Башҡортостанда бер ғаиләнән өс быуын ир-егеттәре МХО-ла ҡатнаша

Кисә республика Башлығының Тура бәйләнешендә ҡатнашыусылар һәм тамашасылар бер ғаиләнең тарихы менән танышты. Өс быуын ир-егеттәре – олатай, атай һәм ейән алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай.
Ғаиләнең иң өлкән вәкиле Георгий Соколов – «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы бүлексәһе командиры. Яугир алғы һыҙыҡтан студия менән тура бәйләнешкә сыҡты.
Тура бәйләнеш студияһында уның улы Максим һәм ейәне Анатолий Кучиндар ултыра ине, улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Кучиндар төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәт итә. 20 йәшлек Анатолий Донецкиҙа, ә уның атаһы Максим Краснолиман йүнәлешендә. Шулай итеп, Тура бәйләнештә ҡатнашыу уларға осрашырға мөмкинлек бирҙе.
Максим Кучин атаһына үҙенең олатай булғанын, отпускыла яңы тыуған ейәнсәре менән танышып өлгөргәнен һөйләне.
«Тәүге тапҡыр ейәнсәремде күрҙем. Барыһы ла яҡшы!» – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Максим Кучин.