Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артты

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса системалы эш алып барыла. Бөгөн республикала 60-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, эшкә урынлашыу һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү кеүек өлкәләргә ҡағыла. Республикала ярҙам сараларының бер өлөшө 2025 йылда – Башҡортостанда иғлан ителгән МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында индерелде.
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың 27 районында һәм ҡалаһында махсус муниципаль үҙәктәр эшләй. Тағы ла ошондай 36 үҙәк асыу планлаштырыла.
«Беҙҙең алғы һыҙыҡтағы егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж түгел икәнен белергә тейеш. МХО-ла яҡындарын юғалтҡандарҙы үҙ ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Ә өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәргә тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итербеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фронттан ҡайтҡан МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа, һөнәри йүнәлешбиреүҙә һәм ҡайтанан уҡытыуҙа ярҙам итеү буйынса эш дауам итә. Радий Хәбиров ветерандарҙы тыныс тормошҡа интеграциялауҙың мөһимлеген билдәләне.
«Беҙҙең яугирҙәр араһында аҡыллы кешеләр бик күп. Уларҙы дәүләт власы структураһына яйлап индерергә, кадрҙар резервы итеп ҡарарға кәрәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында лонгрид әҙерләне.