Башҡортостанда «Махсус хәрби операция ирекмәне» билдәһе булдырылды

Башҡортостанда «Махсус хәрби операция ирекмәне» билдәһе булдырылды. Республика Башлығының тейешле указы БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Яңы почетлы билдә махсус хәрби операция бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙамға йүнәлтелгән ирекле башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм волонтерҙың почетлы статусын формалаштырыу маҡсатында булдырылған. Почетлы билдә алтын һымаҡ металдан эшләнгән, диаметры – 25 миллиметр.
Республика хөкүмәтенә почетлы билдәне һәм уға таныҡлыҡ бланкыларын әҙерләү өсөн финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.