Республика районы фронтҡа мотоцикл һәм пиломатериалдар оҙатты29.07.2026

Республика районы фронтҡа мотоцикл һәм пиломатериалдар оҙатты

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Дыуан районы халҡы көсө менән тупланған сираттағы гуманитар йөк МХО биләмәһенә барып етте. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Айҙар Абдуллин хәбәр итте.

Яугирҙәргә мотоцикл, тәгәрмәстәр, пиломатериалдар, маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу һәм шәхси посылкалар тапшырылды.

Айҙар Абдуллин гуманитар йөктө оҙатып барған яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.

«Бер-беребеҙгә ярҙам итеп кенә ошондай мөһим һәм кәрәкле эштәрҙе башҡара алабыҙ. Ситтә ҡалмағандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм. Бергә булғанда ғына беҙ көслөбөҙ», — тип билдәләне Айҙар Абдуллин.

Бынан алда М.В.Каменев исемендәге Республика һуғыш ветерандары госпитале коллективы ла МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам ебәргәйне.



Вернуться назад