1990 йылдың башында Сәғит Кинйәбулатовты Һул Ярҙа төҙөлә башлаған кирбес заводы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был төҙөлөшкә юл ярған “Ишембайводстрой” предприятиеһы бер йылдан ябыла, төҙөлөш тә туҡтай. Ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен нефткә бәйләгән Сәғит юғалып ҡалмай. Өфө нефть институтын тамамлап, ҡара алтын табыу ҡорамалдарын йыйыу, урынлаштырыу буйынса инструктор булараҡ, күпте күрә, сөнки элекке СССР-ҙа улар 11 генә белгес була.
— Ямалда эшләйбеҙ. Унда 56 градус һалҡын. Иртәгәһен — Кушкала. Ә унда 56 градус эҫе! — тип көлөп хәтерләй ул.
Сәғит ауылында — Аҙнайҙа ҡала. “Ҡыҙыл Урал” колхозында баш инженер булып эшкә тотона. Тыуған ерендә ныҡлап төпләнергә уйлап, йорт һала башлай. Тауҙар араһында, урман эсендә ултырған Аҙнайҙа газ тураһында уйлаған кеше лә булмай әле ул саҡта. Ә Сәғит барыбер баш вата.
Тап шул ваҡыт Биксән ауылынан Аҙнайға дүрт йөҙ метр самаһы арала газ торбалары һуҙыла башлап, эш ниндәйҙер сәбәптәр менән туҡталған була. Аҡсаға ҡытлыҡ булғанмы йә башҡа сәбәпме, уныһын Сәғит белмәгәндер ҙә, ләкин күңелен тегендә-бында урлап алып киткәнде көтөп, ерҙә һибелеп ятҡан торбалар борсой. Инде йыл буйы хужаһыҙ ятҡан торбаларҙы “һәрмәштерә” лә башлайҙар. Ә ниңә ҡайҙандыр көтөп ятырға? Ата-бабалары кеүек күпме утын яғып интегергә?! Ауыл кешеләре менән кәңәшләшә. Кинйәбулатовтың ныҡышмалы егет икәнен беләләр, әлбиттә. Тәүәккәл ауылдаштарының ҡайһы берҙәре хатта мал-тыуарын да йәлләмәй. Тиҙ арала “Проектлаусы” йәмғиәте етәксеһе Линер Кантюков проект та эшләп бирә. Хәҙер төҙөлөшкә ялланыусы ойошма кәрәк. Сәғит Абдрахман улы, ярҙам һорап, ул саҡтағы Ишембай районы хакимиәте башлығы Рәйес Фәрит улы Ибраһимовҡа бара.
— Мин ҡаршы түгел, — ти хакимиәт башлығы. — Проект эшләткәнһең. Тик подрядсы ойошманы үҙең тап, бурысҡа эшләтергә күндерә алһаң, ярҙам булыр.
“Нефтегазсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әнүәр Мәрүәр улы Бикмырҙинды ул ваҡытта танып белмәй әле Сәғит. Күҙ терәп бара, һөйләшә. Нефтсе нефтсене тиҙ аңлай. Бикмырҙин газ трассаһының ҡайҙан үтәсәген ҡарап ризалаша:
— Тик урманды киҫеп, трассаны киңәйтергә кәрәк буласаҡ, — ти.
“Зәңгәр яғыулыҡ” яндырыу теләге булған кеше ялындырып тормай, дәррәү тотона. Ун көн эсендә газ үтәһе юл әҙер була. Колхоз таралып, эшһеҙ ҡалған Кинйәбулатовҡа ла шөғөл табыла. Бикмырҙин уны үҙенә прораб итеп ала, уның ҡарамағына эшселәрен дә бирә. Проект бар. Кинйәбулатов республиканың Министрҙар Кабинетына ла ҡыйыу йөрөй башлай. Чиновниктарҙы “уйлайбыҙ”, “планлаштырабыҙ”, “булыр” кеүек һүҙҙәрҙән торған вәғәҙәләр менән туйындырмай, ә аныҡ эш һөҙөмтәләре менән таныштырып ышандыра. Биксән — Аҙнай газ трассаһы хуплау таба, һәм бюджеттан тейешле күләмдә аҡса бүленә.
2005 йыл. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланып, район халҡы Аҙнай эргәһендә һабантуйға йыйыла. Шул көндә ауыл ситендәге газ бүлеү пунктында тантаналы рәүештә “зәңгәр ут” факелы ҡабына. Тик әле был эштең башы ғына була. Хәҙер газды ауылға, йорттарға индерергә кәрәк. Урамдарҙа ер соҡоп, торба һалыу — мәшәҡәтле эш. Өҫтән үткәреү отошлораҡ була. Йыл аҙағынаса, шулай итеп, ун йортҡа газ керә. Бикмырҙин менән Кинйәбулатов изге эштәренә тағы ла бер изгелек өҫтәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурулла Ғәлиәскәров менән Ғизетдин Йәлиев ағайҙарҙың өйөнә “зәңгәр яғыулыҡ”ты бушлай индерәләр. Ә бер йылдан Ғиниәтуллин урамында ла күпселек йорттарҙа газ ҡуллана башлайҙар. Мал һатып түләнгән аҡса юғалмай. Ә бына аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, малдарын йәлләгән хужалар өгөткә килмәй, утынға ҡарап ҡала. Бәпкә урамында дүрт кеше ҡаршы килмәй, тик башҡалары ризалашмай. Шулай итеп, урам газһыҙ ҡала. Йәшел, Йылға буйы урамдарында йәшәүселәр ҙә был бәхетте күрә алмай. Ауыл егеттәре Иҙрис Талипов, Ғәлинур Сөләймәнов, Рәмил Ишбирҙиндар үҙҙәрен булдыҡлы егет итеп күрһәтә. Иретеп йәбештереүсе, слесарь, монтажсы булараҡ эшкә ҡушылалар.
Газ ҡулланған ауылдаштарының шатлығын уртаҡлашып, Сәғит Абдрахман улы Кинйәбулатов бөгөн Әнүәр Мәрүән улы Бикмырҙинға оло рәхмәттәрен белдереп:
— Тырышлыҡ, дуҫлыҡ, вәғәҙәңә тоғро ҡалыу, башлаған эшеңде аҙағынаса еткерә белеү кәрәк, — ти.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Камил АҘНАЕВ.
Ишембай районы.