ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ30.11.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Мираҫҡа дәғүә итә алаһығыҙ

— Атайым фатирын хосусилаштырырға теләй ине, тик торлаҡтың шәхси милеккә тапшырылыуы тураһында килешеүҙе алып өлгөрҙө лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булды. Дәүләт теркәүен үтеп өлгөрмәне. Мин, уның берҙән-бер балаһы булараҡ, был фатирҙы мираҫ буйынса үҙемә ҡалдыра аламмы? Әгәр мөмкин булһа, бының өсөн ни эшләргә тейешмен?

Рәфис, Баймаҡ ҡалаһы.


— Әгәр торлағын хосусилаштырырға теләгән кеше был хаҡта документтарын тейешле урынға тапшырған, әммә милеккә хоҡуғының теркәлеүе тураһында документ алып өлгөрмәгән булһа, уны васыятҡа индереү-индермәү мәсьәләһенә бәйле бәхәс тыуған осраҡта түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тотоғоҙ.
Мираҫ ҡалдырыусы иҫән сағында торлаҡты хосусилаштырырға теләк белдергән һәм унан кире баш тартмаған, әммә үҙенең ихтыярынан тыш төрлө хәл-ваҡиға сәбәпле эшен аҙағынаса еткерә алмаған икән (һеҙҙең осраҡта — вафат булып ҡалған), был мираҫты ҡабул итеүсенең теләген ҡәнәғәтләндермәү өсөн нигеҙ була алмай. Рәсәйҙең Юғары Суды Пленумының 1993 йылдың 24 авгусындағы 8-се ҡарарына ярашлы, ғәмәлде үтәүҙән баш тартмаҫҡа тейештәр. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, һеҙ фатирҙы аҙағынаса хосусилаштыра һәм үҙегеҙгә мираҫҡа ҡабул итә алаһығыҙ.

Педагог йәки психолог мотлаҡ

— 12 йәшлек улым тышта уйнап йөрөгән саҡта уның күҙ алдында бер ирҙе күмәк егеттәр туҡмап киткән. Хәҙер малайҙы шаһит сифатында судҡа саҡырталар. Бәлиғ булмаған кеше суд ултырышында сығыш яһай аламы?

Венера, Сибай ҡалаһы.


— Административ эштәр ҡаралғанда хәленән килгән һәр кем, әгәр башҡа процессуаль статусы юҡ икән, судта шаһит булараҡ сығыш яһай ала. Артабан Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 25.6-сы статьяһына (“Шаһит”) күҙ һалайыҡ.
1. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы эште тикшереүгә ошо мәсьәлә хаҡында мәғлүмәтле булыуы ихтимал кеше саҡыртыла ала.
4. 14 йәше тулмаған бала шаһит булараҡ сығыш яһаған осраҡта педагог йәки психологтың ҡатнашыуы мотлаҡ. Кәрәк тип табылған осраҡта һорау алыу бәлиғ булмаған шаһиттың законлы вәкиле ҡатнашлығында үткәрелә.


Вернуться назад