Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡдәүләт ҡыҙының бәләкәй дәүләте
Аҡдәүләт ҡыҙының бәләкәй дәүләте– Атайым Әхмәҙулла үҙе белем ала алмаған, шуға ла беҙҙе, балаларын, уҡытыуға күп көс һалды. Ул биргән кәңәштәрҙең береһе хәтеремә шул тиклем ныҡ һеңеп ҡалған: “Ҡыҙым, башҡаларҙың тик һәйбәт яғын күр, яҡшы сифаттарын ғына үҙләштерергә тырыш”. Тормошомдоң девизына әүерелгән ошо һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен тәрбиәләнеүселәремә лә төшөндөрөргә, һеңдерергә тырыштым, – тип башланы әңгәмәбеҙҙе дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләгән Фәриҙә Бәхтейәрова.


Бындай өлкәлә үҙ һөнәрен мөкиббән бирелеп яратҡан, ваҡыт менән иҫәп­ләшмәгән кеше генә оҙаҡ эшләй алалыр. Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы иһә тап шундайҙарҙан. Ошо уҡыу йорто менән ныҡлы үрелгән уның яҙмышы. Әле лә гимназияның тормошонда әүҙем ҡатнаша – уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең ветерандар ойошмаһын етәкләй.
Һөйләгәндә “ҡырҡ йылдан ашыу эшләгән” тип әйтеүе генә анһат. Иҫәпләп ҡараһаң, ошо осорҙа Фәриҙә Бәхтейәрова һигеҙ класты тәрбиәләп, оло юлға баҫ­тырған, уҡыусыларының 25-е мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған. Юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткесе иһә 100 процент тиерлек. Ошо һандар артында ниндәй хеҙмәт тороуын аңлап, баһалауы һис тә еңел түгел.
Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған балалар ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығыу менән интернат тормошона эләгеүҙән бер аҙ албырғай, юғалып ҡалғандай була. Шул саҡта тәжрибәле тәрбиәсегә эләгеүе үҙе бер бәхет, сөнки, һағыныу хистәренә бирелеп, сумаҙан­дарын йыйып ҡайтып китеүселәр ҙә осрай. Тормошта ниндәй генә һынауҙар менән осрашмайһың...
– Иң ауыры – баланың ата-әсәһен юғалтыуы. Эш тәжрибәмдә шундай саҡтар ҙа булғыланы. Әле осрашыу кисәһенә саҡырһалар, уҡыусыларым бер ваҡиғаны йыш иҫләп һөйләй. Әйткәндәй, был хәлде үҙем иҫләмәйем. Ҡыҙҙарыбыҙҙың бере­һенең әсәһе вафат булған. Теге гел илап йөрөй, хатта уҡыуҙы ташлап, бөтөнләйгә ҡайтып китәм тип бөткән икән. Шул саҡ ҡыҙҙарҙы йыйып әңгәмә ҡорғанбыҙ, һәм шундай кәңәш биргәнмен: “Йәш түгеп алғығыҙ килә икән, йоҡлар алдынан яҫтыҡҡа баш баҫып ҡына илағыҙ, башҡалар күрмәһен. Атҡан һәр таңды йылмайыу, яҡшы кәйеф, яҡты уйҙар менән ҡаршыларға кәрәк”. Ул сығары­лыштағы ҡыҙҙар әле һаман ошо кәңәш өсөн рәхмәтле, – ти Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы. – Тәрбиәсе райондан килгән балаларҙы бер көс итеп туплап, улар өсөн уҡыуға, яңы үрҙәр яулауға этәргес бирергә тейеш. Күптәргә яңы шарттарға яраҡлашып китеүе, ауыл мәктәбенән һуң гимназияла һыналыуы ауырға тура килә. Шуға ла дәрес әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был сара – уҡыу йортоноң үҙенә күрә бер йолаһы. Ныҡлы әҙерлек кенә балаларҙың дөрөҫ һөнәр һайлауына, юғары уҡыу йортона инеп китеүенә нигеҙ булып тора. Шуға ла бар тырышлыҡты һалып эшләргә тырышыла.
Фәриҙә Бәхтейәрова Ейәнсура райо­нының Аҡдәүләт ауылынан. Мәктәптә тырышып уҡыған ул. Атаһы, алда әйткә­небеҙсә, гел белем алырға өндәгән балаларын. Элек ауылдан ҡалаға сығып китеү ҙур батырлыҡҡа тиңләнгән. IX клас­ты тамамлағас, Фәриҙә лә, һабаҡташтары менән Өфөгә барып, хыялында йөрөткән университетты күргән һәм яңы үрҙәргә илһам алып ҡайтҡан. Моғайын, шуға ла һәр яҡтан әүҙем булырға, спортта ла, кластан тыш сараларҙа ла ҡатнашырға тырышҡандыр. Ошо уҡ дәрт менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға килгән ул. Курсташтарының күбеһе бөгөн – республикала билдәле кешеләр: Мәрғүбә Дәүләтшина, Фәүзиә Латипова, Зөһрә Фәйзуллина, Ғәлийән Ҡаһарманов, Рәшиҙә Искәндәрова, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Рәүеф Шаһиев һәм башҡалар.
...Йәйге каникулда Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектаклен сәхнәгә әҙерләп, райондар буйлап гастролгә сығып китә йәштәр. Тап ошо бәхетле уҡыу йылдарында Фәриҙә буласаҡ ире Вил Бәхтейәровты осрата. Уртаҡ маҡсаттар, яҡты хыялдар йәштәрҙе берләштерә, улар сәстәрен сәскә бәйләй. Уҡыуҙы яңы тамамлаған белгестәрҙе Шишмә районының Ябалаҡлы урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Вил Шәйҙулла улы – директор, ҡатыны пионервожатый булып эш башлай. Әүҙем, эшлекле белгестәрҙе баһалайҙар һәм 1974 йылда баш ҡалаға эшкә саҡыралар. Вил Шәй­ҙулла улы байтаҡ йылдар 1-се башҡорт мәктәп-интернатында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, унан инде Өфөнөң 29-сы урта, 20-се башҡорт мәктәптәрендә директор вазифаларын башҡара. Һөҙөмтәле эшен күреп, уны Мәҙәниәт министрлығына саҡыралар, ләкин бала йәнле уҡытыусы ундай өлкәне үҙ итә алмай, кире мәктәпкә ҡайта.
Был осорҙо Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы һәйбәт хәтерләй.
– Иртән уҡыусылар мәктәпкә киткән ваҡытта Вил оҙаҡ итеп тәҙрәнән ҡарап торор ине. Сыр-сыу килгән бала-сағаны ҡарашы менән оҙатып, беҙҙән күҙ йәштәрен йәшереп кенә һөртә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вил беҙҙең аранан иртә китте. Шулай ҙа уны уҡыусылары һаман онотмай, иремде яҡшы һүҙ менән телгә алыуҙары миңә көс өҫтәй, – ти ул.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернатын тәрбиәсе айырым дәүләт менән сағыш­тыра һәм яҙмышын ошо уҡыу йорто менән бәйләгәненә һис үкенмәй. Һөнәренә ярашлы ниндәй генә саралар ойоштормай ул: йыш ҡына спектакль ҡуялар, концерт әҙерләйҙәр, йыл да берәй яҡҡа экскур­сияға сығалар. Һамар өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәшит Ниғмәти кеүек күренекле шәхестәр тыуып үҫкән Ырғыҙ буйында булғандар, Ырымбур далаларын гиҙгәндәр, Төньяҡ Кавказ тауҙарына менгәндәр... Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙының иң ҙур ғорурлығы, әлбиттә, уҡыусылары. Төрлө сығарылыштарҙан Гөлсөм Шәри­пова, Тамара Әбдрәхимова, Гөлшат Зөлҡәрнәева, Ришат Сабитов, Азамат Хәлилов, Азамат Исрафилов, Азамат Ҡыуатов, Ғәлимә Йәнсурина, Альбина Дәүләтбәкова, Руслан Борисов, Фәйрүзә Солтанова, Эльвира Сафина, Рәмзил Сәлмәнов, Артур Кәбиров һәм башҡаларҙың исемен йыш телгә ала ул.
– Биш бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта тигәндәй, кемдеңдер исемен атау, икенсеһен төшөрөп ҡалдырыу килешмәгән һымаҡ та, тик тап ошо балаларҙың гимназия данын таратып, лайыҡлы шәхестәр булып үҫеп китеүе ғорурлыҡ тойғоһо уята миндә. Ғөмүмән, бөгөн уҡыусыларым мине онотмай икән, тимәк, хеҙмәтем бушҡа булмаған. Быйыл тәүге сығарылыш уҡыусыларымдың осрашыуында булыу бәхетенә өлгәштем. Улар үҙҙәре күптән олатай-өләсәй булған. Шуны күреү үҙе бер бәхет бит! – ти тәрбиәсе.
Яратҡан эшеңә башкөллө сумыуҙың, оҙаҡ ваҡыт әүҙем йәшәүҙең нигеҙе – өйҙәге, ғаилә мөхитендәге тыныслыҡта. Вил Шәйҙулла улы менән Фәриҙә Әхмә­ҙулла ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, Йәмилә менән Гөлнара юғары уҡыу йортон тамамлап, тормошта лайыҡлы урындарын тапҡан. Үҙҙәре әсәй инде.
Ғөмүмән, тәрбиәсенең оло йөрәкле кеше булырға тейеш икәнен Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы үҙ тәжрибәһендә иҫбатлаған.



Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 535

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 353

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 432

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 2 227

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 2 223

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 1 332

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 143

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 1 245

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 1 121

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 1 124

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 1 228

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 1 244