Бөйөк мәғрифәтсе иҫтәлегенә Аҡмулла көндәре республикабыҙҙа йыл һайын үтеп тора. Быйыл ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында кейеҙ күргәҙмәһе менән асылды. “Аҡмулла һәм мәғрифәтселек дәүере” тип аталған был экспозицияла студенттарҙың эше ҡуйылған.
Уҡыу йортоноң ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, быйыл студенттарҙың тәҡдиме менән 5 декабрҙә йәштәрҙең халыҡ-ара этнофестивале үтәсәк. Уның маҡсаты — төрлө милләт йәштәре араһында мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләү.
— Аҡмулла шағир, философ ҡына түгел, тәжрибәле педагог һәм сәсән булараҡ та билдәле, — тине Раил Әсәҙуллин. — Уның әҙәби ижады бөгөн дә көн ҡаҙағына һуға. Шағир-мәғрифәтсене башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Башҡортостанда тыуған, Татарстанда китабын сығарып, Ҡаҙағстанда балалар уҡытҡан ул.
Филология фәндәре докторы, профессор, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Әхмәт Сөләймәнов студенттар һәм мәктәп уҡыусылары алдында шәхестең тормош юлы, ижады тураһында сығыш яһаны. Быларҙан тыш, Аҡмулла көндәрендә шағирҙың әҫәрҙәрен донъя халыҡтары телдәренә тәржемә итеү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ, “Әҙәбиәт — милләттең йәшәү нигеҙе” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”, халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция, V — ХI класс уҡыусылары араһында интернет-олимпиада, студенттар ҡатнашлығында шиғриәт кисәһе үтәсәк.
С. НӘЗИРОВ.