Башҡортостандан МХО ветераны дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен асҡан

Ағиҙел ҡалаһынан МХО ветераны Артур Алетдинов дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен асҡан. Ул социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашҡан, тип хәбәр итте ҡала мэры Денис Ирназаров.
Мэр һүҙҙәренсә, Артур ауыр һынауҙар аша үткән: ҡаты яралар, оҙайлы реабилитация юлы. Яугир төшөнкөлөккә бирелмәгән һәм тормошоноң өр-яңы битен асҡан. Яҡташыбыҙ 350 мең һумлыҡ дәүләт субсидияһына профессиональ төҙөлөш ҡоралы һәм техника һатып алған. Уның бизнес-идеяһы ябай һәм бик кәрәкле — ҡорамалдарҙы ҡуртымға биреү.
Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, махсус операция ветеранынан ҡуртымға алырға мөмкин булған бәләкәй ҡар таҙартыу техникаһы ҡала өсөн ҙур ярҙам булып тора
«Ҙур трактор үтә алмаған урындарҙа – скверҙарҙа йәки тар ғына йәйәүлеләр юлдарында тап шундай машиналар ҡулай. Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам», — тип яҙҙы Денис Ирназаров.