Башҡортостанда ҡурҡыныс юл фажиғәһендә зыян күреүселәрҙең хәле билдәле булды16.11.2026

Башҡортостанда ҡурҡыныс юл фажиғәһендә зыян күреүселәрҙең хәле билдәле булды

Фото: БР дәүләт автоинспекцияһы | матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Баймаҡ районында үлемесле аварияла зыян күргән өс кешенең хәле тураһында хәбәр итте. Барыһы ла Сибайҙың Үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатылған. Ике пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, өсөнсөһө – үтә ауыр хәлдә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 13 ноябрҙә Магнитогорск – Ира трассаһында теркәлгән. «Лада Гранта»ның 19 йәшлек водителе ҡаршыға килгән «ГАЗ-3302» машинаһы менән бәрелешкән. «Лада»ның 61 һәм 49 йәшлек пассажирҙары урында һәләк булған. 



Вернуться назад