Башҡортостанда МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 722 ер участкаһы алды27.11.2026

Башҡортостанда МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 722 ер участкаһы алды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 722 ер участкаһы бирелде. Уларҙың 152-һен хәрби хеҙмәткәрҙәр, 570-ен Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаилә ағзалары алды, тип хәбәр итте БР вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

МХО геройҙарына һәм орден менән бүләкләнеүселәргә ер алыу өсөн урындағы хакимиәткә, ә Өфөлә йәшәүселәр туранан-тура БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәт итә ала, тип билдәләне ул.

«Граждандарҙың был категорияһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегенә индерелмәй, шулай уҡ тейешле муниципалитетта өс йыл йәшәү талабы уларға ҡағылмай», — тине Полянская.

Ер участкалары Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки МХО-ла хәрби хеҙмәттәре өсөн РФ ордендары менән бүләкләнгән махсус операция ветерандарына бирелә. Улар һәләк булған осраҡта ер участкаларын ғаилә ағзалары: ире (ҡатыны) һәм бәлиғ булмаған балалары, ә улар булмаған осраҡта ата-әсәләре алырға мөмкин.




Вернуться назад