Был ваҡытлыса сара сир көсәйгән ваҡытта әсәләрҙең һәм яңы тыуған сабыйҙарҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Дүшәмбе, 26 октябрҙән, Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә карантин индерелә. Ошо хаҡта беҙҙе уҡыусылар хәбәр итте.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында мәғлүмәтте раҫланылар. Ведомствола белдереүҙәренсә, был киҫкен респиратор инфекциялар таралған осорҙа медицина учреждениелары өсөн ғәҙәти иҫкәртеү сараһы булып тора.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн партнер менән бала табыу форматы ваҡытлыса ҡулланылмай, ә перинаталь үҙәккә инеү сикләнә тигәнде аңлата. Бынан тыш, битлек режимы индерелә, шулай уҡ асыҡ ишектәр көнө үткәрелмәй.