Башҡортостандың ике медицина проекты Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә инде20.11.2026

Башҡортостандың Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге ойошторған «Проект Олимпы — 2026» Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынды яуланы, Ә республика перинаталь үҙәге финалға сыҡты.

Фото: Валерий Шахов | архив ИА «Башинформ»

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ике проекты илдә иң яҡшылар иҫәбенә инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге ойошторған «Проект Олимпы — 2026» Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынды яуланы, ә республика перинаталь үҙәге финалға сыҡты.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү — объекттар төҙөү һәм уларҙы яңыртыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, юғары класлы белгестәр әҙерләү генә түгел.

«Әлбиттә, быларҙың барыһы ла кәрәк, мөһим — һәм бындай эште дауам итәсәкбеҙ. Әммә тағы ла бер әһәмиәтле пункт бар — медицина учреждениелары менән уңышлы идара итергә мөмкинлек биргән грамоталы төҙөлгән процестар», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Республика дауаханалары һәм поликлиникалары системалы рәүештә һаҡсыл етештереү принциптарын, һанлы ҡарарҙарҙы һәм яһалма зиһен инструменттарын индерә, тип билдәләне ул. Процестар һөҙөмтәлерәк була бара, табиптар ғәҙәти эштән азат ителә һәм пациенттарға күберәк ваҡыт бүлә ала.

«Был үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәләрен федераль кимәлдә күрәләр, тимәк, беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы медицина учреждениелары етәкселегенә һәм коллективтарына рәхмәт белдерҙе.

 



Вернуться назад