Башҡортостандан мәктәп директоры «БАРС» отрядына яҙылған

Әлшәй районы мәктәбе директоры Марат Шиһабетдинов – «БАРС» отряды яугире. Был хаҡта район башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итте.
Муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, педагог республиканы дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡлау өсөн ошо отрядҡа яҙылған.
«Башҡортостанда күгендә БПЛА-лар оса, дошман беҙҙең стратегик объекттарҙы юҡ итергә тырыша. Дошмандың һөжүме бик ныҡ, һуғыштың тамамланғанын көтөп ултырыу — эш түгел. Шуға күрә мин Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем, — ти «БАРС» яугире үҙенең видеоинтервьюһында.
Марат Шиһабетдинов республика биләмәһендә хеҙмәт итеү хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәр төбәктең стратегик объекттарында дежурҙа тора.
«Шунда уҡ әйтәм: хеҙмәт еңел түгел. Әммә ҡулға ҡорал тотоп үҙебеҙҙең объекттарҙы һаҡларға кәрәк. Был ҙур яуаплылыҡ. Махсус операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләйем», — тип йомғаҡ яһаны Марат Шиһабетдинов.
«БАРС»та хеҙмәт итеүҙе «камуфляжда» вахта эше тип атарға мөмкин. Ике ай буйына яугирҙәр һөжүмдәрҙе кире ҡағыу буйынса бурыстарын үтәй, һуңынан шунса ваҡыт үҙ һөнәре буйынса эшләй. Хеҙмәт итеү осоронда төп эш урыны һаҡлана, эш хаҡы түләнә.
«БАРС» республика отрядына яҙылыу өсөн йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә йәки 8-987-253-65-30 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.