Ят рух яуап алдына баҫтырмаҫмы?30.11.2012
Бөгөнгө йәштәрҙең күбеһенең халҡы алдында бурыс тойоуы һөйөндөрә. Иң мөһиме — улар, ғүмер юлдашын үҙ милләттәштәре араһынан һайлап, ғаилә ныҡлығын тәьмин итә.
Йәштәребеҙҙең күбеһе, хәмерҙән ваз кисеп, тәмәкене ташлап, намаҙға баҫып, тормоштоң тәмен белде. Балаларына ла ғәйәт матур исем ҡушалар, әсә телен өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирәләр, башҡорт балалар баҡсаһын, мәктәбен һайлайҙар. Быларҙың барыһы ла күңелгә йылылыҡ, рәхәтлек бирә, киләсәктә үҙ асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙға өмөт уяна.
Шул уҡ ваҡытта борсоуға һалған мәсьәләләр байтаҡ. Төрлө милләтле ғаиләләр барлыҡҡа килеп, балалары туған телен, милләтен айыра алмаған осраҡтар етерлек. Күптән түгел тап ошондай ҡыҙғаныс хәлгә тап булынды. “Аҡ тирмә”лә “Өләсәйҙәр ҡоро”на йыйылғанбыҙ. Унда, ғәҙәттә, өлкәндәр ейән-ейәнсәре менән килә. Бәләкәстәр йырлап-бейеп, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтә. Өләсәйҙәр сығыштарҙы ихлас ҡарай, бер аҙ төҙәтмә лә индереп ебәрә, өйрәтә. Заманында ошо ҡорға йөрөгән Сыңғыҙ менән Искәндәр Ханнановтар бөтөн донъяла танылыу яуланы, Нажиә Аллаярованың Дилара, Асия исемле ҡыҙҙары үҙҙәрен Рәсәй кимәлендә күрһәтте, Әҙилә Сәйфуллина ла Өфөлә билдәлелек алды. Улар әсә телендә матур итеп һөйләшә, башҡорт балалары икәнлеген һәр саҡ иҫендә тота, милләте менән ғорурлана. Былтыр Искәндәр Ханнанов Мәскәүҙә үткәрелгән “Щелкунчик” тигән бәйгелә үҙе белем алған уҡыу йорто консерваторияһының данын яҡлап сығыш яһаны, виолончелдә уйнап, 48 илдең һәләтле балалары араһында беренсе урынды яуланы, “Алтын Щелкунчик” призына лайыҡ булды һәм Францияла концертта ҡатнашыуға юллама алды. Ҙур тантаналарға уның өләсәһе Альбина Хашим ҡыҙы, олатаһы Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡовтар ҙа саҡырылғайны. Искәндәр Мәскәүҙең һәм Париждың ҙур сәхнәһенән олатаһы менән өләсәһен туған телендә барлыҡ Йыһанға яңғыратып сәләмләне, рәхмәт әйтте, һөҙөмтәлә барлыҡ милләт вәкилдәре алдында үҙенә, милләтенә, теленә ҡарата ихтирамды арттырҙы. Ғаилә тарафынан һалынған баһалап бөткөһөҙ тәрбиә емеше был.
Алда әйтеп үткәнемсә, “Өләсәйҙәр ҡоро”ноң сираттағыһында ҡыҙғаныс ваҡиғаның шаһиты булырға тура килде. Бер өләсәй ете йәшлек ейәнен эйәртеп килгән. Уға “һаумыһығыҙ”, “һау булығыҙ” тигән һүҙҙәрҙе алдан өйрәткән. Үҙебеҙсә сәләмләп ингән башҡорт малайын күреп ҡыуаныштыҡ. Етмәһә, әлеге лә баяғы өләсәһенең тырышлығы менән ул башҡортса бейергә лә өйрәнә башлаған. Малай баш ҡаланың алдынғы урыҫ гимназияһында белем ала икән. Башҡортса һүҙ ҡушҡайныҡ, аңламай. Күҙгә мөлдөрәп ҡарап, башын түбән эйҙе. Урыҫса һөйләшергә мәжбүр булдыҡ. Исемен һорағас, “Мин — Дамир Ильясов, башҡорт!” — тип ғорурлыҡ менән яуап бирҙе. Малайҙың атаһы — Заһир исемле башҡорт, әсәһе “ябай урыҫ ҡатыны Гөлкәй апай” икәнен белдек. Әсәһе өйҙә башҡортса һөйләшеүҙе инҡар итә икән. Иң аяныслыһы — үҙе Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған. Һис юғында, илем, телем тип йәнен фиҙа ҡылған шағирыбыҙ хөрмәтенә балаһына үҙ телен өйрәтһен ине лә һуң... Әлбиттә, бер “Гөлкәй апай” менән генә донъя емерелмәҫ, әммә уның балалары ла бар бит әле. Берәүҙән икәү тыуып, уларҙың ҡанына һеңдерелгән тәрбиә тармаҡланып дауам итәсәк.
— Ә һуң әсә һүҙен онотҡанды
Ғәрип түгел тиеп кем әйтә?
— тигән юлдар бар Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһында. Шағир был әҫәрен, ата-әсәһе тарафынан теленән мәхрүм ителгән ҡыҙҙың әсенеп яҙған хатына яуап булараҡ, бөтөн халыҡҡа яңғыратҡайны. Йәш кеше, башҡорт булып та, өлкәндәрҙең теләге буйынса урыҫ мәктәбендә белем алыуы, шул сәбәпле үҙ телен белмәүе тураһында әрнеп хәбәр итә. Хаттан өҙөктө башҡортсаға тәржемә итеп бирәм: “...Мин — башҡорт, әммә хатты үҙ телемдә яҙа алмайым. Барыһы ла бала саҡта башланды. Атай-әсәйем, башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, мине урыҫ класына уҡырға бирҙе — был аҙымы өсөн улар әле бик үкенә. Тәүҙә урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй инем. Яйлап өйрәндем... Баланың күңелен күрәләтә яралау булған... Бөгөн дә үҙемде рәнйетелгән, ниндәйҙер ҙур, мөһим нәмәнән айырылған итеп тоям. Кәңәш менән ярҙам итһәгеҙсе...”
“Аҡ тирмә”гә килгән Дамирҙы ла ошондай яҙмыш көтмәйме? Кем ғәйепле булыр? Әлбиттә, үҙ ата-әсәһе.
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
Телен ҡырҡҡан саҡта батырҙарҙың,
Алҡымына ҡандар тулғанда,
Уйлауы ла хатта ҡурҡыныс бит —
Көткәндәрме үҫер тиеп бер саҡ
Телле көйө телһеҙ уғландар? — тип халҡына йөрәк әрнеүе менән мөрәжәғәт иткәйне заманында Рауил Бикбаев. Бөгөн дә берәүҙәр милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн баш вата, ә икенселәр, дөйөм эшкә ҡаршы сыҡҡандай, ғаиләһендә үҙ теленең тамырына балта саба, балаһының күңеленә көсләп ят рух һала. Шағирыбыҙҙың ораны ҡасан барлыҡ милләттәштәребеҙҙең дә аңына барып етер?
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
(Малайҙың, ата-әсәһенең исем-шәрифе үҙгәртеп алынды).