Бәйләнеш өҙөлмәһен05.12.2012
Ноябрь почтаһы ла һәлмәк булды, ике йөҙләп хат алдыҡ.
“Тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл түгел. Үҙгәрештәр еленең һәр саҡ халыҡ файҙаһына булмауы күңелде ҡыра, кәйефте төшөрә. Ҡырҡ йылға яҡын мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, өҫтәмә эш хаҡы түләнмәһә лә, артта ҡалған балалар менән дәрестән һуң айырым шөғөлләндек. Ҡайҙа ти ул хәҙерге ҡайһы берәүҙәр кеүек: “Балаларҙың белеме түбән, репетитор яллағыҙ”, – тип әйтергә. Ундайҙарҙан: “Һин үҙең ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланың, эшеңде ниңә башҡалар елкәһенә һалырға тырышаһың?” – тип һорағы килә. Һәр ата-әсәнең балаһын түләп уҡытырға мөмкинлеге юҡ. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың төрлө байрамға бүләк, сәйәхәткә путевка, ришүәт алыуға намыҫы еткәненә аптырайым. Ошонан сығып, бер тәҡдимемде һеҙҙең ҡарамаҡҡа еткерәм: “Башҡортостан” гәзите, ҡыйыулығын туплап, мәктәптәрҙәге ришүәтселектең тамырына зыян килтерерлек мәҡәләләре менән уҡыусыларын ҡыуандырһа ине”.
Өфөнән хеҙмәт ветераны Мәрфуға Ғәлинаның ошондай уй-ниәт менән гәзиткә мөрәжәғәт итеүе һис осраҡлы түгел. Элек-электән халҡыбыҙ күңеленә тынғылыҡ бирмәгән мәсьәләләрҙе баҫма аша барлыҡ йәмәғәтселеккә еткерергә тырышҡан, тормоштағы етешһеҙлектәргә берәм-һәрәм түгел, ә бергәләп көрәшкәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген аңлаған.
Илдә барған туҡтауһыҙ үҙгәрештәр, мәктәптәрҙең ябылыуы, уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы, туған телдең ҡыҫырыҡланыуы бөгөн барсабыҙҙы һағайта. Ошо йәһәттән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаевтың “Ышаныстар һәм борсолоуҙар”, Мәрйәм Бураҡаеваның “Ат-затыбыҙға тоғро балалар үҫтерәйек” тигән яҙмаларын гәзит уҡыусылар йылы ҡабул иткән. Ләлә Бейешеваның “Ҡала менән ҡала араһы – ер менән күк”, Камил Аҙнаевтың “Һин кемдеке, “бәләкәй Швейцария?” тигән мәҡәләләре халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреүе менән иғтибарға лайыҡ.
Был айҙа ла иң әүҙем авторҙарыбыҙ Марсель Ҡотлоғәлләмов, Зиннур Нурғәлин, Мәхмүт Хужин, Самат Ғәлиуллин, Фәниҙә Исхаҡова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Римма Ҡотлоғәлләмова, Фәриҙә Айытбаева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рафаэль Аҙнағолов, Нурулла Миһранов, Зөһрә Бәшәрова, Хәлил Һөйөндөков, Рәсүл Сәғитов, Гөлкәй Ҡужина, Нурия Ибраһимова, Әнүәр Сөләймәнов, Сәнә Сабирйәнова, Дауыт Амангилдин, Салауат Мөхәмәтшин, Флүрә Хәлилова, Фәрит Рәмов, Кәрим Булат, Юнир Аҙнағоловтар гәзит менән бәйләнеште өҙмәне. Үҙҙәренең донъя, ил хаҡындағы уйланыуҙары, тирә-яғыбыҙҙағы уңған кешеләр хаҡындағы һүрәтләмәләре аша гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерҙе улар.
Саҡмағоштан Р. Вафин: “Бына бер нисә йыл инде “Башҡортостан”ды алдырып, кинәнеп уҡыйбыҙ. Ҡыҙыҡлы, фәһемле сыға. “Юрист кәңәштәре” тигән рубрика асып бигерәк йәтеш иттегеҙ. Кәрәк һорауҙарға йәһәт кенә яуап бирәһегеҙ. Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә”, – тип яҙҙы.
Ҡәҙерле дуҫтар, артабан да бәйләнеш өҙөлмәһен, һеҙҙән ҡыҙыҡлы, фәһемле хаттар көтәбеҙ.
Хаттар бүлеге.


Вернуться назад