Уҡытыусының алтын һуҡмағы03.12.2012
Мөғәллимде үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ өләшеүсе шәм менән сағыштырыуҙары юҡҡа түгел. Уҡытыусы, уның фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәң дә, әҙ булыр кеүек. Ә ҡулына диплом алған йәш педагогтың артабанғы яҙмышы Мәғарифты үҫтереү институты менән туранан-тура бәйле.
– Эшебеҙҙе уларҙан тыш күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, институт йыл әйләнәһенә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән ҙур бурыстарҙы тормошҡа ашыра, – ти Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов. – Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнауҙың яҡшыға килтермәүе көн кеүек асыҡ. Бында улар олуғ ғалимдарҙың лекцияларын тыңлай, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, фекер алыша һәм тығыҙ аралаша. Шулай уҡ донъялағы мәғариф яңылыҡтары менән дә таныштырыу – төп бурысыбыҙ.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә 2006 йылдан иң яҡшы уҡытыусылар дәүләт тарафынан айырым билдәләнә. Маҡсаты – уҡытыу һәм тәрбиә эшмәкәрлеген дәртләндереү, белем биреүселәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү. Әйткәндәй, Мәғариф министрлығының “Башҡортостан Республикаһында өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу тураһында” бойороғона ярашлы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты төбәктә был эш өсөн тулыһынса яуаплы. Мониторинг ойоштороу, уҡытыусыларға методик һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү, конкурс һөҙөмтәләрен анализлау, инновацион тәжрибәне өйрәнеү һәм уға һығымта яһау һымаҡ етди бурыстар йөкмәтелгән уға.
Уҡытыусылар араһында конкурс “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә ете йыл рәттән уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында мең ярымдан ашыу педагог республика кимәлендә танылыу яуланы, күптәр йөҙ мең һум күләмендә грант алды (2006–2009 йылдарҙа). 2010 йылдан бүләкләү 200 мең һумға тиклем күтәрелде. Минеңсә, конкурс иң-иңдәрҙе асыҡлай. Белеүемсә, төплө әҙерлеге булмайынса бәйгелә ҡатнашыусы юҡ.
Конкурста еңеү яулаған өлгөлө уҡытыусыларҙың бай тәжрибәһен һөҙөмтәле файҙаланыу ниәтендә институтта айырым кабинет асылған, улар тураһында мәғлүмәт даими туплана. Мәҫәлән, йыл һайын тупланма нәшер ителә, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, проблемалы семинарҙар ойошторола, асыҡ дәрестәр үткәрелә, исем туйҙары йыш була, “түңәрәк өҫтәл”гә ветеран педагогтар саҡырыла.
Институт ректоры Рәмил Мәжитов билдәләүенсә, “Мәғариф” милли проектының йәмәғәт аңына дөрөҫ йүнәлеш биреп, уҡытыусының абруйын арттырыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Грантҡа матди ярҙам сараһы тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел – белем сифатын яҡшыртыу тураһында ла оноторға ярамай.
Илдар АҠЪЮЛОВ


Вернуться назад