тигән төшөнсә бар. Ул тауышты өҙмәй йырлауҙы аңлата. Илшат Сибәғәтуллин да ошо һәләткә эйә, һулышы киң, халыҡ йырҙарын башҡарғанда ла, эстрада йырҙарын көйләгәндә лә тауышы иркен яңғырай, тын да алмаған кеүек. Быны ябай тамашасы ла, бигерәк тә профессиональ йырсылар шунда уҡ тоя. Ҡазанда Илһам Шакиров исемендәге призға үткәрелгән конкурста сығыш яһағандан һуң, тәнәфес ваҡытында жюри ағзалары, күренекле йырсылар Илһам Шакиров менән Салауат Фәтхетдинов Илшаттың янына килә.
– Тын да алмаған кеүек йырлайһың, бүленмәйһең, – ти уға мәшһүр йырсы Илһам Шакиров.
– Тын алырға уның ваҡыты юҡ бит, – тип, ғәҙәттәгесә, шаяртыуға бора Салауат Фәтхетдинов.
Бәйгенең II турында Салауат үҙе була алмай, Португалияға автоуҙышҡа китә. Әммә үҙ исемендәге призды, минең яҡташыма бирегеҙ, тип әйтеп ҡалдыра. Уның һүҙҙәрен еткереп, жюри етәксеһе Салауат Фәтхетдиновтың призын Илшат Сибәғәтуллинға тапшыра. Бынан тыш, бәйгенең III дәрәжә дипломына ла лайыҡ була Илшат.
Күктәр биргән фатихаРадионан Фәрит Бикбулатовтың сығышын тыңлаған һайын кескәй Илшат хистәргә бирелә. Берәй ваҡыт уның йырлағанын да бөтә республикаға тапшырырҙар әле. “Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Сибәғәтуллин йырлай”, – тип әйтерҙәр тип хыяллана. Алланың “Амин!” тигән сағына тура килгәндер, күктәр уға йырсы булырға тигән фатихаһын бирә.
Иртәнге концерттарҙы йотлоғоп тыңлай ул. Ун биш минут моңло малай өсөн һәр көн көтөп алған ҡәҙерле ваҡытҡа, байрамға әйләнә. Унан һуң төшкөһөн ярты сәғәтлек концертты үткәреп ебәрмәҫкә тырыша. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында тыңлай алмаһа, ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡандай, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй көйөнөп йөрөй.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә атаһы Әнәс Миңлеәхмәт улы ла ҡулына гармун алып моңланырға ярата. Әсәһе Сафия Ярулла ҡыҙы “Ҡайтам инде тыуып үҫкән яғыма” тип ҡушылып йырлап ебәрә. Саҡмағош районында тыуып үҫкән ҡыҙ Илешкә эшкә килеп, буласаҡ тормош иптәшен осрата һәм яҙмышын бәйләп, ошо ерҙә төбәкләнеп ҡала. Тыуған яғына булған һағышын да шулай йыр аша бушатҡандыр. Ата-әсәһенең бергә йырлауы бәләкәй Илшат күңеленә мәңге онотолмаҫ моң булып һеңеп ҡала. Тағы ла әсәһенең бер йырҙы хисләнеп башҡарыуын онота алмай. Ул яҡташ шағир Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә күренекле композитор Сара Садиҡова яҙған “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтты” була.
Мәктәптә бер байрам да Илшатһыҙ үтмәй. Ул хатта уҡырға барған юлды ла йырлап атлай. Бәләкәй малайҙы өлкән кластар йыш ҡына һорап йырлата. Бушҡа түгел, 10-15 тин аҡса ла бирәләр.
– Ул аҡсаға туңдырма алырға була ине, – тип хәтерләй Илшат. Шулай тәүге эш хаҡын да йырлап ала. Йыр дәрестәрен дә бик ярата. Радионан кумиры Фәрит Бикбулатовтың “Аҡҡош күле”н, “Етегән шишмә”һен ишетһә, гүйә ҡанатланып осоп йөрөй.
– Элек бит йырҙарҙы радионан шулай иртән һәм төшкө концерт ваҡытында ғына тыңларға була ине. Хәҙер генә “Юлдаш” та, “Ашҡаҙар” ҙа көнө-төнө тигәндәй йыр тапшыра, телевидение ла йырҙарға клиптар күрһәтә. Беҙҙең бала саҡта ауылда бик һирәк кешелә магнитофон бар ине, – ти Илшат.
Балаларының йыр-моңға әүәҫлеген күреп, ата-әсәһе радиоалғыс һатып ала. Унда грампластинкалар ҙа тыңларға була. Был моң ҡумтаһын алған көн Сибәғәтуллиндар өйөндә тотош бер байрамға әйләнә. Илшат үҙҙәрендә грампластинкаларҙы тыңлап бөткәс, магазиндан һатып ала, күршеләрҙән һорап тора. Уларҙың күп тыңлауҙанмы, иҫкереүҙәнме сыйылған урындары ҡамасаулыҡ итә – энәһе бер туҡтауһыҙ һикерә башлай. Шул сағында энә өҫтөнә йөк – шырпы ҡабы һалып уйната. Тыңламаған грампластинкаһы ҡалмай Илшаттың. Ошо моң тәрилкәһе аша тәүге тапҡыр Мәғәфүр Хисмәтуллин, Рамаҙан Йәнбәковтарҙың башҡорт халыҡ йырҙарын нисек башҡарыуын ишетә. “Уйыл”, “Сибай”, “Азамат” кеүектәрен күңеленә һеңдерә. Илшаттың Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Фәрит Бикбулатов һымаҡ моңло йырсыларҙы ла яратыуы юҡҡа түгел.
“Бына тигән опера йырсыһы яһар инем...”

Йырсы булырға тигән хыялы Илшатты IX класты тамамлағандан һуң Өфөгә сәнғәт училищеһына алып килә. I турҙы уңышлы үтә, ә II турға фортепьяноға ҡу­шылып йырларға кәрәк була. Был музыка ҡоралының ни икәнен дә белмәгән ауыл балаһы уға ҡолаҡ та һалмай үҙенсә йырлауын белә: ҡыҫҡаһы, фортепьяно бер яҡҡа уйнай, Илшат икенсе яҡта йырлай. Шулай итеп, үҫмергә хыялын бер аҙға кисектереп торорға тура килә. Әлбиттә, күңеле төшә уның, Өфөнән бик кәйефһеҙ ҡайта. Байтаҡ йылдар үткәс, тормошо көйләнгәс, барыбер уҡырға инә Илшат. Тик был юлы сәнғәт академияһының фольклор бүлегенә. Ошонда мәшһүр педагог Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинанан да вокал дәрестәре ала.
– Әгәр туғыҙынсы кластан һуң миңә килеп эләкһәң, бына тигән опера йырсыһы яһар инем үҙеңдән, – ти данлыҡлы профессор. Ул Илшат Сибәғәтуллинды үҙенең уҡыусыларына өлгө итеп ҡуя.
– Йылына ике тапҡыр килеп киткән Илшаттың тауышын тыңлағыҙ әле, нисек яңғырай! Ә мин һеҙҙә ошо яңғырашты йылдар буйы шөғөлләнеп тә ишетә алмайым, – ти ул, ситтән тороп уҡып йөрөгән Илшаттың тауышына һоҡланып.

Моң һуҡмағы –
тыуған ерҙә


Сәнғәт училищеһына инә алмай ҡайтып киткән Илшат үҙҙәрендәге һөнәрселек училищеһын һайлай. Шул йылда 46 йәшендә генә атаһы үлеп китә. Өйҙә әсәһе, һикһәнде уҙып барған өләсәһе, бишенселә уҡыған ҡустыһы Илнур Илшаттың күҙенә ҡарап ҡала. Уларға ярҙам итеү ниәтенән егет ауылға ҡайта. Төрлө эштә йөрөй: көтөү ҙә көтә, нәҫел үгеҙҙәрен дә ҡарай, әммә йырҙан айырылмай.
Шундай һәләтле кешенең ауылда йөрөүен бергә эшләгән егет ағаһына әйтә. Ул Дүртөйлөләге Семилетка ҡасабаһында мәҙәниәт йорто директоры була. Шулай итеп, ул Илшатты эшкә саҡыра, һәм егеттең өс йылға һуҙылған сәхнә тормошо башлана. Ошо ваҡыт эсендә ҡайҙа ғына булмайҙар: яҡын-тирә ауылдарҙың, күрше райондарҙың береһен ҡалдырмай йөрөп сығалар. Шунда “Туған тел” конкурсында ҡатнашып дипломант була. 2003 йылда “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһенә барыр­ға ниәт итә. Дөрөҫөрәге, Дүртөйлө район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эшләгән Резеда Рәйес ҡыҙы Зарипова был һәләтле егеткә күптән иғтибар итеп йөрөгән була, ул Илшатҡа конкурсҡа барып, көсөн һынап ҡарарға кәңәш итә. Унда “Уйыл”, “Сибай”, “Азамат”, “Ильяс” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып, егет лауреат исеменә лайыҡ була. Моғайын, 24 йәшендә генә “Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтау­лы исемгә лайыҡ булғандар һирәктер. Илшат Сибәғәтуллинға ошондай бәхет насип була.

Бәхет нисек ҡорола?

Тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған, төплө фекер йөрөткән Илшат киләсәктә сәхнәлә йырлап йөрөп кенә донъя көтөү ауыр буласағын аңлай. Шуға өйләнер йәше еткәс, башта йорт һалырға ҡарар итә.
– Төп йортта ҡустым ҡалды. Өйләнһәм, кәләшемде ҡайҙа алып ҡайтырға тейешмен, тип уйлап йорт һалдым. Эште бөтөр­гәс, ҡыйығына ҡарлуғастар оя ҡорҙо. Быны күршеләр яҡшыға юраны, ғаилә ҡороуҙың билгеһе, тинеләр.
Күп тә үтмәй, үҙҙәренең Илеш районы Иҫәнбай ауылы ҡыҙы Зирина менән өйләнешәләр. Буласаҡ кәләше ул ваҡытта Өфөлә Черниковка биҫтәһендәге 105-се дарыуханала фармацевт булып эшләп йөрөй. Әле Сибәғәтуллиндар ғаиләһе Үрге Маншыр ауылында ҙур иркен кирбес йортта донъя көтә. Илшат нефтселәр ойошма­һында оператор булып эшләй. Зирина үҙ һөнәре буйынса урынлаша. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Малайҙарына Илһам Шакиров хөрмәтенә Илһам тип исем ҡушалар. Бөйөк аҙашы һәм атаһы кеүек моңға эйә булырмы ул бала, быныһын ваҡыт күрһә­тер. Биш кенә йәш әле уға. Ә 10 йәшлек ҡыҙы Гөлшат әленән үк урындағы сәхнә йондоҙона әйләнгән. Мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла ҡатнаша. Өс йәшендә үк Илеш телевидениеһының “Йондоҙсоҡ” конкурсында I урын алған. Балалар баҡсаһынан бирле йырлаған ҡыҙҙы район телевидениеһы әле лә йыш ҡунаҡҡа саҡыра. Атаһы менән бергә китапхана­ларҙа, осрашыуҙарҙа ла сығыш яһайҙар.
Киләсәккә пландары күп Илшат Сибәғә­туллиндың. Мәктәп уҡыусылары алдында лекция-концерттар ойошторорға ниәтләй. Унда үҙе генә йырлап ҡалмайынса, халыҡ яратҡан шағирҙарҙы һәм композиторҙарҙы саҡырырға уйлай.
Ғәжәп күп яҡлы кеше ул Илшат. Буш ваҡыттарында көндәлектәр ҙә яҙа. Китап сығарыу хаҡында ла ниәте бар. Уның хатта исеме лә уйланған. “Моң һәм мөхәб­бәт” тип аталасаҡ. Көндәлектәре менән бергә әсәһенең шиғырҙарын да, үҙе хаҡын­да яҙылған мәҡәләләрҙе лә тупларға уйлай ул. Әсәһе Сафия апай төҙөлөштә штукатур-маляр булып эшләгәндә яҙған ике дәфтәрлек шиғырҙарын юғалта. Ятаҡта, күрәһең, кемдер ала ла кире ҡайтармай. Һуңғы яҙғандары, өсөнсө дәфтәре – Илшатта. Уларҙы редакцияға килтергәс, һәйбәт кенә баһа ишетә. Бер-бер артлы оло ҡайғы кисергән – әсәһен, ирен, йәнә бер туғанын ерләгәс, күңелендәге һағыштарын шиғыр юлдарына һала. Үҙе 56 йәшендә генә юғары ҡан баҫымы арҡаһында ҡапыл ғына вафат була. Әле Үрге Йәркәйгә барған һайын әсәһенең хеҙмәте тейгән мәҙәниәт йортон, дауахана бинаһын күреп, ҡәҙерлеһенең ҡул йылыһын тойғандай була Илшат. Әгәр ҙә ошо көндө күрһә, улының уңыштарына нисек ҡыуаныр ине ул!
Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел: Илшат йырлап ҡына йөрөмәй, ә донъяһын да бына тигән итеп көтә. Ул ҡыш та тик ятмай: ҡарама бәшмәген үҫтереү менән шөғөлләнә. Йәй махсус биләмәһендә бал ҡорто тота, баҡса үҫтерә. Ана шулай ҡәҙимге ауыл кешеһенең тормошо менән йәшәп ята уңған, хужалыҡсан Илшат. Дөрөҫ булһа, хатта ҡатынын да ашарға бешерергә үҙе өйрәткән, тиҙәр...
Тормошта Илшаттың тағы бер бик һәйбәт сифаты бар: ул кеше һүҙенә әллә ни иғтибар бирмәй, үҙ уйы менән йәшәй. Ҡайһы бер кәңәш бирергә яратҡандарҙы тыңлап, “эйе”, “ярай” ти ҙә, барыбер үҙенсә эшләй. Үҙ көсөнә, хаҡлығына ышанған кешеләргә хас сифат был.

“Бер көнлөк йыр
минең өсөн түгел”


Бөгөн Илшат Сибәғәтуллин йырҙарынан ике диск сығарған. “Яратам” һәм “Һағынып киләм” тип атала улар. Репертуарында бер осраҡлы йыр ҙа юҡ. Барыһы ла моңло, һалмаҡ, халыҡсан. Бөгөн башҡарылып, иртәгә онотола торған еңел-елпе йыр­ҙар­ҙы һайламай ул. “Тыуған ауылым” (Х. Әхмәтов музыкаһы һәм һүҙҙәре), “Әллә ниҙәр әйтер инем һиңә” (Н. Нәжми һүҙҙәре, В. Ғәлимов көйө), “Сирень сәскәләре” (Н. Иҙелбай һүҙҙәре, Р. Сәлмәнов көйө), “Һыу һибегеҙ гөлдәргә” (Н. Нәжми һүҙҙәре, Р. Хәсәнов көйө), “Китмә, һандуғас” (Г. Зәйнәшева һүҙҙәре, Р. Яхин көйө), шулай уҡ бик күп башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары шуға асыҡ миҫал. Ошо хаҡта үҙе бына нимә ти:
– Иң тәүҙә дөрөҫ репертуар һайларға, халыҡ йырҙарын мәшһүр артистар башҡарыуында өйрәнергә кәрәк. Ләкин уларҙы ҡабатларға түгел, ә үҙеңсә йырлау мөһим. Һайлағаныңды бик оҙаҡ үҙ алдыңа башҡарып йөрөү мотлаҡ. Йырлаған һайын тауыш асыла бит ул. Бөгөн генә өйрәнеп, иртәгәһенә конкурста башҡарып булмай – бындай саҡта йыр тигеҙ яңғырамаясаҡ. Эстрадаға мөрәжәғәт иткәндә профессиональ композиторҙарҙың әҫәрҙәрен һайлау отошло, сөнки бер көнлөк еңел йырҙар тауыштың мөмкинлектәрен дә, моңдо ла биреп бөтмәйәсәк.
– Һуңғы ваҡытта үҙегеҙ ҙә көйҙәр яҙа башлағанһығыҙ икән, тип ишеткәйнек. Сәбәптәре нимәлә: күңелегеҙгә ятҡан йырҙар табыуы ҡыйынмы?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, минең диапазон өсөн яҙылған йырҙар бик һирәк. Үҙем яҙғанды бөтә күкрәгем менән рәхәтләнеп башҡарам, сөнки мөмкинлектәремде иҫтә тотоп ижад итәм.
– Әле ҡайһы шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарығыҙ бар?
– Бер осрашҡанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә апай Юнысова китабын бүләк иткәйне. Шиғырҙарын уҡып сыҡҡас, үҙенән-үҙе күңелгә көй килде. Шулай итеп, ете йыр яҙҙым. Әҫәрҙәре йырлап тора. Гөлфиә апайҙың әйтеүенсә, уларҙы шағирә үҙе лә йыр өсөн тип ижад иткән икән.
Бынан тыш, Дилә Булгакова шиғыр­ҙарына яҙған йырҙарым бар. Күренекле яҡташым, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың “Булаһы булған инде” исемле шиғырын да көйгә һалдым.
Илшат Сибәғәтуллин бөтә йыр бәйгеләрендә лә ҡатнашып еңеү яулай. Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ моңо” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, машина менән бүләкләнә. “Оҙон көй”, “Туған тел”, “Ирәндек моңдары”, Илһам Шакиров исемендәге конкурстарҙа ла лауреат исемен яулай.
Талантлы журналист Рәйсә Абдуллина уның хаҡында “Автограф” тапшырыуын әҙерләй. Шулай уҡ, үҙен режиссерлыҡта һынап, Илшат Сибәғәтуллиндың бер нисә йырына клиптар төшөрә. Хәҙер уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла, “Ҡурай” каналында ла йыш ҡабатлап күрһәтәләр.
Илшат башҡарған йырҙар “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары аша ла яңғырап тора. Моңло йырсыны ике радио ла төрлө тапшырыуҙарға ихлас саҡыра. Ҡыҫҡаһы, Илшат Сибәғәтуллин мәҙәни баш ҡаланан бер ҙә ситтә йәшәгән кеүек түгел. Исеме һәр саҡ халыҡ телендә.
Бына әле лә ул 23 ноябрҙә үҙенең яҡташтары алдында ҙур концерт менән сығыш яһай. Кисәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова менән Роберт Миңнул­лин да ҡатнаша. Шулай уҡ Өфөнән бил­дәле йырсылар, алып барыусы саҡырыл­ған. Илшат Сибәғәтуллин тамашасыларға өс тиҫтәгә яҡын йыр башҡарасаҡ.
Киләсәккә хыялы – шундай уҡ ҙур концерт менән Өфө халҡы алдында ла сығыш яһау. Был теләге лә тормошҡа ашыр. Йәнә бала саҡтағы хыялы ла ысынға әйләнер: бер мәл радионан “Башҡорт­остан­дың халыҡ артисы Илшат Сибәғә­туллин йырлай” тип әйтерҙәр әле. Иншал­ла, шулай булыр, сөнки күктәр уға фати­хаһын биргән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 226

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 223

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 243