Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәңәшле эш тарҡалмай
ХV быуаттың атаҡлы йыраусыларының береһе булған Асан Ҡайғының: “Ғилемем баштан ашты тип кәңәшһеҙ һүҙ башлама, ғилемдең ниндәй файҙаһы — белмәҫте юлға һалмаһа!” — тигән һүҙҙәренә нигеҙләнеп ошо мәҡәләмде яҙырға булдым.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Булат Кәримовтың “Эҙәрмән” тапшырыуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яратып ҡарайбыҙ, уның хеҙмәтенең ни тиклем ауыр һәм яуаплы булыуын аңлайбыҙ.
Ноябрҙә Бейеш тураһында бер нисә тапҡыр ҡабатлап күрһәтелгән тапшырыуға ҡарата үҙемдә һәм оло быуын ауылдаштарымда тыуған уй-фекерҙәр хаҡында яҙып үтмәксе булам.
Ишкенә улы Бейештең кемлеге хаҡында яҙып тороуҙың кәрәге юҡ, сөнки уның тураһындағы легендаларҙы кем генә белмәй ҙә мәшһүр “Бейеш” йырын кемдең ишеткәне юҡ? Ул – билдәле тарихи шәхес, яҡташтарыбыҙҙың ғорурлығы уның булғанлығын һис кем инҡар итә алмай? Әле булһа оло быуын ауылдаштар Бейеш тураһында ата-олаталарынан тапшырыла килгән күп легендаларҙы хәтер һандығында һаҡлай.
Тапшырыуҙа ебәрелгән ҡайһы бер хаталарға мин бер аҙ асыҡлыҡ индергем килә. Бейештең бишенсе быуын вәкилдәренән 1928 йылғы Таштимер Ғәйзулла улы Дәминдәров әле иҫән-һау, Сибайҙа йәшәй, ул Бейеш туғаны хаҡында бик күп мәғлүмәт һаҡлай. Шәрифйән Афзалов ағай ҙа үҙе иҫән саҡта данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙҙы. Шулай уҡ туғаны булған 90 йәшлек Ғәлимә Минһажева — Сибай улы Абдулланың ейәнсәре, вафатына 20 көн дә тулмаған әле. Уларҙан башҡа биш, алты, етенсе быуын туғандары ла бар ауылда. Тимәк, Бейеш тураһында күп мәғлүмәт белгән ауылдаштар бар бит, тапшырыуҙан алда улар менән кәңәшләшеү мөмкин булғандыр.
Ә инҡар итерлек нәмәләр күп булды. Беренсенән, Рәжәп Яҡуповтың: “Бейеш Әкембәт ауылында тыуып үҫкән, бына ул йәшәгән нигеҙ”, – тип минең 1905 йылғы ҡәйнәмдең, уның ата-олаталарының нигеҙен күрһәтеп тороуы төплө хата. Ҡәйнәмдең олатаһы ғына ла Бейештең замандашы була түгелме һуң? Ололар әйтеүенсә, 1964 – 1966 йылдарғаса урамдың аҫҡы рәтендә йәшәгән Минһажевтар нигеҙе Бейештең ата-бабалары нигеҙе булған. Уны иҫбатлау мөмкин дә түгелдер. 1997 йылдың 24 майында сыҡҡан “Осҡон” гәзитендә (№59 (6983) Г. Яҡупов, архив мәғлүмәттәренә таянып, Бейеш Ҡусҡар ауылыныҡы тип яҙғайны, ә инде яңы ғына донъя күргән район энциклопедияһының 105-се битендә Иҙәш Ҡусҡарҙыҡы тип ташҡа баҫылған. Өс төрлө мәғлүмәт, ҡайһыһына ышанырға, нисек аңларға? Аҡҡа ҡара менән яҙылғанды уҡытыусылар ҡуллана, киләсәк быуындарға дөрөҫ булмаған мәғлүмәт ҡалдырабыҙ бит! Төбәктә бөтәһе биш Ҡусҡар ауылы булған, ә Бейеш Орсоҡ Ҡусҡарыныҡы, тик уны Исҡужа менән бутарға ярамай (уны ла Орсоҡ ауылы тип атайҙар). Орсоҡ Ҡусҡарҙы ХХ быуат баштарында Мирйән Ҡусҡары тип тә йөрөткәндәр. Ул ауыл 1966 – 1970 йылдарҙа бөттө, халҡы Тал Ҡусҡарға күсте, хәҙер беҙҙә йәшәйҙәр. Бейештең юҡҡа сыҡҡан ауылының урынын халыҡ бөгөн “Аръяҡ ауылы” тип кенә йөрөтә.
Икенсенән, Р. Яҡупов “Бейеш мәмерйәһе” тигән мәҡәләһендә, мәмерйәнең ауыҙы өсмөйөш формаһында, тип яҙғайны. Тапшырыуҙа ла шул уҡ мәғлүмәт ҡабатлана. Алдан килешеп эш иткәндә, Бейеш эҙҙәре буйлап Оло Ташҡа барғанда, һис юҡта мәмерйәне дөрөҫ күрһәтерҙәй мал көтөүсе ир-егеттәрҙе булһа ла алып барырға мөмкин ине.
Мәмерйә ауыҙы ҡәҙимге ишек формаһында, ауыҙына бер кем ҡыбырлата алмаҫлыҡ таш һөйәүле торор булған, уның эсенә бер кем инә алмаған, шуға күрә экскурсиялар мәлендә мәмерйәнең өҫтөнән бер тишек буйлап, эсенә арҡан менән төшөр булғандар. Ә хәҙер мәмерйә урынлашҡан ҡая бөтөнләй емерелгән. Ә Булат Кәримовтың: “Бындай бүре ояһы кеүек мәмерйәләр күптер инде ул”, – тигәнен иҫбатлап, Бейеш мәмерйәһенә яҡыныраҡ тағы ике мәмерйә урынлашҡан. Әммә ҡайһы саҡта шунда көтөүселәр шашлыҡ бешереп ашағандан ҡалған торонбаштарҙың һис тә Бейеш ҡалдырған торонбаш булыуы мөмкин түгел. Өсөнсөнән, Бейеш ташҡын ваҡытында юлаусыларҙы Ҡыҙыл йылғаһы аша Энәлекле кисеүенән сығарырға ярҙамлашҡан. Ярҙамды нисек ризалатырға икән, ни менән түләргә икән тигән һорауға Бейеш: “Ошо ҡая ташҡа минең һүрәтемде эшләһәгеҙ булды”, – тигән. Улары балта-сүкештәре менән үтенесте үтәп тә ҡуйған. “Шул ҡая ташты “Бейеш ташы” тип йөрөтә башлайҙар” тигән иҫтәлектәр менән Шәрифйән Афзалов ағай үҙенең атаһы һөйләп ҡалдырғандарҙы “Башҡортостан” гәзитендә “Юл ситендәге көҙгө сәскә” тигән мәҡәләһендә бүлешкәйне.
Дүртенсенән, Бейештең яҙмышы тураһында төрлө версиялар бар. Уның властарға тотолоуы тураһында 1979 йылдың 10 июнендә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә БДУ доценты Әнүәр Әсфәндиәров яҙып сыҡҡан, 1980 йылдың 9 авгусында “Совет Башҡортостаны”ның 182-се һанында Я. Хамматовтың “Һырдаръя” китабы” исемле ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле мәҡәләһе донъя күргән.
Бишенсенән, Өфө һынлы Өфөнән килгән телевидение хеҙмәткәрҙәренә Тал Ҡусҡары мәктәбендәге Бейеш исемен мәңгеләштереп ҡуйылған таҡтаташты ла күрһәтеү урынлы булыр ине, шунда уҡ Бейештең ауылдашы, филология фәндәре докторы Сәриә Мирйәноваға ла йәнәшә генә таҡтаташ ҡуйылған. Ә иң ҙур урамыбыҙ Бейеш исемен йөрөтә. Ана ниндәй шәхестәребеҙ булған беҙҙең! Ғорурланмай мөмкинме һуң?! Уларҙың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған Әсхәл Әхмәтхужа ағайыбыҙға мең-мең рәхмәт. Тарих әкиәт түгел. Уны тәрәндән өйрәнмәй, төплө белмәй тороп матбуғатта баҫтырыу, телевидениела күрһәтеү ярамайҙыр. Йәш Р. Яҡупов менән В. Сафиуллинаның тыуған яғын өйрәнеп, күренекле шәхестәрен республика кимәленә сығарып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын саҡырыуҙарын хуплайым – ысын патриоттар ғына шулай эшләй. Тик халыҡ аҡылына таянып, кәңәшләшеп эшләү дөрөҫөрәк булыр ине. “Ғилемдең ниндәй файҙаһы — белмәҫте юлға һалмаһа!” – тигән йырау һүҙҙәре ошонда бик тә урынлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513