Битлек07.12.2011
Тормош — театр, беҙ — актерҙар...
У. Шекспир.

Был кешеләр битлектәрҙе
Көнөнә йөҙ алмаштыра.
Кемдәрҙелер алдайым тип,
Үҙ-үҙҙәрен алдаштыра.

Түрәһенең тупһаһында
Бая ғына "ҡуян" булды,
Сығыу менән ул йөҙөнә
"Айыу" ҡаплап ҡуйған булды.

Осратҡайны бер һылыуҙы
Ябырылды атакаға:
Күҙ асып, күҙ йомған ара —
Әйләнде ул "макака"ға...

Кеше шулай был донъяла
Битлек кейеп ғүмер итә.
Йәл: үҙенең матур йөҙөн
Күрмәйенсә үлеп китә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад