Шар көлдөрә лә, иҫәрләндерә лә...06.12.2012
Шар көлдөрә лә, иҫәрләндерә лә...Еңел табыш алыу теләге ҡайһы саҡ аҡылдан да көслөрәк булғанын тормошта күреп, ишетеп торабыҙ. Кешене алдатып, төп башына ултыртып, “оҙон” аҡса эшләп булыуын намыҫһыҙ кәсеп итеүселәр оҫта файҙалана. Ҡорбандары билдәле инде: быуындары нығынып та етмәгән, ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шунда бөгөлә торған тәжрибәһеҙ йәш-елкенсәк тә бөтә нәмәгә лә балаларса бер ҡатлылыҡ, ышаныс менән баҡҡан ҡарт-ҡоро...
Төнгө клубтарҙа, дискотекаларҙа күңелде күтәреүсе, көлдөрөүсе шарҙарҙың асыҡтан-асыҡ һатылыуы — мутлыҡ ҡылыусыларҙың йәнә бер кәсебе. Бала саҡтан һәр кемгә яҡшы билдәле, күңелле байрам, уйын-көлкө символы булған йәйғор төҫөндәге шарҙарҙы ла аңын-тоңон аңламаған үҫмерҙәргә ағыу тултырып һатыу ғәҙәти хәлгә әүерелде.
“Күңелләндереүсе газ” хәүефләнеүҙе ҡул менән һыпырғандай юҡ итә, кәйефте күтәрә, эйфория хәленә еткерә. Кеше аҡылдан шашҡан кеүек сәбәпһеҙгә көлә, бөгөлә-һығыла, нимә ҡыланғанын үҙе белмәй. Тик көлдөрөүсе шарҙарҙың баш мейеһенә һәм нервы системаһына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтереүен генә күптәр аңламай. Һуңғы осорҙа шар өрөп ағыуланған бер-ике йәш кешенең психиатрия дауаханаһына эләгеү осрағы ла егет-ҡыҙҙарҙы уйландырмай ҙа, һиҫкәндермәй ҙә. Ә һөҙөмтә сәстәрҙе үрә торғоҙорлоҡ: психиканың боҙолоуы, ағыуланыу, бер нисә үлем осрағының теркәлеүе... Азот әсемәһен ҡулланыу даирәһенең киңәйеүе эпидемияны хәтерләтә.
Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре Роспотребнадзор менән берлектә Нефтекама ҡалаһында сауҙа үҙәктәрен тикшереү барышында “күңелләндереүсе газ” һатыу нөктәһен асыҡланы. Эшҡыуарҙың магазинынан ағыулы 270 баллон тартып алынды. Яңыраҡ Өфөләге бильярд клубтарының береһендә илертеүсе матдә һатыу осрағы асыҡланды.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, азот әсемәһе ваҡлап һатыуҙа бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, ул — наркоз өсөн ҡулланылыусы медицина препараты, техник сара, уны рекламалау, йәштәргә күңелләнеү өсөн көсләп тағыу оятһыҙлыҡ. Әлегәсә был ағыуҙың таратыуға тыйылған матдәләр исемлегенә индерелмәүенә ҡарамаҫтан, уны рекламалаусыларға һәм һатыусыларға ҡарата көрәш йәйелдерелгән.
Шар өрөп күңел асҡан, туҡтауһыҙ көлгән һәм хәрәкәтләнгән, аңын юғалтҡан токсикомандарға ҡарап тороу ҙа имәнес. Матур уйынсыҡтар эсендәге үлемесле газ уйлау эшмәкәрлеген боҙа, мускулдарҙың эшен ауырлаштыра, күҙ күреүен һәм ишетеүҙе насарайта. Оҙаҡ ҡулланғанда кешенең йөрөшө, телмәре боҙола, баш мейеһе зарарлана, ти табиптар.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Альберт ҒӘЙНУЛЛИН, 1-се республика наркомания диспансерының баш табибы урынбаҫары:

— Һеҙ телгә алған газ медицинала, сәнәғәттә (мәҫәлән, ракета яғыулығында), аҙыҡҡа өҫтәмәләрҙә (боҙолмаһын, иҫкермәһен өсөн) ҡулланыла. Медицинала ла уны файҙаланыу даирәһе киң, ауыртыуҙы баҫа алғаны өсөн төрлө операцияларҙа киң ҡулланалар.
Һаулыҡ ҡәҙерен белмәгән йәштәребеҙҙең, алдын-артын уйламай, ағыу һулауы үкенесле. Мейегә зыяны бик ҙур. Организмды эйфорияға килтереп еткереүсе газ мейене ҡоротоуға һәләтле.
Өҫтәүенә уның тәьҫир итеү ваҡыты бик ҡыҫҡа — 5-10 минут эсендә үпкә аша сығарыла, хатта махсус экспертизаның да уны билдәләй алмауы ихтимал. Ата-әсә балаларына иғтибарлыраҡ, тәртибендәге үҙгәрештәргә һиҙгерерәк булһын ине.


Вернуться назад