Ике аҙна һайын республиканан МХО-ға гуманитар йөк ебәрелергә тейеш – Хәбиров27.10.2026

Ике аҙна һайын республиканан МХО-ға гуманитар йөк ебәрелергә тейеш – Хәбиров

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се пленар ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров республика алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне.

«Беренсеһе – махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡта кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү мөһим. Иң элек, техник йыһазландырыу һәм һаҡланыу саралары. Ике аҙна һайын республиканан фронтҡа гуманитар ылау китергә тейеш. Был яуаплы эште финанслауҙы тәьмин итеүегеҙҙе һорайым.
Беҙҙең яугирҙәр хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән өйҙәренә ҡайта. Төп бурыс – уларға тыныс тормошҡа яраҡлашырға, эш эҙләргә ярҙам итеү. Ошо маҡсатта ҡалаларҙа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика бүлексәһе филиалдары асыла. Хөкүмәткә урындағы үҙидара органдары менән берлектә был филиалдар ҡарамағында МХО-ла ҡатнашыусыларға өҫтәмә ярҙам үҙәктәре булдырырға кәрәк. Һәр ветеранды ярҙам саралары менән тәьмин итеү, медицина һәм социаль реабилитация ойоштороу, эшкә урынлашыу мәсьәләләре менән ентекләп шөғөлләнеү зарур.
МХО бурыстарын үтәү барышында иң мөһиме – илдең оборона һәләтен нығытыу. Бөтә предприятиелар ҙа бының өсөн тулы көсөнә эшләргә тейеш», – тип билдәләне Радий Хәбиров.






Вернуться назад