Башҡортостанда 643 эш биреүсе МХО ветерандарын эшкә урынлаштырырға әҙер03.11.2026

Башҡортостанда 643 эш биреүсе МХО ветерандарын эшкә урынлаштырырға әҙер

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов «Үҙ бизнесым» белем биреү программаһында ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу дөйөм һәм мөһим бурыс, тип билдәләне ул. Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, фронттан ҡайтҡан яугирҙәр ғәйәт ҙур идара итеү һәләтенә эйә.

Вице-премьер республикала ошо эштең аныҡ һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Башҡортостандың 643 эш биреүсеһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. «Субсидияланған яллау» сиктәрендә 2025 йылда 11 хәрби хеҙмәткәр эш тапһа, быйыл иһә 66 МХО ҡатнашыусыһы. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәргә хеҙмәт хаҡына сығымдар компенсациялана (40,6 мең һум). Инвалидлығы булған МХО ветерандарына айырыуса иғтибар бүленә. Былтыр — алты, ағымдағы йылда 26 яраҡлаштырылған эш урыны булдырылды.

«Быйылдан федераль ҡануниәткә мөһим үҙгәреш индерелде: МХО-ла ҡатнашыусылар менән бизнес асыуға социаль контракттар өҫтөнлөклө тәртиптә төҙөлә, йән башына уртаса килем баһаланмай. 2026 йылға ошондай 213 контракт төҙөргә йыйынабыҙ, 186 МХО ветераны һәм МХО ветерандарының 6 ғаилә ағзаһы контракт төҙөп, үҙ эшен асты», — тине Руслан Хәбибов.

Ул «Рәсәй терәге»нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселегенә МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына системалы ярҙам күрһәткәне өсөн айырым рәхмәт белдерҙе һәм ойошманың уларға яраҡлашырға ғына ярҙам итеп ҡалмауын, ә ысын үҫеш траекторияһын биреүен билдәләне.



Вернуться назад