Башҡортостанда яңы спорт күренеше барлыҡҡа килә башланы. Был күмәк, олимпия, паралимпия спорты түгел, ә «МХО спорты» – батырлыҡ һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр хәрәкәте. Фронттан ауыр яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙең күбеһе үҙҙәрендә көс табып, әүҙем тормош менән йәшәргә тырыша.

Әлбиттә, хәрби госпиталдә ятыу һәм артабан медицина кабинеттары, яраларҙы бәйләү бүлмәләре, АФК залдарына йөрөү көс-ҡеүәте ташып торған һәр ир-егетте шок хәлендә ҡалдыра. Артабан нисек йөрөргә, машина йөрөтөргә, эшләргә, йәшәргә тигән бихисап һорауҙар... Әммә, бәхеткә күрә, күптәр өсөн декорациялар үҙгәргәндә лә хәрби рух һүнмәй. Яу яланындағы гөрһөлдәү, атыш тауыштары дауахана тынлығы менән алмашынырға мөмкин, әммә рух көсө шул килеш ҡала. Һалдаттың яңы маҡсаты барлыҡҡа килә – аяҡҡа баҫырға, тимәк, үҙеңде үҙеңә кире ҡайтарырға. Шулай итеп, спорт уның өсөн ваҡыт уҙғарыу түгел, ә реабилитацияның мөһим, элекке тормошҡа ҡайтыу этабына әүерелә.
Яҡташыбыҙ Илгиз Ахуновтың тарихы иҫ киткес ихтыяр көсөнә асыҡ миҫал булып тора. «Гражданка»ға ҡайтҡас, юғалтҡан аяғы өсөн ҡайғырып ултырырға ваҡыты ла булмай уның. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, тормошон яйға һалырға кәрәк була. Бөгөн яҡташыбыҙ көслө һәм бәхетле кеше, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, тулы ҡанлы тормош алып бара.

Инвалидлыҡ алған МХО ветеранының артабан ҙур спортҡа табан аҙым яһай һәм хатта почет пьедесталына күтәрелә алыуын күптәр беләме икән? БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең инвалидлығы булған 63 МХО ветераны Башҡортостандың йыйылма командаларына инде һәм Рәсәйҙә үткәрелән спорт ярыштарынан 32 (!) миҙал менән ҡайтты. Йөҙөү, өҫтәл теннисы, пуля менән атыу, следж-хоккей, биатлон, саңғы ярыштары – дисциплиналар исемлеге даими тулыланып тора. Яугирҙәр көрәштә йәки команда уйындарында үҙ көсөн һынап ҡарай. Теләк кенә булһын.
Башҡортостанда фронт ветерандарына ярҙам итеү өсөн төбәктең бөтә спорт потенциалы файҙаланыла. Республика властары бойороғо буйынса, муниципаль һәм дәүләт спорт учреждениелары МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ. Уларҙа 35 спорт төрө буйынса дәрестәр үткәрелә, 800-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. 2026 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы министрҙар кабинетына МХО яугирҙәре өсөн махсус «спорт навигаторы» булдырырға ҡушты. Был һанлы платформаның маҡсаты – уларға спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн профилле объекттарҙы еңел һәм тиҙ генә табырға ярҙам итеү.
Республика етәксеһе фронттан ҡайтҡан ир-егеттәр өсөн спорттың ваҡыт үткәреү ысулы түгеллеген күп тапҡырҙар әйтте:
«МХО-ла ҡатнашыусы өсөн спорт – ҡайһы берҙә ғүмерҙе ҡотҡарыу һәм уның артабанғы тормош траекторияһын ҡотҡарыу ул», – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров.
Башҡортостандың Илеш районынан Рубен Хәсәновтың тормош миҫалы ошо һүҙҙәргә дәлил булып тора. Ҡаты яраланып, аяғы өҙөлөп, һигеҙ ай дауаханала ятып сыҡҡандан һуң МХО спортына ылығып китеүе уны президент Владимир Путин менән аралашыуға алып килер тип уйлай алдымы икән?
– Яра оҙаҡ ваҡыт, хатта хәрби хеҙмәттән һуң өйгә ҡайтҡас та асыҡ ҡалды. Ике йыл самаһы дауам иткәндер. Протез менән йөрөүе ҡыйын ине. Шул саҡта үҙемә маҡсат ҡуйҙым: минең протезда икәнемде белмәһендәр. Мин ябай кеше кеүек, аҡһамай атлап йөрөргә тейешмен, миңә йәлләп ҡарамаһындар, тинем. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды уйнарға саҡырғас, шикләнеп ҡуйҙым: минән ниндәй спортсы сыҡһын инде? Әммә ризалаштым. Иҫән ҡалған ир-егеттәргә шуны иҫбатларға теләнем: ниндәй генә йәрәхәттәр булһа ла, айыҡ аҡыл менән уйлап һәм хәлде баһалап, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, шул иҫәптән спортта ла, – ти Рубен Хәсәнов «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында.

2023 йылда, тыуған яғына ҡайтҡан йылда уҡ, Хәсәнов Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында беренсе «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» ярышында ҡатнашып, пуля менән атыу буйынса беренсе урын яулай. 2024 йылда Өфөлә «Геройҙар ваҡыты» ярышында пуля менән атыуҙа икенсе, команда менән ултырып волейбол уйнау буйынса беренсе урынға лайыҡ була.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны менән аралашҡанда тағы ла бер тапҡыр бындай кешеләрҙең ихтыяр көсөнә инанаһың. Улар һәр ваҡыт һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтыла. Үҙ ваҡытында пуля менән атыу буйынса төбәк-ара ярымфиналға эләккән Рубен өсөн профессиональ ҡоралдарҙың булмауы ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Ҡулына ябай уҡ тотоп, яҡташыбыҙ финалға сыға. Урындағы һайлап алыу этабында беренсе урын яулап, быйыл көҙ ул Пермдә «Батырлыҡ кубогы»нда Башҡортостан исеменән сығыш яһарға әҙерләнә.

– Быларҙың булмауы ла мөмкин ине. Спорт ярҙамында еңеүҙәр яулайым. Спорт ярҙамында миңә Президентҡа шәхсән рәхмәт белдерергә һәм ике тапҡыр ҡулын ҡыҫырға насип булды. Һигеҙ ай дауаханала ятҡанда мин тотош Рәсәйҙең егеттәре менән дуҫлашып бөттөм, – тип ғорурланып һөйләй Рубен Хәсәнов.
Стәрлетамаҡтан Владимир Егоров та бер ҡасан да бирешмәй. МХО-ла ҡатнашыусы, «Милләт йәшлеге» премияһы лауреаты, Дзержинскиҙа «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»нда, Омскиҙа «Батырлыҡ кубогы»нда «өҫтәл теннисы» һәм «пара-бокс» дисциплиналарында ике тапҡыр пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелгән спортсы.

– Йәш саҡта, мәктәптә уҡығанда, өҫтәл теннисы менән шөғөлләндем. Ҡаты яраланғандан һуң ҡулымдың күтәрелмәүен һәм инвалид буласағымды белгәс, уйнарға, йәшәргә, тормошҡа шатланырға тигән ҡарарға килдем. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Стәрлетамаҡ филиалына барҙым. Бәхеткә күрә, Ирек Зарипов эш сәфәре менән килгән ваҡытҡа тура килдем. Беҙ һөйләштек, һәм ул мине республика спортсылары төркөмөнә индерҙе. Тәүҙә күрһәтмә сығыштарҙа, һуңынан Өфөлә МХО ветерандары араһында үткәрелгән турнирҙа ҡатнаштым. Унда беренсе урынды яуланым, һәм мине командаға ҡабул иттеләр, – тип иҫенә төшөрә Владимир Егоров. Бынан һуң бик күп ярыштар, миҙалдар, призлы урындар була. Әммә уның төп еңеүе – спорт аша берләштергән кешеләр һәм улар бергәләп һаҡлап ҡала алған йәшәү шатлығы.

Владимир Егоров һәм башҡа МХО ветерандары, шулай уҡ меценаттар ярҙамында Стәрлетамаҡта тренажер залы тергеҙелә. Ремонт эштәрендә бөтәһе лә ҡатнаша. «Милләт йәшлеге» премияһы сиктәрендә Егоровҡа бүләк ителгән тренажер комплексы ла ошонда ҡуйыла. Шул рәүешле яйлап өҫтәл теннисы, бокс, ауыр атлетика, бысаҡ ырғытыу буйынса дәрестәр башлана. Бысаҡ ырғытыу буйынса көсәйтелгән күнекмәләр арҡаһында Стәрлетамаҡ абсолют лидерҙар рәтенә сыҡты.

– Стәрлетамаҡта мин МХО ветерандары араһында беренсе спортсы. Нисек ойоштороуҙарын, МХО ҡатнашыусыларға ниндәй мөнәсәбәт күрһәтеүҙәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Беҙҙең егеттәр призлы урындар яулай. Был ҡыуаныслы күренеш, – ти Владимир Егоров.
Спорт күнекмәләре һәм ярыштар һаулыҡ тураһында ғына түгел. Был «сафҡа» ҡайтыу тураһында. Башҡортостан хөкүмәте МХО-ла ҡатнашыусыларҙы артабан да спортҡа ылыҡтырыу өсөн үҙ алдына өс мөһим бурыс ҡуя: дисциплиналар исемлеген киңәйтеү, спорт объекттары селтәрен арттырыу һәм һөнәри йүнәлеш биреү.

– Егеттәрҙең һайлау мөмкинлеге булырға тейеш, һәр кем үҙенә оҡшағанын таба алһын: футбол, йөҙөү, көрәш, атыу, адаптив спорт төрҙәре. Бөгөн беҙ дәүләт һәм муниципаль спорт ҡоролмаларын биреү механизмдарын көйләнек. Әммә МХО-ла ҡатнашыусыларға йортҡа яҡын урында шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын өсөн коммерция ойошмаларын, шул уҡ фитнес-клубтарҙы әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Һәм, минеңсә, иң перспективалыһы: спорт МХО ветерандарына карьера яһау өсөн трамплин булырға тейеш. Әгәр кемдер тренер, адаптив физкультура буйынса инструктор, ярыштарҙы ойоштороусы булырға теләһә, һөнәри йүнәлеш менән ярҙам итәсәкбеҙ, – тип артабанғы эш пландары менән бүлешә БР вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, МХО биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙәр өсөн эш итеү алгоритмы ябай ғына. Тәүҙә «Ватанды һаҡлаусылар» фондына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында тыныс тормошҡа яраҡлашырға, үҙең өсөн яңы физик мөмкинлектәр асырға ярҙам итәләр. Физкультура йәки ҙур спортмы – һәр кем үҙе һайлай.

– Фондтың төп бурысы – егеттәрҙе йәлеп итеү, һөйләү, йүнәлеш биреү. Улар урындағы спорт мәктәптәренә шөғөлләнергә килә. Радий Хәбировтың был мәсьәләлә ныҡлы позицияла тороуын беләһегеҙ: әгәр муниципаль спорт объекттары бар икән, улар МХО ветерандары өсөн түләүһеҙ булырға тейеш, – тип һөйләй «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов. – Еңел атлетика менән шөғөлләнергә уйлаған егеттәргә бушлай протездар бирәбеҙ. «Булат» следж-хоккей командаһын экипировка менән тәьмин иттек. Һау-сәләмәт һәм әүҙем булырға теләгәндәр өсөн өй тренажерҙары бирәбеҙ: швед стенкалары, көс эскәмйәләре, гантелдәр.
Бөгөн МХО-ла ҡатнашыусыларҙың саңғы ярыштары, биатлон, еңел, ауыр атлетика менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. «Көслө кешеләр» проектына улар армрестлингта сығыш яһау, йәштәргә өлгө булыу өсөн килә. Яңы дисциплиналарҙан теннис, бысаҡ ырғытыу, ҡылыс алышы (арнис) үҫешә. Бөгөнгә бөтәһе 18 йүнәлеш бар. Әгәр былтыр төрлө спорт сараларында, ярыштарҙа 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл август аҙағына беҙгә 1200-ҙән ашыу яугир килде, – ти фонд амбассадоры Ирек Зарипов. Дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры үҙенең миҫалы менән сикләүҙәр беҙҙең башта ғына икәнен иҫбатлай. Мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, ә яңы һынауҙар көслөрәк кенә итә:
– Кисә яугирҙәребеҙ дауахана карауаттарында ята, артабан нисек йәшәргә, йөрөргә тип баш вата ине. Бөгөн улар спорт ареналарында осраша, бер-береһенең күҙҙәренә ҡарай һәм алға бара. Был иң мөһиме: улар беҙгә ҡайта, үҙҙәренең спортҡа бәйле пландарын тормошҡа ашыра, ғөмүмән, тулы тормош алып бара.
