Башҡортостандан медрота водителе автомобилде дрон һөжүменән ҡотҡарған

Башҡортостандан Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы водителе алғы һыҙыҡта автомобилде дрон һөжүменән ҡотҡарған. МХО яугире Андрей Мурашовтың батырлығы тураһында «Башҡорт батальоны» каналы хәбәр итә.
Сержант Мурашов хеҙмәттәштәре менән хәрби бурысты үтәргә киткән. Юлда уларҙың автомобиленә дошман дроны һөжүм иткән. Һалҡын ҡанлы һәм оҫта башҡорт яугире машинаны хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөргән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең береһе лә зыян күрмәгән.
Андрей Мурашов «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы һәм Луганск Халыҡ Республикаһының «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.