Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур ғаилә – ил ҡото
Матур ғаилә – ил ҡото “Борон-борондан Уралтау буйында батырҙарҙы тыуҙырған, тәрбиәләгән, үҫтергәндәр. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән кешегә иң ыңғай сифаттар хас: илһөйәр, эскерһеҙ, тоғро, аҡыллы, ғорур, ҡыйыу, ябай, кешелекле, мөхәббәтле, моңло, ярҙамсыл... Шулай уҡ был ғаиләлә хупланған һәм тәрбиәләнгән иң күркәм һыҙаттар – егәрле, уҡымышлы, фиҙакәр, яугир, оҫта ҡуллы, тәбиғәт йәнле, бала йәнле булыу. Беҙ ата-бабаларыбыҙға ошондай ғаилә ҡото, ғаилә ҡиммәттәре мираҫ иткән өсөн мең рәхмәт әйтәбеҙ, уларҙың рухы алдында баш эйәбеҙ!”
Ошондай алтын һүҙҙәр менән башланып китте Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ойошторолған байрам сараһы. Ысынлап та, туған халҡыбыҙҙың көслө булыуы уның ныҡлы ғаиләләренән башлана ла инде. Шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарары менән 1 март республикабыҙҙа Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителгәс, халыҡ быны берҙәм хупланы. Һәм ҡайһы бер райондар үҙҙәренең иң күркәм, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған иң матур ғаиләләрен сәхнә түрендә күреп ҡыуанды ла инде. Уларға бар тамашасы һоҡланды һәм, әлбиттә, үрнәк алды. Сараны асыу тантанаһына килгәндә, баш ҡалабыҙҙың һәр милли байрамында ғәҙәтләнгәнсә, был сараны ла егеттәр ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды уйнап асып ебәрҙе. Аяғүрә баҫып гимн тыңлаған тамашасыларҙа, үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ, мөхәббәт тойғолары менән бер рәттән, уны ҡурсыу, һаҡлау тәңгәлендәге уйҙары ла яралмай ҡалмағандыр.
Матур ғаилә – ил ҡотоБөгөнгө байрамдың төп ойоштороусыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов үҙенең сығышында, һәр йыл ошо көндө милләтебеҙҙең матурлығын, мөхәббәтен, тоғролоғон, ышанысын, әхлаҡи сафлығын һаҡлаған күркәм ғаиләләребеҙгә бағышлап, оло бер фестиваль булараҡ байрам итәсәкбеҙ, тип күңелдәргә өмөт орлоғо һалды.
Матур ғаилә – ил ҡотоБайрам уңайынан сәхнә түренән урын алған ғаиләләребеҙ, ысынлап та, бар яҡтан да өлгө булып торҙо. Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһынан һигеҙ бала тәрбиәләгән Хафизовтарҙың сығышы күптәрҙе уйландырып, улай ғына ла түгел, иманға, камиллыҡҡа әйҙәгәндер. Ғаилә башлығы Илшат Амур улы үҙе лә, ҡатыны һәм балалары ла дин юлында. Алып барыусыларҙың: “Ир-егетте рухлы итеп тәрбиәләү ниҙән башлана?” тигән һорауына ул: “Рух менән дин бер-береһенә тығыҙ бәйле, кеше күпме динлерәк, тәҡүәлерәк, мәсеткә йөрөһә, намаҙ уҡыһа, ураҙа тотһа, уның шул тиклем рухы ныҡ була. Мәсеткә йөрөгән кеше бер ҡасан да башын эймәй, бер ҡасан да аптырап, юғалып ҡалмай”, – тип яуап бирҙе.
Хәйер, ошондай тағы ла бер нисә ғаиләне сәхнә түренә алҡышлап саҡырҙы тамашасы. Улар араһында Илеш районының Айыу ауылынан Мулләхмәтовтарҙың, Мәсетле районының Һөләймән ауылынан Зәйнетдиновтарҙың, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан Боҫҡоновтарҙың, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Баймырҙиндарҙың, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Хәлитовтарҙың, Баймаҡ районының Буранбай ауылынан Аралбаевтарҙың ғаиләләре бар яҡтан да милләтебеҙгә өлгө булырлыҡ, халҡыбыҙ ихтирамына лайыҡлы.
Ә инде киләсәктә “Матур ғаилә – ил ҡото” йыйыны һәр районда башҡорт ғаиләләрен барлау, яҡлау, ярҙам итеү, өйрәнеү һәм танытыу-танышыу йолаһы булараҡ үтәсәк. Һәр төбәктең аҡһаҡалдары, ил инәләре, етәкселәре, төрлө ғаиләләре ошондай кисәләрҙә ҡатнашасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511