Күңелдәре тулы, ә өйҙәре буш...07.02.2013
Күңелдәре тулы, ә өйҙәре буш...Буйҙаҡлыҡ милли фажиғәгә әйләнеп бара түгелме?

Хәтерҙә, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында Өфө кинотеатрҙарында япондарҙың “Нараяма тураһында легенда” тигән нәфис фильмы ҙур уңыш менән барҙы. Ун алты йәшкәсә ҡарарға ярамаған был кинокартина “беҙҙең илдә секс юҡ” тип тәрбиәләнгән кешеләрҙе һиҫкәндереп ебәрҙе. Юҡ, хәҙер ҡарап өйрәнгән эротика ла, хәшәрәт порно ла юҡ ине унда. Хәйер, кем нисек ҡабул иткәндер, әммә күңелде һыҡратырлыҡ, уйландырырлыҡ сюжет ята ине асылында.

“Яңғыҙ ҡартайғы килмәй...”

Фильм ҙур ағас ботағында ултырған егет менән ҡыҙҙың, ергә төшкәс, шашынып енси мөнәсәбәткә инеүенән башлана. Аҙаҡ иһә күренеш ҡырҡа үҙгәрә лә, ус аяһындай дөгө баҫыуында йөрөгән берәүҙең малай мәйете табыуы күрһәтелә. “Һинең бисәң ауырлы йөрөй ине, малай тапҡас, минең яланға ырғытып бәргәнһең”, — тип ҡысҡыра ул. Геройҙарҙың һүҙҙәрен теүәл генә иҫләмәһәм дә, киноның башы шулайыраҡ.
Хәл-ваҡиға Нараяма тауҙарына һыйынып йәшәгән бер япон ҡәбиләһендә бара. Быларҙың ерҙәре бик аҙ. Йәшәү ҡанундары — халыҡ һанын нисек тә арттырмаҫҡа. Шуның өсөн ғаиләлә малайҙарҙың ҙурыһына ғына өйләнергә ярай, башҡаларына — юҡ. Ҡалған малайҙарҙы йә тыуғас та үлтерәләр, йә уға никахлы енси мөнәсәбәткә инеү бөтөнләй тыйыла. Тимәк, тәбиғәт биргән хәжәттәрен ҡәнәғәтләндерә алмайҙар. Шуға ла улар, бер кәнтәй артынан эйәргән эттәр өйөрө шикелле, ауыл буйлап тулып йөрөй. Һәр ир үлер алдынан ҡатынын шуларға “бер төн”гә васыят итеп ҡалдыра. Ҡатынына тиҙ генә өйләнмәйҙәр, быға тиклем ул барыһын да бер тапҡыр ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Ҡалған ваҡытта иһә “өйөр” әбей-һәбейгә, хатта малдарға, эттәргә “тотона”. Уның ҡарауы, ғаиләләге ҙур малайға рәхәт: кесерәктәренең күҙ алдында йәш кәләшен сисендереп, тегеләрҙең “һеләгәйен ағыҙа”, төрлөсә үртәй. Ләкин өлкән улына ла, өләсәһе, олатаһы иҫән булһа, өйгә “артыҡ тамаҡ” алып ҡайтырға ярамай. Шуға ҡайһыһы, ҡарттарҙы ситлеккә бикләп, аслыҡтан интектерә, бәғзе ҡарт-ҡоро иһә үҙе, ейәнен өйләндерергә булһа, ашамай-эсмәй башлай. Йола буйынса, ябыҡҡан ололарҙы күтәреп, Нараяма тауына алып баралар ҙа ҡарғаларға, ҡоҙғондарға ҡалдыралар...
Фильмдың ҡыҫҡаса эстәлеге шулай. Ул йылдар үткән һайын, бәлки, онотолор ҙа ине, ләкин хәтер һандығын аҡтарырға бер таныштың һүҙҙәре мәжбүр итте. Араҡынан тамам теле асылған был кеше, күңелен бушатырға теләптер инде, былай тине: “Исмаһам, тиңдәштәрҙән берәйһе үлмәй ҙә бит, ҡатынына йортҡа керер инем. Йәш ҡыҙҙар инде ҡарамай, 40-ты уҙғанмын. Ә яңғыҙ ҡартайғы килмәй...”
“Исмаһам, тиңдәштәрҙән берәйһе үлмәй ҙә бит...” Тетрәндергес һүҙҙәрме? Тиңдәштәре — уның үҙенең ауылдаштары, бергә эшләп, ашап-эсеп йөрөгән дуҫтары! Ниндәй сәбәп әйттерҙе был һүҙҙәрҙе лә, ни мәжбүр итте уны үҙенең яҡындарының үлемен теләргә? Араҡы ғынамы? Икеле...
Нараяма тауҙарында йәшәгән япон ҡәбиләһенең өлкән улдарына өйләнергә ярамағанлыҡтан мәжбүри буйҙаҡлыҡ тыуҙырылһа, беҙҙә, ғаилә ҡороу йәһәтенән азатлыҡ-иреклек булыуына ҡарамаҫтан, яһалмаһы йәшәп килә. Ни өсөн илдә буйҙаҡ ир-егет арта? Был нимә, көслө заттың ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү һымаҡ бурыстарҙан ҡасыуымы, әллә сәбәптәр тәрәндәрәк ятамы? Әҙәм балаһы донъяға ярты ғына булып тыуа, икенсе яртыңды ваҡытында табырға, ҡауышырға, нәҫелеңде арттырырға тейешһең. Был кешеләргә генә ҡағылмай — тәбиғәт ҡануны шул. Икенсе яртыһы булмай тороп, йәнлектәр генә түгел, бөжәктәр ҙә аталанмай, сәскәләр һеркәләнмәй. Бөгөн ауылдарҙа 30–40 йәшлек буйҙаҡ егеттәребеҙ арта, ҡалаларҙағы дөйөм ятаҡтарҙа ошо йәштәге ҡыҙҙарыбыҙ ултырып ҡала икән, тимәк, һис арттырмайынса шулай әйтергә мөмкин: был — фажиғә! Булмаһа, йәнһеҙ һандарға туҡталмайынса (хәйер, уларҙы нисек аныҡ ҡына әйтәһең?), кеше яҙмыштары хаҡында һөйләшәйек, килеп тыуған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләргә тырышайыҡ.

Ҡайҙа һеҙ, Оло инәйҙәр?

“...Әҙәм балалары әсәнән яртышар ғына булып тыуа. Аяҡ-ҡулы бөтөн, башы-күҙе төҙөк көйө донъяға ҡабул итәм мин кешене, ә үҙемдең эстәрем өҙөлә. “И, бахырҡайым, үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине”, — тим. Табышмаһалар, күктәге анау бихисап йондоҙҙар кеүек йымылдашып, ғүмер буйы бер-береһен эҙләп йөрөй бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, Йыһан буйлап аҙашып йөрөгәндәр шул тиклем күп булмаҫ ине...”
Шулай әсенә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә кендек әбейе булып йөрөгән Оло инәй.
Борондан ғаилә ҡороуҙа димсе, яусыларҙың ярҙамын тойғандар. Ләкин улар, совет пропагандаһы беҙгә еткергәнсә, аҡса өсөн әсәһен һатып ебәрергә лә риза убырлы ҡарсыҡ йәки, кәзә һаҡалын һелкетеп, бер балағын сығарып, гүргә инергә торғанда ла мал тип йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ҡарт түгел, ә абруйлы аҡһаҡал, ил инәһе булған. Димсе йәштәрҙең ата-бабаһы кемдәр булыуына, хатта нәҫелдән килгән ауырыуҙарына тиклем белгән. Буласаҡ ир менән ҡатынды ла ул бәләкәйҙән күреп-белеп йөрөгән. Йәштәр ғаилә ҡороп киткәс инде, димсе иң хөрмәтле кешеләрҙән иҫәпләнгән, тормош юлындағы яҡын кәңәшселәренә әйләнгән. Тәүгеләре татыу йәшәһә, димсенең дә кеше араһында мәртәбәһе артҡан. Димсе диңгеҙ кистерә, тигәндәй, артабан уның һүҙе тағы ла нығыраҡ үткән.
Димләүҙә мөхәббәт шауҡымынан “иҫергән” егет менән ҡыҙ ихтыяжынан сығып ҡына фекер йөрөтөлмәй, ә уның нигеҙендә нәҫел, тотош милләт мәнфәғәте ята. Тимәк, буласаҡ килендең, кейәүҙең кемлеге барыһын да борсой, сөнки йәштәр ил алдында һәр береһенең намыҫына, исеменең сафлығына тап төшөрмәҫкә тейеш. Йәғни һәр кем улар яҙмышы өсөн ниндәйҙер кимәлдә үҙен яуаплы һанай. Йәштәрҙе иҫән-һау бергә йәшәтеү, ярҙам итеү, һуңыраҡ инде бала тәрбиәләү — башҡортта борондан “мир” эше һаналған. Шуға беҙҙә “нәҫел намыҫы”, “ауыл намыҫы” тигән төшөнсә нығынған да инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, димселәр бөтөрөлгәс, Исламдан тайпылғас, йәштәрҙең ҡауышыуы ла, айырылышыуы ла, хатта баланың ярым етем ҡалыуы ла шәхси эшкә әүерелде. Ике яҡ туғандар “туй табыны туғандары”, аҙаҡ иһә ситтән күҙәтеүселәр генә булып ҡала бара. Шулай уҡ яусыларға алмашҡа килгән шаһиттар “туй генералдары”на, йәғни мәжлесте алып барыусыларға ғына әйләнде.
Был һүҙҙәрҙе уҡығас, “автор мөхәббәткә ҡаршы икән” тигән фекер тыуыуы ихтимал. Юҡ, илаһи көскә ҡаршы тороп буламы?! Тик бөгөнгө һөйләшеү темаһының буйҙаҡлыҡ икәнен иҫкә төшөрөп, юғарыраҡтан фекер йөрөтәйек: типһә тимер өҙөрлөк, гөрләтеп донъя көтөрлөк, тупылдатып бала һөйөрлөк ир-егеттең өйләнмәүе — ысын мәғәнәһендә милләт, дөйөм алғанда, тотош Рәсәй ир-азаматтары фажиғәһе.
Димселәр мәктәбенә килгәндә, бынан бер нисә йыл элек баймаҡтар аныҡ эш башлағайны. Был турала матбуғатта яҙып та сыҡтыҡ. Шулай ҙа, доға ҡабатлағандан иҫкермәй тигән шикелле, аҙ ғына шул тәжрибәгә туҡталып үтке килә. Районда электән “Ағинәйҙәр” клубы селтәре лә, “Атайсал” аҡһаҡалдар клубы ла эшләп килгән. “Танышайыҡ, табышайыҡ, ҡауышайыҡ, буйҙаҡтар!” тигән акция үткәрелгән. Таулыҡай ауыл Советы биләмәһендә бынан тиҫтә йыл элек үк “Аулаҡ өй” тип аталған тәүге кисә уҙғарылғайны. Һуңыраҡ ундай сара Йомашта ла ойошторолған. Шул саҡта ауыл Советына ҡараған Юлыҡ, Ислам, Йомаш ауылдарында ғына ла 60-ҡа яҡын буйҙаҡ йәшәгән! Ә бит, уйлап ҡараһаң, һәр ауыл һайын 10–15 тип иҫәпләһәң дә, Башҡортостандың дүрт мең ярымдан ашыу ауылына күпме йыйыла! Баймаҡтарҙың электән килгән тәжрибәһен элеп алырлыҡ. Әйткәндәй, улар буйҙаҡтар менән генә сикләнмәй, “Иң шәп атай” конкурсын уҙғарғайны, “Атайҙар” конференцияһы ла урынлы булды. Һәр хәлдә, әлегә был йәһәттән бүтән район-ҡалаларҙың күпселеге тынып торһа ла, өлгө алырлыҡ миҫалдар етерлек. Иң тәүҙә күптәрҙе борсоған мәсьәләгә йәмәғәтселектең, шулай уҡ буйҙаҡтарҙың да иғтибарын йүнәлтеү маҡсаттары. Тәҡдим рәүешендә ҡабул итерҙәрме, башҡасамы — бер мөһим нәмәгә туҡталғы килә. Ошондай сараларҙың бер районда уҙғарылғанында булырға тура килгәйне. Сәхнәгә бер нисә буйҙаҡ саҡырылды. Былай ҙа үҙҙәренең өйләнмәүен “кәмселек” итеп күргән егеттәргә башланды һорау яуҙырыуҙар, өгөт-нәсихәт — түҙ ҙә тор. Тегеләр ҡыҙарҙы, уңайһыҙланды, хатта бер-икеһе төшөп үк китте. Ҡалғандарынан ауыл халҡы, цирк ҡараған һымаҡ, тамаша ҡыла, көлә, реплика ташлап залдан ҡысҡыра. Был, минеңсә, сара түгел, “өҫтән” ҡушҡанға күҙ буяу өсөн үткәрелгән ғәҙәти мәҙәк-шоу ғына. Асылда иһә ошо уҡ 10–15 егетте, кейәүгә сыҡмаған (дөйөм ятаҡта йәшәгәндәренең ҡайтыуын һорап) һылыуҙарҙы ла саҡырып, “түңәрәк өҫтәл” янында һөйләшеү, үҙенә күрә уйын-көлкө, бейеү кисәһе ойошторһаң, йөҙ тапҡыр отошло булыр ине. Был йәһәттән уйланырға урын бар.

Сәбәптәр, сәбәптәр...

Буйҙаҡтарҙы белгестәр бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарай, ләкин беҙ икәүһен генә атайыҡ: бер ҙә өйләнмәгәндәр, өйләнеп тә айырылғандар.
Тәүгеһен барлағанда мәсьәләгә белгестәр, психологтар күҙлегенән түгел, тормошсан ҡарайыҡ та, үҙебеҙсә фекер йөрөтәйек. Өйләнмәүҙәренең сәбәптәре төрлөсә бит. Тормошта хәл ителмәгән йәки яйға һалынмаҫтай булып тойолған нисә мәсьәлә бар — бөтәһе лә уларға теге йәки был яҡлап ҡағыла. Тимәк, сылбырҙың осо күпмелер кимәлдә илдәге көнүҙәк социаль мәсьәләләргә лә барып тоташа.
Өйләнмәүселәрҙең күбеһен, моғайын, халыҡта “әсәһенең малайы” (“маменькин сыночек”) тип аталған төркөм тәшкил итәлер. Психологтар ҙа: “Буйҙаҡлыҡ хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙың улдарын үҙҙәренең генә малайы итеп тәрбиәләүенән килә”, — ти. Йәнәһе, мин таптым — мин үҫтерҙем. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ “мин таптым — мин үлтерҙем” дә булып китә шул). Малайҙың, “еҫ һиҙә” башлағас, башҡа ҡатын-ҡыҙ затына тартылыуын, үҙ “яртыһын” эҙләргә ынтылыуын күрергә лә, белергә лә теләмәй ундай әсәләр. Хатта улы алдына “йә ул, йә мин” тигән талап ҡуйыусылар ҙа бар. Ни эшләһен, саҡ мөхәббәт хисе татыған үҫмер әсәһен тыңлай, уның ихтыярына буйһона. Өйләнгәс тә, улдарын “өҙөлөп яратҡан” әсәләр эгоизмға барыусан: нисек тә “бәпес”ен үҙенән ысҡындырмаҫҡа тырыша, йәш ир менән ҡатындың араһына тығыла, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә кәңәш бирә башлай, улын килененән әсәләрсә көнләшә. Уның күңелен “килен улымды мәңгегә үҙе менән алып китә бит” тигән уй өйкәй. Ваҡыт үткән һайын был “ауырыу”ға әйләнә бара. Ундайҙар килене менән улын айыртып, “малай”ын өйөнә кире ҡайтарып алыуға ла етә. Бындай саҡта ике ут араһында ҡалған иргә тормошта ике генә юл ҡала: йә әсәһенә бөтөнләй бармай башлай, йә ҡатынынан айырыла.
“Комплекстар”ҙың барлыҡҡа килеүе бөгөнгө буйҙаҡтарҙың ғына түгел, хатта өйләнгән ир-егеттең дә ҙур проблемаһына әйләнде. “Комплекс” тигәндән, үҙ-үҙеңә ышанмау, киләһе көнөңдөң нисек булырын күҙаллай алмау, торлаҡ, эш, хеҙмәт хаҡы мәсьәләләре, “ғаиләмде нисек ҡарармын” һымаҡ уйҙар йомғағы — барыһы-барыһы уҡмаша.
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, был йәһәттән ир-егеттең үҙенең енси көсөнә ышанмауы тәү сиратта торалыр. Уның һис ғәйебе булмаһа ла, был шулай тойола. Буйҙаҡтарҙан өйләнмәүенең сәбәбен һораһаң, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына: “Әй, хәҙерге ҡыҙҙарҙы...” — тигән яуап ишетәһең. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙе төрлөсә аңлап була: эскән, тәмәке тартҡан егеттәр менән сыуалған, үҙен кеше алдында әҙәпһеҙ тотҡан... Сәбәп етерлек инде. Ләкин, был йәһәттән бигүк асылып бармаһалар ҙа, төп проблема — ҡатын-ҡыҙҙан “ҡурҡыу”. Минеңсә, бөгөн телеканалдарҙан көнө-төнө ағылған, Европаның, Ҡушма Штаттарҙың, хатта Рәсәйҙең ҡайһы бер даирәләре менталитетына тап килгән фильмдар ҙа быға тиклем ҡатын-ҡыҙ наҙы татымаған егеттәрҙә телгә алған комплексты барлыҡҡа килтерешә. Ундағы “секс-бомба”ларҙы күргәс, буласаҡ ир барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы шулар һымаҡ тип уйлай башлай. Үҙенең тән төҙөлөшөн фильмдағы ҡыҙҙың партнерыныҡынан ҡайтыш икәнен тойоп та, кәмһенә. Тора-бара был шиге арта һәм башына буласаҡ кәләшен енси яҡтан ҡәнәғәтләндерә алыу-алмауы тураһындағы уй оялай. Етмәһә, шул уҡ фильмдарҙа, төрлө ток-шоуҙарҙа иренә хыянат итеүсе, һөйәренең наҙынан ғына ләззәт табыусы ҡатын-ҡыҙ пропагандалана. Быға оҡшаш хәлдәр тормошта ла булып тора. Яйлап егет “бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа еңел холоҡло” тигән уйға килә башлай: ғаилә ҡорорға ҡурҡа. Етмәһә, беҙҙең ир-егет тәжрибәле психологтар менән кәңәшләшмәй, үҙендә ирлек ғәйрәте аҙлығын тоя башлағас, табипҡа күренергә ояла, был аҙымды ғәрлек һанай.
Өйләнмәүселәрҙең шулай уҡ ҙур тағы бер төркөмө — инанған буйҙаҡтар (“убежденные холостяки”). Бында инеүселәр инде — 40-ты уҙғандар йәки 10–15 йыл элек ҡатындарынан айырылғандар. Уларҙың хужалығы, көнкүреше, йәмғиәттә үҙен тотошо айырым тормош тәртибенә, системаға һалынған. Ата-әсәһе менән генә йәшәмәһә, байтағы торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән, күпмелер кимәлдә карьера баҫҡысына үрләгән. Дуҫтары ир-ат араһында ла, ҡатын-ҡыҙ затынан да етерлек. Һуңғыларына дуҫ, партнер булараҡ ҡарай. Ғаилә мәсьәләһе бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһындырмай. Бындай ирҙәр, ғәмәлдә, ғаилә ҡорорға ҡурҡмай, ә насар, алама ҡатын эләгеү ихтималлығы һағайта. Уның аңына “35-те үткәс өйләнәм”, “машина, фатир алғас” һымаҡ яһалма маҡсаттар һеңгән. Улар бар нәмәнән, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙан да, азат булыуҙы өҫтөн күрә. Тормоштарын ошо “көйгә” һалғандар.
Тағы бер төркөм тураһында әйтмәйенсә булмай — атай тәрбиәһе алмағандар йәки яңғыҙ әсә ҡулында үҫкәндәр. Бындай осраҡта малайҙарҙың күңел тырызы ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе емештәре менән тула. Һөҙөмтәлә үҫмер буласаҡ кәләшен дә әсәһе һымаҡ күҙаллай башлай. Үҫкәс, әсәһенә оҡшағанын эҙләй, һайлана. Өйләнгәс инде, уның ғаиләлә үҙ фекере булмай, әсәһен тыңлаған һымаҡ, ҡатыны һүҙенән сыҡмай. Тик әсәһе кеүекте ул бер ҡасан да таба алмаясаҡ, сөнки ҡатын — тәү сиратта тормош иптәше, балаларҙың әсәһе. Әйткәндәй, әсәһе хәмер эсһә, балаһынан күңел наҙын йәлләһә, сит-ят ирҙәр менән сыуалһа, малайҙа гүзәл затҡа ҡарата кире фекер уяна. Ирҙең, ҡатын-ҡыҙҙың үҙ урынында булмауы, балаларҙа енесенә хас сифаттар тәрбиәләнмәүе йәмғиәткә хәүеф менән янай. Ҡайһы бер ҡатындарҙың: “Миңә ир нимәгә, баланы үҙем дә ашатып, кейендереп үҫтерәм”, — тип фәстереүе — үҙе үк бәлә. Нисек кенә булмаһын, малайҙарҙы “ҡыҙҙар һымаҡ аҡыллы” итергә тырышыуҙың киләсәктә халҡыбыҙҙы фажиғәгә килтереүе ихтимал. Һүҙен әйтә алған ирҙәр булмаһа, халыҡтың киләсәге юҡ. Әлеге буйҙаҡ йөрөгән ир-аттың артыуының төп сәбәптәренең береһе — малайҙарҙы ғаилә башлығы, ғаилә ҡалҡаны итеп әҙерләмәү.

Ғаиләнең емерелеүе яңғыҙлыҡҡа илтә

Бөгөнгө буйҙаҡтар, йәғни бер ҡасан да өйләнмәүселәр төркөмөн айырылышыусылар тултыра бара. Белгестәр фекеренсә, айырылышыу башланғысы күпселектә ҡатын-ҡыҙҙан сыға. Сәбәптәр, әлбиттә, күп: социаль мәсьәләләр, ирҙең эшләмәүе, эсеүе, холҡон күрһәтеүе... Ләкин уныһы төп урында түгел, ти психологтар. Иң ҙур сәбәп шул: ҡатындар үҙҙәре ғаиләһе алдында яуаплылыҡ тоя башланы, тормош дилбегәһен үҙ ҡулына ала бара. Америкала, мәҫәлән, өйләнеүселәрҙең 30 проценты айырылыша. Беҙҙә күпселек осраҡта ғаиләнән ирҙәр китә йәки китергә мәжбүр була, ә унда ҡатын-ҡыҙҙың баланы иренә ҡалдырыу осраҡтары йышайған, сөнки ғаилә нигеҙен “партнерлыҡ” принцибы тәшкил итә. Француз ғаиләләрендә иһә айырылышыу аҙыраҡ. Бында ғаилә нигеҙе “атай-әсәй һәм дүрт бала” ҡанунына ҡоролған. Баҡһаң, дүрт балалы ғаиләгә генә етеш йәшәрлек дотация, льготалар бүленә икән.
Психологтарҙа “нормаль ғаилә” тип аталған аңлатма бар. Уны фәнгә Америка этнографы Маргарет Мид индергән. Ир менән ҡатындан, ике баланан торған ғаилә тураһында һүҙ бара. Күп балалылар был иҫәпкә инмәй. Күп балалылыҡ төшөнсәһе төрлө илдә төрлөсә: Рәсәйҙә өс һәм унан артыҡ, Францияла — дүрт...
Рәсәй ғаиләһенең нигеҙ ташы, борондан килгәнсә, бер-береңде аңлауға, балаларға яҡшы тәрбиә бирергә тырышыуға ҡоролған, ләкин хәҙер белгестәрҙең фекере айырыла. Рәсәй ғаиләһен ике вариантҡа бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — ир-ат власы, ҡатын-ҡыҙ яуаплылығы булған ғаилә. Йәғни атай, ир кеше — насраниҙарҙың иконаһы урынына. Уға “табыналар”: “атайым шулай тине”, “атайым былай тине”... Асылда иһә төп “власть” барыбер ҡатын-ҡыҙ ҡулында ҡала: аҡса, балалар, өй...
Икенсе вариант: “ир-олтораҡ” (подкаблучник). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйләнгәнсе һауанан йондоҙҙар сүпләп бирергә вәғәҙә иткән егет, ғаилә башлығы булғас, ҡатыны вәғәҙәһен үтәүен талап итер тип башына ла килтермәй. Шулай итеп, һүҙен үтәй алмаған көслө зат мыштымға әйләнә. Олтораҡ хәлендә ҡалған ир, ғәҙәттә, эсмәй, алама ғәҙәттәре булмай, ләкин ҡатынға уның менән йәшәүе күңелһеҙ. Шулай ҙа ҡатындар ундайҙарҙы ташлап китмәй, сөнки ирҙән айырылыу беҙҙә насарҙан һанала, ә былай азатлыҡ та бар, ҡушымтаға — ир ҙә.
Бөгөнгө Рәсәй ғаиләһе моделен “психик бәрелештәрҙән торған” тип иҫәпләйҙәр. Ғаиләлә ир менән ҡатын араһында гелән тартҡылаш бара: кем баш, кем түш булырға тейеш, кем аҡса эшләй... Хатта бай тип иҫәпләнгәндәрҙә лә бының етмәүе, тегенең “юҡлығы” низағ сәбәпсеһе булып тора.
Ошо “ығы-зығы”ның күбеһе ғаиләнең тарҡалыуына килтерә. Һөҙөмтәлә ир китә, ҡатын-ҡыҙ үҙ юлын һайлай. Балалар күңеленә уңалмаҫлыҡ яра һалына. Мәғлүмәттәргә килгәндә, улар төрлөсә. Мәҫәлән, ЗАГС белдереүенсә, 2012 йылда илдә 142 902 ғаилә тарҡалған, тимәк, шунса уҡ ир һәм ҡатын буйҙаҡтар рәтен тултырған. Генпрокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 2 миллион бала ҡараусыһыҙ ҡалғандар төркөмөнә инә. Айырылышҡан ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, бала ҡатынға ҡалдырыла, ләкин бөтә әсә лә уларҙы тейешенсә ҡарамай. Рәсми булмаған сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, улар Рәсәйҙә хатта 4 миллион ҡараусыһыҙ ҡалған бала барлығы хаҡында белдерә. Әле Мәскәүҙә 25 процент сабыйҙы олатаһы менән өләсәһе тәрбиәләй, ти. Бына шундай күңелһеҙ статистика.

Киләсәктә ни көтә?

Яңғыҙлыҡ. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китергә түгел — һәр ауылда үҙҙәре генә йәшәгән ҡарттар етерлек. Бөгөн ата-әсәһе менән көн күргәндәрҙе лә урап уҙмаясаҡ ундай яҙмыш. Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылынан бер әбейҙе белә инем. Ғүмере буйы яңғыҙ йәшәне. Һөйгән егетеме, иреме һуғышта башын һалған. Балаһы юҡ ине. Туғандары килһә-килә, килмәһә, йылдар буйы күренмәй торғайны. Шул әбейҙең: “Ниңә генә йөрөп булһа ла башҡа ирҙән бала тапманым икән?” — тигән әрнеүле һүҙҙәре һаман ҡолаҡ төбөнән китмәй. Ҡарттар йортонда үлде ул. Аяҡтан йығылғас, алып киткәйнеләр. Уға тиклем ҡырында ултырырлыҡ, аҫтын алыштырырлыҡ кешеһе булманы. Ярай әле ул — әбей, нисек кенә тимә, күрше-күлән ҡатын-ҡыҙ инеп-сығып йөрөнө. Ә бабай булһа...

Йомғаҡлау һүҙе
Мәҡәләмдә төрлө сәбәптән өйләнмәй ҡалған ир-егеттәргә ҡатыраҡ бәрелгән булһам, ғәфү итерҙәр. Тик күрелгән проблема — яңғыҙаҡтарҙың ғына түгел, тотош халыҡтың “ауыртҡан ере”. Уны күрмәй йәшәүҙән, моңһоҙлоҡ һаҙына батыуҙан, юҡҡа-барға зарланып ятыуҙан фәтүә юҡ.

Нәүфилә ХӘЙРУЛЛИНА, дерматовенеролог:
— Ирҙәр табипҡа ауырыуҙың сигенә килеп терәлгәс кенә килә. Хатта венерик сир йоҡторғанда ла. Өйләнмәүгә килгәндә, йыш ҡына егеттәр психологик нигеҙҙә импотенцияға дусар була. Был инде үҙ-үҙеңә ышанмауға бәйле.

Илвир ИШБУЛДИН, һуңлап ғаилә ҡорған:
— “Һантыйыраҡ”, йәшерәк ваҡытта өйләнергә кәрәк. Мин армияла саҡта яратҡан ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Шунан ҡатындарға ышанысым ҡалманы. Мине оҡшатҡандарға иғтибар итмәнем, ышанманым. Шунан, өй һалайым, машина алайым, тинем, ләкин аҡса һис ҡасан етмәне. Утыҙ бишкә еткәндә минең һымаҡ уҡ тормош ҡормаған ҡыҙға өйләндем. Хәҙер ике балабыҙ бар. Тиҫтерҙәрем араһында хатта олатай, өләсәй булғандар осрай, ә минең өлкән улыма — туғыҙ, ҡыҙыма — алты ғына йәш. Тағы ун йылды ҡушһаң, миңә 57 була, балаларға ни бары — 19 һәм 16. Иртәрәк өйләнгән булһам, уларҙы йәшерәк, көслөрәк саҡта аяҡҡа баҫтырыр инем. Шулай ҙа үкенмәйем, иң мөһиме — ғаилә ҡорҙом. Уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем...

НӘЗИР, инанған буйҙаҡ:
— Өйләнмәгәнгә береһен дә ғәйепләп булмай. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе һайлай. Мәңге кәләш алмаҫмындыр. Тәүҙә өйләнеп, һуңынан айырылышыуҙан ни фәтүә? Йәшерәк саҡта тормош ҡорған булһам, бәлки, йәшәп тә ятыр инем. Былай, аҡыл кергәс, ҡыҙҙарҙың күпселеге ниндәй тормош алып барғанын күреп, белеп йөрөгәс, өйләнергә кәрәкмәгәнлегенә инандым.


Вернуться назад