Өфөлә “Илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына йәмәғәт контроле практикаһы һәм күҙәтеүҙең һөҙөмтәле механизмы” темаһына төбәк-ара торлаҡ йыйыны үтте. Был йәһәттән Башҡортостандың тәжрибәһе ҙур. Йәмәғәтселек һәм идара итеүсе компаниялар әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Президент Рөстәм Хәмитов ике йыл элек йорт комитеттары булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Бөгөн иһә республикала 11 меңдән ашыу күп фатирлы йорттар советы теркәлгән.
Беҙҙең тәжрибәне өйрәнеү өсөн Өфөгә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының йәмәғәт контроле үҙәктәре вәкилдәре, күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре, идара итеүсе компаниялар етәкселәре һәм башҡалар килде. Фекер алышыуҙың төп темаһы — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына йәмәғәт контроле булдырыу. Ҙур йыйында “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды” дәүләт корпорацияһы идаралығы рәйесе Константин Цицин да ҡатнашты. Уның фекеренсә, бындай ойошма төҙөүгә муниципаль власть артыҡ ҡыҙыҡһыныу белдермәй, сөнки был уларға өҫтәмә “баш ауырыуы” ғына килтерә. Ул тәү сиратта граждандарға кәрәк. Йәмәғәт контроле ҙур сығымдар талап итмәй генә тиҙ һөҙөмтәгә өлгәшеүгә ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә белгестәр. Торлаҡ ҡануниәте лә һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә, бихисап ҡарарҙар сыға. Әммә хәл тамырынан барыбер үҙгәрмәй. — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына йәмәғәт контроле булдырыу хәрәкәтендә бөтә төбәктәр ҙә әүҙем ҡатнашмай. Ә бының артында — ҙур киләсәк. Һәм бындай органды булдырыу ҡануниәт менән дә нығытыла. Йәмәғәтселәр власҡа күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тиҙерәк һәм сифатлыраҡ ярҙам итә ала. Был маҡсатта бюджеттан аҡса табырға ла мөмкин, — тине Константин Цицин. Башҡортостандағы тәжрибә тураһында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин һөйләне.