Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында кадрҙар үҙгәрҙе23.07.2026

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында кадрҙар үҙгәрҙе

Фото: Республика кардиология үҙәге | сайт

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһына Владислав Гришаев тәғәйенләнде. Уға финанс-иҡтисади блокты алып барыу бурысы йөкмәтелде. Мәғлүмәт ведомствоның сайтында баҫылған.

Асыҡ сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Владислав Борисович 2001 йылда БДМУ-ның дауалау факультетын тамамлаған. Яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәнсе  Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында – баш табиптың дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, артабан республика кардиология үҙәгендә баш табиптың дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй, шулай уҡ «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһында ваҡытлыса генераль директор вазифаһын башҡара.

 

 

 



Вернуться назад