Өфөнән «Ватан» отряды командиры күп балалы атай булды

Өфөнөң Республика клиник перинаталь үҙәгендә МХО-ла ҡатнашыусы ҡатынын һәм яңы тыуған ҡыҙын ҡаршы алды. Хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһен Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты ағзалары ҡотланы. Ата-әсә ике ул тәрбиәләй, ә хәҙер күптән көткән ҡыҙҙары тыуған.
Велинаның ире Андрей Михайлов гаубица-үҙйөрөшлө артиллерия дивизионы командиры булып хеҙмәт итә, шулай уҡ ул «Ватан» отряды командиры.
Велина «Zа любовь» федераль проектында ҡатнаша. Был проект әлеге ваҡытта ирҙәре МХО-ла ҡатнашҡан йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған әсәләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Программа сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙарға социаль-көнкүреш, медицина ярҙамы күрһәтелә, профилле медицина үҙәктәре белгестәре менән оператив бәйләнеш ойошторола, шулай уҡ юридик консультациялар бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелә.
Башҡортостанда проект 20 августа старт алды. Республика ошо ярҙам программаһы тормошҡа ашырылған туғыҙынсы төбәк булып тора.