Ауылда йәшәгән һәр кем бала сағында ҡулдан баҫылған йомшаҡ быйма кейеп йөрөгәнен хәтерләйҙер. Йомшаҡ, йылы быйма, ҡабарып торған кәзә мамығынан бәйләнгән бейәләйҙә, тау шыуғаным әле лә иҫемдә. Кис туңып, коньки кеүек тайған, ҡарға һыуланған аяҡ кейемемде әсәйем мейес янына киптерергә ҡуйыр ине.
Күптән түгел, беренсе ҡар яуыуын күргәс, әсәйемдең “баҫылған быймаңды” тигән һүҙҙәре ҡайтанан күңелемә инеп ояланы. Ни өсөн ошоғаса был шөғөл кешеләре менән осрашып, бала саҡтан борсоған һорауыма яуап таба алмайым, тип уйлап та өлгөрмәнем, Хәйбулла тарафтарына юл төштө. Юлдашым: “Вәзәм ауылына барабыҙ, унда тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Бер нисәүһе менән яҡындан танышып ҡайтырһың”, — тип, Хәйбулла районының иң төпкөл ауылдарының береһенә алып китте.
Ысынлап та, һәр төбәктә ауылдары менән эшсән, донъя көтөргә әүәҫ, юҡты бар итеүсе халыҡ йәшәй. Хәйбуллала шундайҙар рәтенә вәзәмдәр ҙә инә. Ауылдары төҙөк, матур, береһенән-береһе арттырып, яңы йорт һала. Төпкөлдә йәшәйбеҙ тип тормайҙар, өй эсендә һыуы ла, душы ла, башҡаһы ла бар. Ҡалалағынан бер ҙә кәм түгел. Кемдер күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, умарта тота, икенселәре йәшелсә үҫтерә, иген сәсә, ағас эшкәртеү цехын аса. Һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ кәсебе, үҙ мәшәҡәте. Тырыш кешегә илдә барған сәйәси үҙгәрештәр, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ бер ни түгел. Теләге булғандар шөғөлөн таба, ғаиләһен аҫрай.
Быйма баҫыу оҫтаһы Ғүмәр Мусинды, алдан иҫкәртеп тормаһаҡ та, тап эш өҫтөндә осраттыҡ. Ул быйыл һатып алған йөн теткес ҡорамалына көҙгө һарыҡ йөнөн һалып тора ине. Сәфәребеҙҙең сәбәбен аңлатҡас, йөн иләү серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
— Ырымбур өлкәһенән теткесте 25 меңгә алып ҡайттым. Әле кешеләр һатҡан йөндө тетәм. Техниканы бар ҡеүәтенә эшләтер өсөн айырым электр сымы үткәреү талап ителә. Бар мәшәҡәтте теүәлләп алғанда, быйма баҫыуға тотонорға мөмкин, — ти әңгәмәсем.
Йөн теткес ҡорамалдың бик боронғо икәнлеге күренеп тора, әммә хужаһы ипләп тотонғандыр, күрәһең — яҡшы һаҡланған. Оҫта ҡуллы Ғүмәр ағай уны көйләп алған. Быйма баҫыу еңелдән түгел, тота һалып берәү ҙә эшләп китә алмай. Был хаҡта ла Ғүмәр Мусиндың үҙенән һорашырға булдыҡ.
— Ете-һигеҙ йыл элек ауылыбыҙға Мордва Республикаһынан бер ғаилә килеп быйма баҫа торғайны. Беҙгә фатирға төшөп йөрөнөләр, үҙебеҙҙең уталғысты биреп торҙоҡ. Йыл һайын килә торғас, яҡын дуҫтарға әйләндек. Уларҙың янына инеп, быйма баҫҡандарын күреп, өйрәнеп йөрөнөм. Әммә ҡасандыр үҙем ошо шөғөлгә тотонормон тигән уй булманы. Һуңғы йылдарҙа быйма алыусылар булмағанлыҡтан, мордва дуҫтарыбыҙ ҙа килеүҙән туҡтап ҡалды. Уларҙан алған быймам иҫкергәс, үҙемә яңыһын баҫып ҡарарға булдым. Тәүге тапҡыр тотоноуыма ҡарамаҫтан, хәтәр шәп килеп сыҡты. Ейәнем Исламға ла әтмәләнем, уныҡы бигерәк ҡупшы инде. Быймамды күреп, күршем заказ бирҙе. Артабан теләүселәр күбәйҙе. Мәшәҡәтле булһа ла, кешегә файҙа эшләй алыуым йәнгә рәхәт бирә. Ҡулың аша үткән әйберҙең ни тиклем шатлыҡ-ҡыуаныс килтергәнен күреү барыһын да оноттора, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә этәргес бирә, — ти быймасы.
Ғүмәр ағай оҫтаханаһында тетелгән һарыҡ йөнөн өҫтәлгә йәйеп һала. Ул тигеҙ булырға тейеш, юҡһа быйманың бер урыны ҡалын йә йоҡа килеп сығыуы ихтимал. Йөндө һыулап, көслө ҡул менән баҫып, кейеҙ хәленә килтерергә кәрәк. Артабан кәрәкле формаға еткереү өсөн ныҡлап әүәләйһең. Быйма рәүешен алғас, ул ҡаҙанда ҡайнатып алына. Шулай йөндәге төрлө бысраҡ, сайыр йыуылып төшә. Кәрәкле үлсәмгә тап килтереп, ағас ҡалыпҡа кейҙереп, тәүлеккә яҡын йылы мейестә киптерелә. Ауыл ерендә иң кәрәкле тип һаналған йылы һәм йомшаҡ быймаларҙы Ғүмәр ағай тап шулай эшләй.
Оҫта был аяҡ кейеменең кеше һаулығы өсөн файҙалы булыуын яҡшы аңлай һәм, һәр заказды еренә еткереп, күңел һалып башҡарырға тырыша. Шулай ҙа иң сифатлы быйма яҡшы йөндән, ти ул. Яҙғы йөн бөтөнләй бармай, шуға күрә сеймал һатып алғанда иғтибарлы булырға тырыша. Ябай һарыҡ йөнөнә өҫтөнлөк бирә. Ауыл халҡы бүтән саҡта осһоҙға ғына һатһа ла, быйма өсөн йыйыусыларға хаҡты шунда уҡ икеләтә арттырып ебәрә. Күрәләтә яҙғы йөнөн һалып ебәреүселәр ҙә юҡ түгел.
Ололар өсөн бер пар быйма баҫыуға ике килограмдан ашыу йөн һәм өс көн сарыф ителә. Ул Аҡъяр баҙарында 1400 һум тирәһе торһа, Ғүмәр Мусиндан мең һумға һатып алырға мөмкин. Ауыл халҡының кеҫә яғы наҡыҫлығын белеп, уларға тауарын кисектереп түләү шарты менән дә, килешеү буйынса ла биреп ебәрә оҫта.
Ата-бабанан ҡалған шөғөлдө үҙ итеп, тергеҙеү уйы менән янған Ғүмәр Мусинға район хакимиәте яғынан да ярҙам күрһәтелһә, яҡшыраҡ булыр ине. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы программаларҙа ҡатнашып, үҙ эшен теркәп ебәргәндә, күпкә отошлораҡ буласағы көн кеүек асыҡ. Ул сағында быйма баҫыу оҫтаһына заказдар ҙа, йылы аяҡ кейемендә һыуыҡ ҡышты ауырымай-һыҙланмай сығыусылар ҙа күбәйәсәк.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.