Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мерәҫ һәм мираҫ
Мерәҫ һәм мираҫ Һуңғы арала 1917 – 1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең тормош юлы өйрәнелә, яңы биттәр асыла, тулыландырыла. Иң мөһиме — уларҙың иҫтәлеген һаҡлар, килер быуындарға еткерер өсөн ошо аҙаҡҡы егерме йыл эсендә шаҡтай эш башҡарылды. Шулай ҙа тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеү өсөн бик ныҡ ижтиһатлыҡ итәһе бар. Бындай изге бурыс­ты атҡарыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған сараларҙың да һөҙөмтәһе булыр, тип өмөтләнәйек.
Ә июнь айындағы иң берәгәйле эштәрҙең береһе — Ырымбур өлкәһе Яңы Сергиевка районы Мерәҫ (Ҡыуайыр) ауылында арҙаҡлы шәхестәребеҙ Һеләүһен Кинйә улына, шулай уҡ Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксе­ләре Сәғит Мерәҫовҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ ҡуйылыуы. Хәтер йәшәгән, халыҡ азатлыҡ тип йән атҡан. Ошо изге ынтылыш быуындан быуынға тапшырыла килгән. Кинйә Арыҫлановтың улы Туҡ-Соран буйҙарында һыйыныу тапҡан икән, тимәк, был ерҙең кешеләре ышаныслы булған. 1917 йылдағы хәл-ваҡиғалар ошо рухты тағы алға әйҙәне.
Юғарыла телгә алынған Мерәҫ улдары — Башҡортостандың яҙмышын үҙ яҙмышынан өҫтөн күргән, мөхтәриәт өсөн йәнен аямаған фиҙакәр шәхестәр. Ырымбур хәрби бүлегенең матбуғат органы – “Башҡорт тауышы” гәзитен сығарышыуҙа әүҙем ҡатнашыу­ҙарын телгә алырға кәрәк. С. Ме­рәҫев – уның тәүге мөхәррире. Милләтем йәшәһен тип йән аяма­ған ҡаһармандарға таҡтаташ ҡуйыу улар алдындағы бурысы­быҙҙы бер ни тиклем ҡайта­рыуҙыр. Киләсәктә һәйкәл­дәрен дә күрергә насип итһен.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкләгән делегация ошондайыраҡ изге уй-ниәттәр менән сыҡты оло юлға.
Был мөһим сараға арналған митингта Рауил Бикбаевтың сығы­шы әллә күпме дәүерҙәрҙе, быуын-быуын алмашынып килгән шәхестәрҙе күҙ алдына баҫты­рырға ярҙам итте. Баҡтиһәң, Туҡ-Соран яҡтары Ибн Фаҙландың яҙмаларында ла телгә алына икән. Ошо айырым бер төбәк кенә лә мең йыллыҡ тарихҡа эйә. Күпме заман ҡатламын һаҡлай ул үҙендә!
Ауыл халҡы данлыҡлы ир-уҙамандары тураһында аҙмы-күпме хәбәрҙар, нәҫел-нәсәптәре, шөкөр, бына тигән итеп донъя көтә. Батырҙарҙың исемдәрен яңғыратҡан сараға Ырымбур ҡала­һынан, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да килеп еткәндәр. Данлы өс ирҙең исем-шәрифе теркәлгән яҙманан аҡ япманың алыныуы тулҡын­ландырғыс мәлдәрҙең береһе булғандыр. Иҫтәлекте мәңге­ләш­тергән таҡтаташтар тирә-яҡты бал­ҡытып ебәргәндәй булды. Тарих, гүйә, бөгөнгөгә ышаныс күҙҙәре ме­нән баҡты. Һағышлы ла, танта­налы ла кисерештәр бүләк итте ул.
Рухи бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә әҙәбиәт һәр саҡ ҙур роль уйнаған. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев башҡорт әҙиптәренең сәләмен еткерҙе, китаптар тапшырҙы. Клас­сигыбыҙ, Ырымбур далаһы улы Дауыт Юлтыйҙың әҫәрҙәре айырыуса ҡиммәтле бүләк булғандыр.
Мерәҫтәр үҙҙәре лә матур концерт номерҙары менән ҡыуан­дырҙы. Ауыл клубында оҫталар­ҙың ҡул эштәре ҡуйылған, самауыры ла ҡайнап ултыра. Бына шундай йылылыҡ, ихласлыҡ хөкөм һөрҙө осрашыуҙа. Иң ҡыуандыр­ғаны — Мерәҫ һәм Кәримдәрҙең быуындары бында йәшәй. Ырымбур шағирәһе Нәфисә Смаҡова үҙ шәжәрәһен яҡшы белеп үҫкән.
— Мине бәпләп, яратып үҫтер­гән өләсәйемдең бер туған ағаһы бит ул Сәғит Мерәҫев. Уның тура­һында бәләкәйҙән ишетеп үҫтек. Тик бала саҡта бик күп һөйләмәй торғайнылар. Барыбер шәхес культынан һуң ҡурҡыу ҡалған ине, ләкин ошо мыҫҡаллап ҡына бирелгән мәғлүмәт тә беҙгә рухлы, илһөйәр булып үҫергә ярҙам итте. Сәғит олатайым һәр саҡ минең хәтерҙә булды, — тине ул.
Ошо рух Нәфисә­нең үҙенсә­лекле ижадында ла сағыла, Туҡ-Соран буйының ҡабатланмаҫ биҙәк­тә­ре менән таныштыра, тип әйтер инем мин. Ауылдаштары уны “Беҙҙең шағирәбеҙ” тип ғорур­ланып әйтә.
Был көндә һәр кем күңел бөтөнлөгөн тойғандыр. Рухи-мәҙә­ни бәйләнештәрҙе артабан нығы­тыу тураһында һүҙ булды. Бөйөк шәхестәр исеме Ырымбур өлкәһе менән араны тағы ла яҡынайтыр. Хәйер, мерәҫтәр үҙҙәрен Өфөнән алыҫта тоймай­. Күңел яҡын­лығы, дөйөм эштәр берләштерә. Урындағы сәнғәт оҫталарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы­ның рәхмәт хаттары тапшырылды. “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән тыуған яҡ тарихын өйрәнгән Гөлниса Сатучина бүләкләнде.
Илһөйәрлек рухы һүнмәгән. Әхмәр ауылынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрҙең береһе Филүзә Хәлитова, Мөхәмәтша Буранғолов­тың тыуған ауылы Тәңистән килгән Рафиҡ Кучаев менән танышып, үҙем өсөн күп нәмә астым, тиергә була. Р. Кучаев ябылған мәктәпте ҡайтанан астырыу өсөн тырышып йөрөй. Мәктәптә әлеге мәлдә ремонт яһатыу менән мәшғүл. М. Буран­ғоловҡа һәйкәл ҡуйҙыртыу тураһын­да хыяллана. Тик финанс яҡтан ауырлыҡтар кисерә, шул арҡала изге эштәр ҙә тотҡар­лана…
Өфөнән килгән тарихсыларҙың, һүҙ сәнғәте оҫталарының сығыш­тары зиһенле әҙәмдәрҙә милләте­беҙ, уның үткәне өсөн ғорурланыу тойғоһо уятҡандыр. Күп кенә файҙалы мәғлүмәт алыуҙарын үҙҙәре лә әйтте. Шәхестәр һәм тарих беҙҙе рухлы, берҙәм һәм көслө итә.
Яңы Сергиевка районының Мерәҫ ауылына батыр улдарының исеме ҡайтты. Бөтәһе лә ал да гөл тип раҫларға йыйынмайбыҙ. Уйланаһы урын, эшләнәһе эштәр етерлек. Беҙ телгә алған өс шәхес вариҫтарының да тауыштарын ишетергә насип булһын, тибеҙ.
Өс исем, өс таған килер быуындар өсөн бейеклек, фиҙакәрлек өлгөһө булыр, тарих менән бөгөн­гө­нө бергә бәйләгән яҙмыштар халыҡ, ил тураһында уйланырға мәжбүр итер. Беҙҙе бергә бәй­ләгән, киләсәккә өмөт менән ба­ғырға ярҙам иткән шәхестәребеҙ булған, бар һәм булыр, тигән уй менән ҡайттыҡ Ырымбур яҡта­рынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518