Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күсей ауылы феномены
Күсей ауылы феномены “Ватандаш” журналы редакцияһы эргәһендә йыл башынан фәнни-ижтимағи форум эшләй башлағайны. Унда йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе фәнни күҙлектән өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйыла. Республикала экология мәсьәләләре, мәктәп менән уҡыу йорттары араһында белем биреүҙә бәйләнеш, Шүлгәнташ мәмерйәһенең киләсәге, башҡорт теленә арналған һөйләшеүҙәр ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сираттағы форум Баймаҡ район хакимиәте менән берлектә ойошторолдо һәм “Күсей ауылы феномены” тигән темаға арналды. Унда БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, билдәле яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова менән Ринат Камал, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Форумды “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева алып барҙы.
Күсей – уникаль ауыл. Ошо бер ауыл ғына республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәрҙе, оло талант эйәләрен биргән. Халҡы­быҙҙың ауыҙ-тел ижадынан бил­дәле Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡу­райсы Хәмит Әхмәтов, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миң­леғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таң­сулпан Ғарипова, исеме милли бейеү сәнғәте классикаһына ингән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Зифа Баязитова һәм башҡалар... Был феноменаль күре­неш нимә менән аңлатыла? Уның сығанаҡтары ҡайҙа? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләне һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.
Күсейҙә талант эйәләренең күп­леген төрлөсә фаразлап аңла­тыусылар бар. Ҡайһы берәүҙәр белдереүенсә, ауылдағы бөтә шишмәләр ҙә Ирәндек башынан урғылып төшөп, ауылға тик ыңғай энергетика килтерә, һәм ул ошо ыңғай нурҙар солғанышында йәшәй. “Аяҡ аҫтыбыҙ таш түгел, алтын ғына”, – тиеүселәр ҙә бар. Нимә генә тиһәк тә, ысынлап та, таштары тарих һөйләп, һәр ҡыл­ғаны йыр көйләп тора Күсейҙә. Күсей ауылы кешеләренең үҙҙә­ренә генә хас йәшәйеше, бай тарихы, матур традициялары бар. Ауылда йырламаған, бейемәгән, шиғыр яҙмаған кеше юҡ тиерлек, һәм ул тәбиғи хәл тип ҡабул ителә. Хан табынына торош аш-һыуҙары ла телде йоторлоҡ итеп әҙерләнә! Бөгөнгө ҡатмарлы замандарҙа ла ишле мал аҫрап, матур йорттарҙа бәхетле ғаилә ҡороп, рухлы балалар үҫтереп, йыр-моңдан айырылмай гөрләтеп донъя көтә күсейҙәр.
Үткәнен белмәгән халыҡтың бөгөнгөһө, бөгөнгөһө булмағандың киләсәге юҡ, тиҙәр. Халҡыбыҙҙың үҙ тарихы, атай-олатайҙарҙың данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы, күптәрҙең ырыуын, уның тарихын белергә ынтылышы ошондай сараларҙан һуң барлыҡҡа килә лә инде. Илдә төрлө үҙгәрештәр барғанда үҙ тамырыңды юғалтмау бигерәк тә көнүҙәк тема. Шуға күрә лә республиканың төп журналы булған “Ватандаш”тың Күсей йөҙөндә ауылдар темаһына иғти­бар итеүе бик тә ваҡытлы һәм урынлы. Фәнни күҙлектән иғтибарға лайыҡ булыуҙан тыш тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәте ҙур бындай сараның.
Беҙҙең илдә ауылдарға ҡарата аҙыҡ-түлек етештереүсе, халыҡты туйындырыусы тигән бер яҡлы ҡараш өҫтөнлөк итә. Ә уның мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ сығанағы, борондан килгән йолаларыбыҙ, телебеҙ һаҡсыһы булыуы иҫәпкә алынмай. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл йәшәй, ул заман ауырлыҡтарына бирешмәй. Сөнки уның үҙ-үҙен һаҡлай торған көсө лә бар. Күсей ауылы – бының асыҡ миҫалы.
– “Ватандаш”тар бик кәрәкле проектҡа тотонған, сөнки республи­кабыҙҙа иҫ киткес бай тарихлы ауылдарыбыҙ, төрлө өлкәлә билдәлелек яулаған, үҙ эшенең оҫталары булып танылған бик күп шәхестәребеҙ бар. Баймаҡтың Буранбай, Сыңғыҙ ауылдары феноменаль ауыл түгелме ни?! Ейәнсуранан – Абзан, Мәсетле­нән – Һөләймән, Ғафури районынан Сәйетбаба һәм башҡа ауылда­рыбыҙҙың тарихын, данға лайыҡ халҡын бөтәбеҙ ҙә белергә, йәштәребеҙгә еткерергә тейеш­беҙ, – тине шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбай.
Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының иң оло ауыл ағи­нәйе – 90 йәшлек Фатима Әбдрәхи­моваға һәм ауылдың иң кесе вәкиле – яңы ғына тыуған бәпес Мәжит Игебаевҡа бүләктәр тапшырыуы ла оло мәғәнәгә эйә ине.
Форум хаҡында тулыраҡ мәғ­лүмәт менән “Ватандаш” журна­лының ноябрь һанында танышыр­һығыҙ. Саранан фотоһүрәттәр журналдың сайтында һәм “Бәй­ләнештә” селтәрендәге төркөмдә ҡуйылған.
Редакция республикабыҙҙың феноменаль ауылдары хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәсәк.

Нурия РАФИҠОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 228

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 224

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244