Табышлы эшләү юлын табалар05.12.2012
“Башсельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ойошторолоуына быйыл 38 йыл тулды. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында республика Хөкүмәте раҫлаған программа нигеҙендә, ауыл хужалығы сәнәғәтен механизациялау эше киң йәйелдерелгәйне. Заманса ҡорамал менән йыһазландырылған йөҙҙәрсә малсылыҡ фермаһы һәм комплексы сафҡа индерелде.
Иген, башҡа культураларҙы үҫтереүҙә, йыйыуҙа ҡулланылған ҡеүәтле техника менән бер рәттән, электрлаштырылған ер һуғарыу, яһалма ямғыр яуҙырыу машиналары эшләй башланы. Ырҙын табаҡтарында иген таҙартыу һәм киптереү машиналары, витаминлы үлән оно сығарыу күпселек хужалыҡтарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнде.
Һөҙөмтәлә колхоз-совхоздарҙа эшләгән кешеләр ауыр ҡул хеҙмәтенән бушатылды тиерлек. Етештереүсәнлек һиҙелерлек артты. Ауылдарҙы тулыһынса электрлаштырыу шәхси хужалыҡтарҙа һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы һымаҡ көнкүреш техникаһын киң ҡулланырға мөмкинлек бирҙе.
Агросәнәғәттә күпләп ҡеүәтле электр ҡорамалдарын эшләтеү өсөн тапшырғыс линиялар һуҙыу, трансформатор станциялары төҙөү, элек эшләгәндәрен үҙгәртеп ҡороу ихтыяжы тыуҙы. Бигерәк тә малсылыҡ, машина-трактор биналарында һәм башҡа ауыл хужалығы сәнәғәте объекттарында иҫкергән, аҙ ҡеүәтле электр ҡорамалдарын алыштырыу мөһим эштәрҙән һаналды. Идара итеүҙе еңеләйтеү өсөн заманса диспетчерлыҡ һәм элемтә селтәрҙәре төҙөү талап ителде.
Республика райондарында был эште башҡарыу өсөн тейешле һөнәр кешеләрен берләштергән махсус ойошма булдырыу зарурлығы тыуҙы. Шулай итеп, 1972 йылда Туймазы районында колхоз-совхоздарҙың өлөшләп индергән аҡсаһы (пайҙары) иҫәбенә республикала беренсе “Сельхозэнерго” предприятиеһы ойошторолдо. Һуңынан туймазылар өлгөһөндә Бүздәк, Шишмә һәм башҡа райондарҙа ла ауыл энергетиктары берләште.
Ә инде 1974 йылда республиканың Ауыл хужалығы министрлығы янында “Башсельэнерго” берекмәһе ойошторолдо. Һәр районда бүлексәләр электр хужалығының торошо өсөн яуап бирҙе: селтәрҙәрҙең артабанғы үҫешен планлаштырыу, алмаш линиялар төҙөү, трансформаторҙарҙың ҡеүәтен арттырыу... Ҡыҫҡаһы, ул йылдарҙа ауыл энергетиктарының эш күләме ифрат ҙур булды. “Башсельэнерго” берекмәһе һәм уның район бүлексәләре республика агросәнәғәтендә бик күп файҙалы эш башҡарҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә башланған сәйәси-иҡтисади реформалар арҡаһында колхоз һәм совхоз көрсөккә терәлеүе ауыл энергетиктарына ла кире йоғонто яһаны, баҙар шарттарына ҡулайлашып эшләй алмаған ҡайһы бер район ойошмалары тарҡалды. Шулай ҙа “Башсельэнерго” әлегәсә был йүнәлештә уңышлы эшләгән йәмғиәт булып ҡала килә.
Коллективтың хеҙмәт уңыштары ошо предприятие ойошторолғандан башлап бөгөнгәсә уға етәкселек итеүсе республиканың танылған энергетигы Байбаҡ Бәҙретдинов менән бәйле. Ойошма эшсәндәре бөгөн социаль йәһәттән яҡланған, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарына тиклем Өфө районының Нижегородка ауылында төҙөлгән етештереү базаһы ойошманың эшен ныҡлы алып барырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.
Бында хәҙер төрлө сәнәғәт ҡорамалдары сығарыла, йыл әйләнәһенә көнбағыш майы етештереү цехы эшләй. Шулай уҡ “Башсельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә энергетика йыһаздарының көсөн һынау өсөн булдырылған махсус лаборатория мөһим эштәр башҡара.
Һуңғы йылдарҙа коллектив башлыса ауыл ерҙәрендә яңы төҙөлгән мәктәптәрҙә, медицина һәм башҡа социаль йүнәлештәге биналарҙа электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә, яңыларын үткәрә. Энергия һаҡлау технологияларын тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ғына тәжрибә тупланған.
Ҡыҫҡаһы, ойошма республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Эш шарттарын яҡшыртыу һәм хеҙмәтте һаҡлау программаһы тормошҡа ашырыла. Коллектив ағымдағы йылды ла уңышлы тамамлай.

Рәфит ЗӘЙНИШЕВ,
Башҡортостандың
атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.


Вернуться назад