Республиканан алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар йөк оҙатылды26.11.2026

Республиканан алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар йөк оҙатылды

Фото: матбуғат хеҙмәте | БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатты. Ярҙамды дәүләт комитеты һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре Херсон өлкәһе территорияһында хеҙмәт иткән яугирҙәрҙең һорауы буйынса туплаған.

«Был бер тапҡыр ғына үткәрелгән акция түгел, ә даими эш. Гуманитар ярҙам әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың теләктәрен иғтибарға алып йыйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә әйткәнсә, беҙ еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ», — тип хәбәр итте дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы ике аҙна һайын  МХО-ға гуманитар ылау оҙатылырға тейешлеген белдергәйне.



Вернуться назад