Тәү сиратта вакцина 12-13 йәшлек ҡыҙҙарға тәғәйенләнә.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеше папилломаһы вирустарына (ВПЧ) ҡаршы вакцинацияны 2027 йылда уҡ милли профилактик прививкалар календарына индерергә планлаштыра. Был хаҡта Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе.
«Йылдың икенсе яртыһында уҡ 12-13 йәшлек ҡыҙҙарға вакцина яһарға мөмкин», — тине ул.
РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, министр ВПЧ-ға ҡаршы прививканы милли календарға индереү пландары тураһында «Әсә һәм бала» форумында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2027 йылдан тейешле процедураларҙы әҙерләү башлана, ә йылдың икенсе яртыһында прививка яһау кампанияһын башлау көтөлә.
Бөгөнгө көндә ВПЧ-ға ҡаршы вакцина Рәсәйҙең милли прививкалар календарына инмәй. Төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, был прививканы шәхси клиникаларҙа яһатырға мөмкин.