МХО ветерандары өсөн ҡушымта Башҡортостандың иң яҡшы социаль проекты тип танылды06.11.2026

МХО ветерандары өсөн ҡушымта Башҡортостандың иң яҡшы социаль проекты тип танылды

Фото: Ильяс Ҡасҡынов | Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы

Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының «Ветеран 02» мобиль ҡушымтаһы «Ижадсылар — 2026» республика премияһына лайыҡ булды. Программа 40 ҡатнашыусы араһында «Креатив социаль проект» номинацияһында еңеү яуланы.

Бер платформала МХО ветерандары ассоциацияһының төп эш йүнәлештәре берләштерелгән. Дүрт ай эсендә ҡушымта аша 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күпселеге буйынса ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелгән, тип хәбәр иттеләр Ассоциациянан.

«Ветеран 02» ярҙам саралары, эшкә урынлашыу, юридик һәм психологик ярҙам тураһында ышаныслы һәм ентекле мәғлүмәт алырға, мөрәжәғәттәр ебәрергә һәм Ассоциация менән үҙ-ара эш итергә мөмкинлек бирә, бының өсөн төрлө инстанцияларҙы үтеү һәм кәрәкле бәйләнештәр эҙләү өсөн ваҡыт сарыф итәһе түгел. Беҙҙең өсөн был награда — проекттың мөһимлеген таныу ул», — тип билдәләнеләр Ассоциацияла.



Вернуться назад