ҡотлайбыҙ!03.12.2012
Ошо көндәрҙә коллективыбыҙ Рәсәйҙең Транспорт министрлығынан һөйөнөслө хәбәр ишетеп ҡыуанды. Райондың социаль үҫешенә ҙур өлөш индергән, һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтен алға ҡуйып эшләгән шәхес, төбәгебеҙҙең абруйлы ир-азаматы, Ейәнсура юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Вәли Үлйәбай улы Юлдыбаевты юл төҙөлөшө тармағында өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең почетлы юл төҙөүсеһе” тигән юғары исем алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Вәли Үлйәбай улы! Ошо өлкәлә артабан да арымай-талмай эшләүегеҙҙе, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Һеҙҙең бай тәжрибәгеҙ, рухығыҙ Ейәнсура төбәгенең сәскә атыуына хеҙмәт итһен!
Ейәнсура юл ремонт-төҙөлөш идаралығының профсоюз ойошмаһы һәм бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрегеҙ.