Башҡортостандың йәш ғалимдары республика Башлығы премияһын алырға мөмкин

Башҡортостанда йәш ғалимдарға республика Башлығы премиялары тапшырыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров 2025 йылдың 3 февралендәге «БР Башлығының «Йылдың йәш ғалимы» премияларын булдырыу тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе. Документ редакция ҡарамағында бар.
Документта әйтелгәнсә, 2027 йылдың 1 ғинуарынан республикала Башҡортостан Башлығының һәр береһе 150 мең һумлыҡ «Йылдың йәш ғалимы» тигән ете премияһы булдырыла. Ул тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге инновациялар һәм асыштар өсөн бирелә.