МХО-ла ҡатнашыусыларға хеҙмәт гарантиялары киңәйтелде25.11.2026

МХО-ла ҡатнашыусыларға хеҙмәт гарантиялары киңәйтелде

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Дәүләт Думаһы пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа муниципаль хеҙмәткә ҡабул ителгәндә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн хеҙмәт гарантияларын өҫтәмә рәүештә көсәйтеүгә йүнәлтелгән айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр ҡабул итте.

Закондың авторҙары араһында Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һәм «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының башҡа депутаттары бар.

«Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы яҡлау – Дәүләт Думаһының төп өҫтөнлөктәренең береһе. Законды ҡабул итеү МХО-ла ҡатнашыусыларға тыныс тормошта маҡсаттарына ирешеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирәсәк. Улар муниципаль идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттыра һәм ҡалаларҙың, ҡасабаларҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә аласаҡ», — тип билдәләне Вячеслав Володин.

Законға ярашлы, контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булыу ваҡыты муниципаль хеҙмәт стажына инә. Бынан тыш, эске эштәр, мәжбүри башҡарыу органдарында һәм енәйәт-башҡарыу системаһында хеҙмәт итеү осоро урындағы үҙидара органдарында хеҙмәт стажында иҫәпкә алына.

Закон рәсми баҫылған көндән көсөнә инә.





Вернуться назад