Башҡортостан шифаханаларында 11 меңдән ашыу МХО яугире һәм уларҙың яҡындары ял иткән19.11.2026

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн конкурс буйынса 15 шифахана һайлап алынған.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡан 11 008 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында ял иткән. Улар араһынан 2 108-е – хәрби хеҙмәткәр, 8 900-е – яугирҙәрҙең туғандары, тип хәбәр итте БР вице-премьеры – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

«МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү республика социаль сәйәсәтенең төп йүнәлеше булып ҡала. Беҙ һаулығын нығытыуға мохтаж һәр кем уңайлы шарттарҙа һәм тулы күләмдә ярҙам алһын өсөн тырышабыҙ. Бының өсөн көслө диагностика базаһы һәм төрлө дауалау йүнәлештәре булған шифаханалар һайлап алынды. Дауалау программаһы табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм һәр кешенең һаулығын иҫәпкә алып төҙөлә», — тип билдәләне Наталья Полянская.

Әлеге көндә МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 15 шифаханала дауалана ала. Учреждениелар конкурс нигеҙендә һайланған. 

Шифаханаға барыу өсөн МХО ҡатнашыусыһына йәки уның туғанына раҫланған исемлектән учреждениены һайлап алырға кәрәк. 



Вернуться назад