РФ хөкүмәтенән республикаға ауыл табиптарына түләүҙәр өсөн 17,4 миллион бүленә15.09.2026

РФ хөкүмәтенән республикаға ауыл табиптарына түләүҙәр өсөн 17,4 миллион бүленә

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Башҡортостан ауыл ерендә эшләгән табиптарға түләү өсөн 17 миллион 400 мең һум аласаҡ. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин табиптарға бер тапҡыр бирелә торған компенсацияларҙы өҫтәмә финанслау тураһында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Аҡса «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары сиктәрендә түләнәсәк. Ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ике программа ла 2030 йылға тиклем оҙайтылды.

Урта звено табиптары һәм белгестәре белем кимәленә, эшләгән районына ҡарап 500 меңдән 2 миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә 338 табип дәүләт ярҙамы алды. 2026 йылда был программалар буйынса 126 медицина хеҙмәткәренә аҡса түләнергә тейеш.



Вернуться назад