Өфөнөң Дим районындағы Ухтомский урамында социаль ашхана асылды. Ул “Йәйғор” кафеһында урынлашҡан. Башҡортостандың баш ҡалаһында был — ошондай һигеҙенсе учреждение.
Тәүге эш көнөндә ашханаға 30 кеше килде. Уларҙың күбеһе – аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар, тәғәйен йәшәү урыны булмаған кешеләр, күп балалылар. Социаль ашханала өйҙәгесә тәмле, сифатлы аш-һыу тәҡдим иттеләр.
Хәҙер “Йәйғор”ҙа райондың Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан ойошторолған консультация пункты ла эшләйәсәк. Ашханаға килеүселәр унда юристан һәм социаль мәсьәләләр буйынса белгестән кәңәштәр аласаҡ.
Тиҙҙән ҡаланың төрлө райондарында ошондай туғыҙ учреждение эшләйәсәк.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.