Николай Островский “Ҡорос нисек сыныҡты” әҫәренең икенсе бүлеген тамамлағанда тамам күҙҙән ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, үҙен бәхетле һанай, сөнки ул үлемһеҙ әҫәр яҙа алған. Китап баҫылған, лайыҡлы тип табылған! Тимәк, йәшәүҙең мәғәнәһе бар! Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына “Артылыш” китабының исем туйын үткәрергә йыйылғандар ҙа тап ошондай шатлыҡ кисерҙе.
З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә сыҡҡан «Артылыш» («Преодоление» һәм «Омтылыш») китабы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижадынан тупланған. Ундайҙарға тормошта уңышҡа өлгәшеүе бик ҡыйын. Күп ижад итһәләр ҙә, әҫәрҙәре халыҡҡа барып етә алмай, уларҙы белмәйҙәр, күрмәйҙәр... Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһында йәшәгән бер инвалид композиторға, «сәхнәлә матур күренмәйһең» тип, сығыш яһарға ирек бирмәйҙәр. Ә күпме яңы йырҙарҙың халыҡҡа барып етмәүе бер кемде лә борсомай... Ошо хаҡта әсенеп һөйләне Фатима Ғәлиева. Тап ул беренселәрҙән булып әлеге изге эшкә башланғыс һалған.
Ярты йыл буйы материал туплағандан һуң, йыйынтыҡты нәшриәткә килтерә. Әммә ҡаршылыҡтар осрап тора. Материалдар машинкала баҫылыу сәбәпле, нәшриәт Фатима Ғәлиеваға тотонолған компьютер биреп ҡайтара. Бағыусыларҙы эҙләп табыуы ла ҡыйын була. Күпмелер аҡса йыйылғас, «Ошоға күпме әҫәр баҫтыра алаһығыҙ?» – тигән һорау менән ул «Китап» нәшриәтенә килә. “Бушлай сығарабыҙ», – тигәстәре Фатима Ғәлиеваның шатлығы эсенә һыймай. Йыйынтыҡҡа ижадсыларҙың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, эске матурлыҡ, кешелеклелек темаларын күтәргән хикәйә, шиғырҙары тупланған.
Кисә бик йәнле барҙы. Күмертауҙан Виктор Ураҙбаев, Өфөнән Ольга Москвина үҙенсәлекле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә бына Шамил Исхаҡов күбеһенсә балалар өсөн шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡтан композитор Светлана Шәрипова халыҡты моңло тауышы менән әсир итте. «Башҡортостан» гәзитенең әүҙем авторы Рәйлә Назарғолованың «Көҙгө ямғыр» тигән хикәйәһе лә урын алған. Кисәлә ул тамашасыларҙы «Ашыҡтым» тигән шиғыры менән таныштырҙы. Салауат районынан Ғәтиәт Садиҡов үҙен шағир тип һанамай. «Күңелде тынысландырырға йырҙар ҙа яҙам. Шиғырҙарым һирәк-һаяҡ республика баҫмаларында донъя күреп тора», – ти ул. Күптәргә билдәле «Йәшәмә йырһыҙ» тигән ижад емешенең авторы ла Ғәтиәт Садиҡов икән.
Шағир Ирек Кинйәбулатов Фатима Ғәлиеваның ҙур батырлыҡ күрһәтеп, ярҙамға мохтаждарҙың хыялын тормошҡа ашырыуын хупланы.
— Һеҙ һаламға түгел, әҙәбиәткә тотонғанһығыҙ. Ул бер ваҡытта ла хур итмәҫ. Был кисәнән илһамланып ҡайтырһығыҙ. Хәҙерге заманда рухи ғәриптәр күберәк. Әҙәбиәт һеҙгә ағыу түгел, дарыу булһын, – тине ул.
«Артылыш» – ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу ул. Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡас, ижадсыларҙың әйтер һүҙе барлығына инандым. Күңел йылыһын һалып яҙылған ул.
Илмира ҠОЛБАХТИНА