Ғафури районының Үзбәйдәк ауылында тыуып үҫеп, әле Ҡурғашлыла йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәнизә Сабирйән ҡыҙы Ҡотованы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ 1966 йылда Ҡурғашлы ауылында башланғыс класта уҡытыусы булып эш башлай һәм бөтә ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышлай. 43 йыл бер урында эшләп, хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны. Уның фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Иң ҙур бүләк — илебеҙҙең төрлө төбәгендә эшләп йөрөүсе уҡыусыларының рәхмәт һүҙҙәрелер, моғайын. Улар уны талапсан, мәғлүмәтле, ғәҙел, яҡшы күңелле уҡытыусы булараҡ хөрмәт итә. Атайыбыҙ Хәсән Абдулла улы менән татыу ғаиләлә өс улға ғүмер бирҙеләр. Һәр беребеҙ, тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡорҙо. Оло йөрәкле, мәрхәмәтле ҡәҙерлебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, балаларым тип йәшәүеңә рәхмәт әйтәбеҙ. Әсәй, һиңә аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып, һоҡландырып, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп йәшәргә насип булһын. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәсән, улдарың Земфир, Венир, Айрат, килендәрең Зиниә, Мәрйәм, Лилиә, ейәнсәрҙәрең Юлиә, Альбина, Дилиә, Әминә, Наилә.