Башҡортостан яугире ротаны һәм техниканы дошман дроны һөжүменән ҡотҡарған10.11.2026

Башҡортостан яугире ротаны һәм техниканы дошман дроны һөжүменән ҡотҡарған

Фото: Скриншот | «Башҡортостан – геройҙар ваҡыты» проекты видеоһы

«Игла» позывнойлы Башҡортостан яугире Самат Рафиҡов иптәштәрен дошман дроны һөжүменән ҡотҡарған. «Башҡортостан» полкының Георгий Ветошников исемендәге инженер-сапёр ротаһы старшинаһы БПЛА-ны юҡ иткән.

Яҡташыбыҙ һауала дошман дрондарын күреп ҡалып, уларға ҡаршы ут асырға бойороҡ биргән. Һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтеп, Самат Рафиҡов дошман коптерын атып төшөргән. Был хәрби техниканы ҡотҡарған. Ротаның шәхси составы ла зыян күрмәгән.

Оҫта командалыҡ итеүе, ҡаһарманлығы өсөн Самат Рафиҡов «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», генерал Шайморатов миҙалдары һәм Луганск Халыҡ Республикаһының «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.



Вернуться назад